“Демография” милли проектының “Өлкән быуын” Федераль проекты сиктәрендә халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге тарафынан 65 йәштән өлкәнерәк пациенттарҙы Красноусол үҙәк район дауаханаһына диспансерлаштырыу үткәреүгә килтереү ойошторолдо. Оло йәштәге пациенттар махсус йыһазландырылған транспортта социаль хеҙмәткәр һәм фельдшер оҙатыуында килде. 5-6 мартта Игенйылға һәм Ҡотлоғужа ауылдарынан, 12-13 мартта Рус һәм Татар Саскүле ауылдарынан 4-әр (бырлығы 16) кеше тулыһынса диспансерлаштырыу үтте: биохимик һәм дөйөм ҡан анализдары алынды, күкрәк ситлеге флюорографияһы, электрокардиограмма, ҡан һәм күҙ алмаһы баҫымдары үлсәнде һәм терапевт ҡабул итте. Пациенттарҙы ошо уҡ транспортта өйҙәренә илтеп ҡуйҙылар.