+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Март 2020, 11:00

Йыһаздар ҙа, һауыт-һаба ла матур булыуы - шарт

Март баштарында Рәсәй Федерацияһы Президенты В.Путин башланғыс класс уҡыусыларының бушлай туҡланыуын ойоштороу хаҡында законға ҡул ҡуйҙы, был хаҡта ул үҙенең Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә лә билдәләгәйне. Республика Башлығы Р.Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә ошондай уҡ бурыс билдәләнеп, 2020-2021 йылғы яңы уҡыу йылының 1 сентябренән мәктәптәр барлыҡ түбән класс уҡыусыларының туҡланыуын ойоштороуға әҙер булырға тейеш, тигән талап ҡуйылды.

Беҙҙең районда ла был эшкә әүҙем тотондолар. Район етәкселеге, мәғариф бүлеге һәм мәктәп хакимиәттәре был тәңгәлдә, йәғни мәктәп уҡыусыларының туҡланыу сифатын яҡшыртыу, туҡланыуҙы бушлай ойоштороу буйынса эш алып барыла; көндәлек рацион, меню, ашхана кәрәк-яраҡтары, туҡланыу өсөн йыһазландырылған бина – барыһы ла яңы талаптарға тап килергә тейеш.
Күптән түгел район хакимиәтендә уҙған кәңәшмә ил Президенты һәм республика Башлығы күрһәтмәләрен үтәү барышына арналды. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар – БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм БР Мәғариф министрлығының махсус белем биреү бүлеге начальнигы Миләүшә Латипова килде. Унда шулай уҡ район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, уның урынбаҫарҙары, мәктәп директорҙары, ауыл биләмәһе башлыҡтары, район һәм ауыл Советы депутаттары, аутсорсинг ойошмалары етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Кәңәшмәнең көн тәртибендә төп мәсьәлә булып башланғыс класс уҡыусыларының туҡланыуын ойоштороу торҙо. Район хакимиәте башлығы Ф.Сыңғыҙов үҙ сығышында яҡын йылдарҙа барлыҡ бурыстар ҙа Рәсәй Президенты һәм республика Башлығы Мөрәжәғәтнамәләрендәге халыҡтың тормош сифатын күтәреүгә, тыуымды арттырыуға, ғаиләне, әсәлекте, балалыҡты яҡлауға, мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлауға һәм үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүгә һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелергә тейешлеген билдәләне, районда һәр өлкәләге үҙгәрештәрҙе барланы, пландары менән уртаҡлашты.
Р.Ишмөхәмәтов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы республика парламенты эшенең төп йүнәлештәре менән таныштырҙы. Рөстәм Рифат улы Башҡортостан депутаттарының закон проекттары күләме, әүҙемлек буйынса ла Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында алдынғылар иҫәбендә булыуын билдәләп үтте. Һәм Ғафури балаларын бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итеүҙе ойоштороу мәсьәләләрендә һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер булы-уын белдерҙе.
БР Мәғариф министрлығы вәкиле М.Латипова туҡландырыуҙы ойоштороуҙа яңы талаптар буйынса ентекле аңлатма бирҙе. Хатта төпкөлдәге бәләкәй генә ауыл мәктәптәрендә лә тулыһынса тейешле стандарт талаптары үтәлергә, санитар нормалар һаҡланырға тейешлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Балалар тейешенсә йыһазландырылған ашханала туҡланырға тейеш, һауыт-һабаның да матур булыуы шарт (ватылған-һуғылған һ.б булырға тейеш түгел). Көндәлек меню берҙәм, эҫе аҙыҡ һәм эҫе эсемлек – мотлаҡ талап. Миләүшә Хәлит ҡыҙы туҡланыу сифаты хаҡында ла әйтеп үтте. Иң мөһиме булып ит мәсьәләһе тора, район етәкселеге аутсорсерҙар менән был мәсьәләне хәл итеү юлдарын өйрәнә.
Кәңәшмәлә балаларға ҡайнар аш ойоштороу буйынса ҡайһы бер мәктәптәрҙәге мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелеп, уларҙы хәл итеү юлдары эҙләнде.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Р.Солтанморатов үҙ сығышында мәктәптәрҙә һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларындағы хәл-торошҡа ентекле анализ бирҙе, 2020-2021 яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙә башланғыс класс уҡыусыларын ҡайнар аш менән тәьмин итеү мәсьәләләрен бәйән итте.
Сара һуңында Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Р.Зверева буласаҡ һайлау кампаниялары хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Ошоноң менән кәңәшмә үҙ эшен йомғаҡланы.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: