+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Март 2020, 15:55

Үҙебеҙ өсөн кәрәк

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, 18 марттан республикала Таҙалыҡ көндәре иғлан ителде. Уға ярашлы, биләмәләрҙең санитар-эпидемиологик торошон яҡшыртыу буйынса өмәләр башланды.

Уға район халҡы ла дәррәү ҡушылып, 20 март көнө предприятие, учреждение һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре өмәгә сыҡты. Улар үҙ биләмәләрен ҡар-боҙҙан, сүп-сарҙан таҙартты. Мөһим эштән ауыл биләмәләре лә ситтә ҡалманы. Барлығы район буйынса 98 ойошманан 1780 кеше ҡатнашҡан, 34 берәмек техника йәлеп ителгән, 2000 кг сүп-сар йыйылған.
Киләһе өмәләрҙә район халҡы был эшкә әүҙемерәк ҡушылыр тип ышанабыҙ. Тирә-яғыбыҙҙың таҙа, тәртиптә булыуы үҙебеҙ өсөн кәрәклеген онотмаһаҡ ине.
Читайте нас: