+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Март 2020, 13:05

Шиғри һүҙҙәр - яу яланы батырҙарына

Быйыл районыбыҙҙа уҙған барлыҡ саралар ҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы сиктәрендә үтә. Күптән түгел Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең тамаша залы шиғыр һөйөүселәрҙе бәйгегә йыйҙы.

Райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында үткән конкурста мәҙәниәт йорттары һәм китапханаларынан 29 хеҙмәткәр ҡатнашты. Шиғырҙар башҡорт, рус, татар телдәрендә яңғыраны. Араларында күптәре билдәле, бигерәк тә йыр итеп йырланған Р. Ғамзатовтың “Торналар” (“Журавли”) шиғырын, шулай уҡ М.Йәлилдең “Вәхшәт” (“Варварство”) әҫәрен һайлаған. Конкурсанттар шиғырҙарҙы төрлөсә уҡыны: кемелер аһәңләнеп, хисләнеп, тамашасылар күңеленә еткерерлек итеп башҡарҙы, хатта күҙҙәр йәшкәҙәп китте. Һалдат формаһында, һуғыш ваҡытындағы ҡыҙыл тәре төшөрөлгән ялан сумкаларын яурындарына аҫып медсестра кейемендә сығыш яһаусылар ҙа булды. Араларында ҡатнашһам шул, тигән кеүек – ҡағыҙҙан, телефондан ҡарап уҡып тороусылар ҙа табылды. Тап һуңғыларға төбәп конкурстың жюри рәйесе Т.Искәндәров үҙенең шелтә һүҙҙәрен әйтмәй булдыра алманы. “Сәхнә ул – изге, унда исем өсөн генә сығырға ярамауын” белдерҙе. Әсәһе менән бергә Р.Ғариповтың “Ул ҡайтманы” шиғырын уҡыған гимназия уҡыусыһы Тимур Мирхәйҙәровты маҡтап алды, шиғырҙы образға кереп, шул тиклем дә күңелгә үтерлек итеп һөйләне, хатта илағы килде, тине жюри рәйесе. Жюри ағзаһы - мәҙәниәт бүлеге начальнигы урынбаҫары Р.Хәбибуллина ошондай шиғри конкурстарҙы урындарҙа ла үткәреү теләген еткерҙе.
Конкурс тамам. Тәүгеләрҙән булып төрлө номинацияларға лайыҡ булыусылар: Олеся Христофорова (Родина), Рәүилә Мусина (Яңғыҙҡайын), үҙенең ижад емешен уҡып ишеттергән Фәүзиә Ҡотлогилдина (Родина), Миңһылыу Абдуллина (Сәйетбаба), Екатерина Александрова (Мораҡ), Рәүилә Килмөхәмәтова (Еҙем-Ҡаран) бүләкләнде.
Красноусолдан әсәле-уллы Гөлназ менән Тимур Мирхәйҙәровтар 3-сө урынға лайыҡ булды. Ирина Савченкоға (Архангелка) 2-се урын бирелде. Конкурс еңеүсеһе булып Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонан Гәүһәр Байбулдина танылды.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: