-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Март 2020, 16:00

Тормош девизы - изгелек ҡылыу, ярҙам итеү

Районыбыҙҙан сыҡҡан бик күп абруйлы һәм күренекле яҡташтарыбыҙ бар. Улар хаҡында әленән-әле гәзит биттәрендә мәҡәлә-һүрәтләмәләр үҙ урынын таба килә. Шундайҙарҙың береһе – БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ҡырмыҫҡалы районының ихтирамлы шәхесе һәм Маҡтаулы гражданы, хеҙмәт ветераны Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы Ниғмәтуллин. Бөгөн ул Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында йәшәй.

Әфҡәт Ниғмәтуллин 1934 йылдың 2 октябрендә йәмле Еҙем бу-йында урынлашҡан Яңы Ҡауарҙы ауы-лында Зәлифә менән Мәүлимбирҙе Ниғмәтуллиндар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Атаһын ныҡлап хәтерләмәй. Ғәзиз әсәһе – өс бөртөгөн – уны һәм ике һеңлеһен (Әлфирә, Сара) – яңғыҙы ғына ҡарап үҫтерә. Атайһыҙ бала – арҡаһыҙ, тигәндәй, аслыҡ-яланғаслыҡ, атайһыҙлыҡ михнәтен татыған ағалы-һеңлеле туғандар бер-береһенә таянып, бала саҡтан иртә ҡул араһына инеп, үҙ аллы донъя көтөргә өйрәнә, инәйҙәренең тормошон, эшен еңеләйтер өсөн нығынып та бөтмәгән ҡулдарына төрлө эштәрҙе алырға мәжбүр була. Әрмегә киткән атаһы хеҙмәтен тултырып ҡайтырға тип торғанда һуғыш башлана һәм тәүгеләрҙән булып илде дошмандарҙан һаҡларға – утлы ғәрәсәт эсенә инә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда ете йәшлек Әфҡәт тыуған ауылындағы башланғыс мәктәпкә уҡырға төшә. Артабан тиҫтерҙәре менән Ҡауарҙы мәктәбенә йөрөп уҡый. Әммә ауыр һәм юҡлыҡ заманда зирәк, отҡор уҡыусыға алтынсы кластың беренсе сирегенән һуң уҡыуын дауам итергә мөмкинлек булмай, ағай булараҡ, өҫтәүенә, әсәһе лә ауырып торғанлыҡтан, туғандарын ҡарау, туйындырыу ҙа Әфҡәт иңенә төшә. Һәм ул фермаға эшкә сыға.
Ул үҙен белә-белгәне бирле хеҙмәттә. 5-6 йәштәр тирәһендә үк колхозда эшләй башлап, тирмән, келәттәр, ырҙын табағы биләмәһенең ҡапҡаһын асып-ябып торған. Колхоз рәйесе уға ике көнгә бер таяҡ, йәки трудодень яҙырмын тип, шулай эшкә ҡушҡан. Тормоштары ауырайғас, инәһе уларҙы үҙенең тыуған ауылы Үзбәккә алып китергә мәжбүр була. Әммә бында ла бер кем дә ҡосаҡ йәйеп көтөп тормай, ҡайҙа ла бер тормош. Тамаҡ туйҙырыу ғына түгел, өй йылытыу ҙа бик ауыр була уларға. Бәләкәй Әфҡәт инәһе менән сана һөйрәп, билдән ҡар йырып, урманға утынға йөрөгән саҡтарын онота буламы һуң. Бер санаһы үҙҙәренә булһа, икенсеһе – кешегә. Нисектер тамаҡ туйҙырырға кәрәк бит.
Әфҡәттең тыуған ауылы күҙ алдынан китмәй, гелән үҙенә тартып, саҡырып тора, бик һағына ул тәпәй баҫҡан йәнтөйәген. Үзбәктә әҙме-күпме йәшәгәндән һуң, инәһен өгөтләй торғас, ризалаштырып, кире үҙҙәренең тыуған ауылына әйләнеп ҡайталар. Тәҙрәләренә арҡыры таҡталар ҡаҙаҡланған, һалҡын, шыҡһыҙ йорттары ҡаршы ала уларҙы. Ярай күршеләре ярҙамға килә. Йәй еткәс, тормоштары бер аҙ еңеләйә төшә. Ә көндәрҙең береһендә фронтта яраланған атайҙары ҡайтып төшә. Аяғына пуля тейеп, оҙаҡ ҡына Ҡазан ҡалаһында госпиталдә ятҡандан һуң, уны ғаиләһен күрер өсөн бер нисә айға ауылға ялға ҡайтаралар. Ҡыҙыу ураҡ ваҡытында ҡул ҡаушырып өйҙә ята буламы һуң инде, һалдат ял да итмәй, сатанлап булһа ла колхозға эшкә сыға. Повестка килеү менән йәнә фронтҡа юллана, әммә шул китеүенән балалары, Зәлифәһе янына әйләнеп ҡайтырға яҙмай. Кесе ҡыҙы Сараның тыуғанын да белмәй ҡала. Күп тә үтмәй, атайҙарының батырҙарса һәләк булыуы хаҡында “ҡара ҡағыҙ” ғына килә. Сара һеңлеһе лә оҙаҡ йәшәмәй, ике генә йәшендә аслыҡтан шешенеп йән бирә. Аслыҡтан шешенгән саҡтары күп була, әммә үлемгә бирешмәй Әфҡәт, үҙенең һәм яҡындарының йәнен аҫрарға ризыҡ табырға тырыша.
Әфҡәткә Ҡауарҙы мәктәбе директоры Хөрмәт Ҡалмырҙин саҡырыуы буйынса артабан уҡыуын дауам итеү насип була. Ара йыраҡ булып, өҫтәүенә, яҙлы-көҙлө боҙло һыуҙан кисеп сығырға тура килгәнлектән, 7-се кластан һуң иптәше – сыуаш малайы Давид менән күрше Сәйетбаба мәктәбенә йөрөп белем алырға тура килә. Ә ауылдаш малайҙар Еҙем-Ҡаранға уҡырға йөрөй һәм икенсе уҡыу йылында улар менән бергәләп был мәктәпкә юллана, ҡоҙаса тейешле кешеләрендә фатирҙа тороп уҡый. Әммә 1954 йылдың 18 октябрендә ҡулына әрме хеҙмәтенә повестка килтереп тотторалар һәм Ватан алдындағы бурысын үтәргә китә.
Өс йыл Әзербайжан Республикаһының Баҡы ҡалаһында башта артиллерия ғәскәрҙәрендә, һуңынан авиацияла хеҙмәтен тултыра. Ҡайтҡас иһә, уҡыуын дауам итеү теләге көслө булыуға ҡарамаҫтан, уны колхоз рәйесе саҡырып алып, ураҡ ваҡытында эшсе ҡулдар етешмәгәнлектән, комбайнға ултырта. Артабан ферма мөдире вазифаһын ышанып тапшыра һәм курстарға уҡырға ебәрергә вәғәҙәләй. Бындай яуаплы эштән бер аҙ ҡурҡып ҡалһа ла, етәксенең һүҙен йығырға баҙнат итмәй, ризалаша. Ауыр хәлдәге һөтсөлөк фермаһын ҡабул итеп алғас, бар көсөн, тырышлығын бинаны ремонтлауға һала. Ферма күҙгә күренеп яңыра, эшселәргә ял итеү өсөн "ҡыҙыл мөйөш" барлыҡҡа килә, күрһәткестәр маҡтанырлыҡ булмаһа ла, һауымды бер аҙ арттырыуға өлгәшелә. Колхоз рәйесе һүҙендә тора, Ниғмәтуллинды Талбазыға агрономдар әҙерләү курсына уҡырға ебәрә. Белемен камиллаштырып ҡайтҡас, ул бригадир итеп тәғәйенләнә. Ярты йыллыҡ, артабан бер йыллыҡ курстарҙа уҡып, байтаҡ һөнәрҙәр үҙләштерә. Ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтында юғары белемгә эйә була. Агроном булып та эшләй, колхозда партия ойошмаһы төҙөп, уның секретары итеп тәғәйенләнә. Ғөмүмән, сабый сағынан нужа ҡаласын күп татыған, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы булдыҡлылығы, оҫта ойоштороусы булыуы менән айырыла, һәр эште еренә еткереп, ҙур яуаплылыҡ, намыҫ менән башҡара, халыҡ араһында тиҙ арала уртаҡ тел табыуға өлгәшә. Шуға ла 26 йәшендә генә районыбыҙҙа элекке “Еҙем” колхозының рәйесе булып китеүенә һис тә ғәжәпләнәһе түгел.
Ғаилә ҡороп, тормош юлдашы Нәрисә Ғәбит ҡыҙы менән өс ҡыҙға ғүмер бирәләр. Әммә матур ғына йәшәп ятҡанда, ғаиләгә оло ҡайғы килә, күршеләрендә бәрәңге ултыртҡан мәлдә ҡатынын трактор бәрҙереп, ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлә. Береһенән-икенсеһе бәләкәйерәк балалары менән тороп ҡала ғаилә башлығы. Яҙмыш һынауына бирешмәй, был оло ҡайғыны сабырлыҡ менән еңергә үҙендә көс таба. Тормош дауам итә, ҡыҙҙарын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк...Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы ғүмер юлында Рима Хәйбрахман ҡыҙын осратыуына яҙмышына рәхмәтле булып йәшәй. Ул да ике балаһы (ҡыҙ, ул) менән тол ҡалған була һәм икеһе бергә биш баланы йылы ҡанаттары аҫтына алып, лайыҡлы белем һәм тәрбиә биреп үҫтерәләр. Ә.Ниғмәтуллиндың өс ҡыҙы ла табип һөнәрен һайлаған. Лилиә – Өфөлә йәшәй, юғары категориялы табип-кардио-лог, Хәмдиә Мәләүездә төпләнгән, санитария-эпидемиология станцияһында эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, стоматолог ҡыҙы Зәлиә бик иртә фажиғәле рәүештә яҡты донъянан китә. Бөгөн ҡыҙҙары атай-әсәйҙәренең ныҡлы терәк-таянысы.
Әфҡәт Ниғмәтуллиндың Ҡырмыҫҡалы районына күсеп йәшәүенә лә дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмер үткән. 1977 йылда “Урал” колхозында участка начальнигы булып эш башлаған ир уҙаманды күп тә үтмәй Шайморатов исемендәге колхозға саҡыралар. Артабан уның яҙмышы Шайморатов ауылы менән бәйләнә. Бер аҙҙан иһә был ҙур хужалыҡҡа рәйес итеп тәғәйенләйҙәр. Ул хужалыҡ күрһәткестәрен, халыҡтың тормош-көнкүрешен, йәшәү шарттарын яҡшыртыуға, шул иҫәптән ауылды газлы итеүгә күп көс һала, ғөмүмән, хужалыҡты районда алдынғылар рәтенә сығарыуға өлгәшә. Ҡулланыусылар кооперативы рәйесе вазифаһында ла әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Тыуған ерҙән торған ер яҡын, тигәндәй, ғүмеренең ҡап яртыһын Ҡырмыҫҡалы районындағы хеҙмәткә бағышлап, халыҡ араһында абруй, хөрмәт ҡаҙанған шәхес Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы бында хәҙер үҙ кешегә әйләнгән.
Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлауына һәм күптән хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман да сафта, әүҙем тормош алып бара. Шайморатов ауылының ветерандар ойошмаһы рәйесе, урындағы мәсеттең имам-хатибы вазифаларын башҡара, барлыҡ йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. Дини, мәҙәни сараларҙы башлап йөрөүсе лә. Төрлө осрашыу-сараларҙы ойош-
тороу ғына түгел, кәрәк икән, сәхнәне үҙенең йыр-моңдарына сорнай.
Бөгөн 85 йыллыҡ бай ғүмер юлын байҡап, Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы, ғүмер заяға уҙмаған, тип ышаныс менән әйтә ала, сөнки үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырыуға өлгәште. Бар ғүмерен тик изге эштәргә бағышлаған, яҙмыш һынауҙарына һынмаған, көслө рухлы, оло йөрәкле Әфҡәт Ниғмәтуллиндың ҡартлығы бәхетле. Уның тормош девизы ла кешегә изгелек ҡылыу, ярҙам итеү бит...
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: