+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Март 2020, 11:45

Халыҡ иҫәбен алыу - дәүер көҙгөһө

Элгәре иҫәп алыуҙар ғинуарҙа үткән. Был 28 ғинуарҙа (яңы стиль буйынса 9 февралдә) уҙғарылған иҫәп алыу традицияһы 1897 йылдарға барып тоташа.

Беренсе Бөтә Рәсәй халыҡты статистик тикшереү киң мәғлүмәт сараларында даими яҡтыртыла, ә буласаҡ иҫәп алыу хаҡында белдереүҙәр сиркәүҙәр, волость идаралыҡтары янында һәм халыҡ күңел асҡан урындарҙа эленгән. Сираттағы, Бөтә Союз дөйөм халыҡ иҫәбен алыу 29 йылдан һуң – 1926 йылдың ғинуарында уҙа. Иҫәп алыусылар һәр ҡайҙа халыҡ яғынан яҡшы ҡараш һәм ярҙам булыуын билдәләй.
1939 йылдың ғинуарында уҙған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға ярҙамға авиация йәлеп ителә. Максим Горький исемендәге эскадрилья иҫәп алыусыларҙы үтә алмаҫлыҡ райондарға алып барып, унда листовкалар таратҡан. 1959 йылғы иҫәп алыуға иҫәп алыу ҡағыҙҙарын тултырыу буйынса рус телендә генә түгел, ә СССР халыҡтарының башҡа телдәрендә аңлатмалар менән плакаттар сығарыла.
Иҫәп алыу барышында электрон техника файҙаланыу дәүере 50 йыл элек башлана. 1970 йылғы халыҡ иҫәбен алыу барышында иҫәп алыу ҡағыҙҙарындағы ҡулдан тултырылған мәғлүмәт махсус бланкыларға күсерелеп, оптик уҡыу ҡоролмаларына индерелә. Иҫәп алыу һөҙөмтәләре “Минск-32” электрон-иҫәп машиналарында (ЭВМ) эшкәртелә.
Сираттағы иҫәп алыу 1979 йылдың 17 ғинуарында башлана (8 көн), унда 600 мең иҫәп алыусы ҡатнаша. Яңы техника иҫәп алыу йомғаҡтарын тиҙерәк алыуға һәм финанс сығымдарын кәметеүгә ярҙам итә.
1989 йылдағы һуңғы совет иҫәп алыуҙың мәғлүмәт алыу биттәрендә торлаҡ шарттарына ҡағылышлы ете яңы һорау өҫтәлә. Иҫәп алыу символикаһы почта маркаларына, конверттарға, шырпы ҡаптарына, календарҙарға һәм башҡаларға беркетелә.
2002 һәм 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙар октябрҙә уҙҙы.
Халыҡ иҫәбен алыуҙар беҙҙе үткәнебеҙ, ата-бабаларыбыҙ менән бәйләй, шулай уҡ киләсәкте төҙөүгә ярҙам итә. Уларҙың һөҙөмтәләре яҡын йылдарға социаль программалар әҙерләүгә нигеҙ булып тора.
Читайте нас: