6 март көндө Таш-Аҫты ауылы эргәһендә Еҙем йылғаһы өҫтө байрам төҫөн алып, гөрләп торҙо. Боҙҙо быраулап ҡармаҡ һалыу оҫталығында ярышырға теләүселәр, байрам күрергә теләгән тамашасылар Имәндәш ауыл биләмәһенән генә түгел, Сәйетбаба, Красноусол ауыл советтарынан, хатта Сала-уат ҡалаһынан килеп еткәйне. Сараны Имәндәш ауыл биләмәһе хакимиәте ойошторҙо, эштәргә идара итеүсе И.Үтәгәнов байрамды асып, барыһына ла уңышлы “һунар” теләне, ярыш шарттары менән таныштырҙы.Ярыш иң тәүге, иң ҙур һәм иң бәләкәй, иң күп балыҡ тотоу, иң кесе йәштәге ҡатнашыусы, боҙҙо иң тиҙ тишеү номинацияларында барҙы. Судьялар И.Үтәгәнов менән С.Түзбәков ғәҙел баһа бирҙе.Шулай итеп, “ҡышҡы балыҡ тотоу-2020” еңеүселәре тип танылдылар: иң беренсе балыҡты тотоусы - Кәбир Вәлиев (Сәйетбаба ауыл советы), иң күп балыҡ тотоусылар: Дамир Садиҡов (Салауат ҡалаһы, 1-се урын), Й.Вахитов (Сәйетбаба а/с, 2-се урын) һәм Ф.Үтәгәнов (Красноусол а/с, 3-сө урын). Имәндәш ауыл советынан Әнис Сафуанов (1952 йылғы) - иң өлкән, Дамир Садиҡов (2011 йылғы) иң йәш балыҡсы булараҡ бүләкләнде. Иң эре балыҡты Ә.Түзбәков, иң кескәйен А.Зәйнешев тотто. Боҙ быраулап тишеүҙә Ф.Байшөгөров – 1-се, И.Бирҙеғолов – 2-се, Ф.Шәрәфетдинов 3-сө урынды яуланы, өсөһө лә Имәндәш ауыл советынан.Сара барышында Имәндәш ауы-лы ағинәйҙәре барыһын да тәмле ҡоймаҡтар менән һыйланы, байрам табыны әҙерләнде, ҡатнашыусылар, тамашасылар өсөн усаҡта бутҡа беште.Саф һыулы Еҙем буйының бер йәме булырҙай матур байрамды ойоштороусыларға, ашнаҡсыларға (Ф.Хәбибуллина, Ф.Байшөгөрова), ағинәйҙәргә барыһы ла ысын күңелдән рәхмәт әйтеп таралышты.