+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Март 2020, 14:00

Электрон хеҙмәт кенәгәһе

2020 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә электрон хеҙмәт кенәгәһе тураһында закон ғәмәлгә инә.

Бынан һуң эш биреүселәр хеҙмәт стажы тураһындағы мәғлүмәтте Пенсия фондына почта аша түгел, ә онлайн режимда ебәрәсәк. Ағымдағы йылдың 1 июленә тиклем һәр эш биреүсе эшселәрен хеҙмәт ҡануниәтендәге үҙгәрештәр тураһында яҙма рәүештә иҫкәртергә бурыслы.
Яңы алымға күсеү-күсмәүҙе һәр кем үҙаллы хәл итә. Закон буйынса бар эшселәргә 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем “ҡағыҙ” йәки “электрон” хеҙмәт кенәгәһен һайлауы тураһында ғариза яҙырға кәрәк. Электрон кенәгәгә күскән осраҡта эш биреүсе уның өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнән ала. Ғариза яҙылмаған осраҡта “ҡағыҙ” хеҙмәт кенәгәһе ғәмәлдә ҡала.
Әкренләп электрон хеҙмәт кенәгәләре тулыһынса документтар әйләнешенә индереләсәк, йәғни замандың был яңылығын да ҡабул итеп, ҡуллана башлаясаҡбыҙ. Мәҫәлән, 2021 йылдан рәсми рәүештә эш башлаусылар тик электрон хеҙмәт кенәгәһен ҡулланасаҡ.
Һорауҙар менән 8(34740)2-24-49 (район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге), 2-12-81 (Ғафури районы буйынса Мәшғүллек үҙәге) телефондарына мөрәжәғәт итергә була.
Читайте нас: