-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Март 2020, 11:20

Лайыҡлы ҡаршылайҙар

185 йыллыҡ юбилейҙары уңайынан Федераль Дәүләт статистика хеҙмәтенең БР буйынса Территориаль органының Красноусолдағы подразделениеһының баш белгес-эксперты Асия Рәшит ҡыҙы ЛАТИПОВАға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

-Статистика органдары тарихына күҙ һалһаң, 1835 йылдың 21 мартында Рәсәй империяһында иң тәүгеләрҙән булып Өфө ҡалаһында Губерна статистика комитеты барлыҡҡа килә. Комитеттың рәсми етәксеһе булып рәйес хоҡуғында гражданлыҡ губернаторы тора. Совет дәүләт статистикаһын ойоштороуҙа Өфө губернияһында земство статистигы булып эшләгән А.Д.Цюрупа ҙур роль унай. Уның етәкселегендә РСФСР Халыҡ комиссарҙары Советының “Дәүләт статистикаһы тураһында” декреты әҙерләнә. Ошо ваҡыттан Башҡортостан Республикаһында статистика хеҙмәте тарихы башлана ла инде.
Ғафури районында иһә статистика хеҙмәте район барлыҡҡа килгәндән алып эшләй. 1930 йылдар башында район Советы башҡарма комитеты ҡарамағында властың башҡарма органдары һәм идаралыҡ барлыҡҡа килеү менән бер рәттән халыҡ хужалығын иҫәпкә алыу секторы ойошторола. Ул БАССР Дәүләт планының халыҡ хужалығын иҫәпкә алыу ведомствоһынан тыш секторы булып тора. 1932 йылда үҙ аллы учреждение – БАССР Дәүләт планы ҡарамағындағы БАССР Халыҡ хужалығы иҫәбе Үҙәк идаралығы төҙөлә. 1941 йылда иһә был идаралыҡ Башҡорт АССР-ы Статистика идаралығы тип атала башлай, ә райондар кимәлендә СССР Үҙәк статистика идаралығы район инспектуралары барлыҡҡа килә. Беҙҙең районда бындай инспектура 1959 йылғаса эшләй. Ә 1960 йылда ул Дәүләт статистикаһының район инспектураһы итеп үҙгәртелә. Ғафури район Үҙәк статистика идаралығының инспекторҙары булып Раиса Михайловна Тельцова менән Людмила Александровна Мальцева эшләй.
БАССР Статистика идаралығы начальнигының 1971 йылдың 6 апрелендәге бойороғона ярашлы, Дәүләт статистикаһының район испектураһы район машина-иҫәп станцияһы составына күсерелә һәм ул район информацион-хисаплау станцияһы (РИВС) итеп үҙгәртелә. Уның начальнигы итеп Виллий Әхтәм улы Насиров тәғәйенләнә. 1988 йылдың ғинуарында ул район статистика бүлеге итеп үҙгәртелә.
Статистика хеҙмәтендә эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған хеҙмәт ветерандары Р.М.Тельцова, Л.А.Мальцева, В.Ә.Насировтарҙы билдәләргә кәрәк. 40 йылға яҡын ғүмерен район статистикаһына бағышлаған Фәриҙә Шәһиҙулла ҡыҙы Монасипова баш белгес вазифаһын башҡарып, пенсияға сыҡты. Белгес-эксперт Любовь Георгиевна Горина ла хаҡлы ялда. Бөгөнгө көндә район статистика бүлексәһендә ике кеше эшләйбеҙ. Минең хеҙмәт стажым 36 йыл булһа, әйҙәүсе белгес-эксперт Илгизә Илүс ҡыҙы Әхмәтшина был системала 8 йыл эшләй.
Хеҙмәт эшмәкәрлегебеҙ федераль статистика күҙәтеүҙәре уҙғарып, улар нигеҙендә рәсми статистик мәғлүмәттәр булдырыуҙан ғибарәт. Подразделениебыҙ районыбыҙҙың предприятие-ойошмаларынан алынған статистик отчеттарҙы йыйып, тикшереп, Башҡортостанстатҡа үҙ ваҡытында тапшырыуҙы контролдә тота. Шулай уҡ райондың социаль, иҡтисади һәм демографик хәл-торошо хаҡындағы мәғлүмәти-аналитик материалдар әҙерләп, артабан урындағы үҙидара органдарына ебәреү буйынса эш алып барабыҙ.
Ағымдағы йылдың октябрендә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу уҙасаҡ. Әле йәниҫәп кампанияһын уҙғарыу буйынса уполномоченный Гүзәл Марат ҡыҙы Фәтҡуллина менән берлектә әҙерлек эштәре алып барыла.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллегаларҙы һәм ветерандарыбыҙҙы республика статистика хеҙмәтенең 185 йыллыҡ юбилейы уңайынан ихлас күңелдән тәбрикләйем. Ныҡлы сәләмәтлек, хеҙмәт уңыштары, күтәренке кәйеф теләйем.
Индира ИШКИНА
яҙып алды.
Читайте нас: