Күптән түгел Игенйылға, Ҡотлоғужа, Татар Саскүле, Рус Саскүле ауылдарынан ун алты кешегә тулы медицина тикшереүе: биохимик һәм дөйөм анализға ҡан алыу, күкрәк ситлеге органдарына флюорография, йөрәккә электрокардиограмма, ҡан һәм күҙ баҫымын үлсәү, терапевт ҡабул итеүе уҙғарылған.
Медицина тикшереүе үтеп бөткәндән һуң ошо уҡ транспортта өлкәндәрҙе йорттарына алып барып ҡуйғандар.