+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Март 2020, 11:00

Яҙға ҙур пландар менән аяҡ баҫтыҡ

Быйылғы ҡыштың йылы килеүен барыһы ла иҫкәрмәй ҡалманы. Мәҙәниәт өлкәһендә иһә йылы ғына түгел, ҡыҙыу ҙа килде был миҙгел.

Йола буйынса таңға тиклем барған Яңы йыл дискотекаһы менән башланһа, район Ҡарһылыуҙар бәйгеһендә еңеүселәр рәтендә булараҡ, республика Ҡарһылыуҙар парадына юлланылды. Шул уҡ ваҡытта мәҙәниәт йортонда каникулдар ваҡытында көнөнә ике-өс сара уҙғарыу планлаштырылғайны. Нимә генә булманы унда. Шыршы тирәләй хәрәкәтсән уйындар ҙа, онотолоп барған милли уйындар ҙа, башҡортса дискотекалар ҙа, яңы йәнһүрәттәр ҡарау, өҫтәл теннисы, бильярд кеүек әлегә ятыраҡ шөғөлдәр ҙә... Портрет яһау, сәскә үреп прическа, заман талабына ярашлы изолон кеүек материалдан ҙур интерьер сәскәләре эшләү кеүек оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.
Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм һәүәҫкәрҙәре менән берлектә «Еңеү салюты” республика смотр-конкурсына әҙерлек тә ҡыҙыу барҙы. Төп ҡатын-ҡыҙ ролен Гәүһәр Байбулдина йөрәккә үтерлек итеп уйнаны, күмәк сәхнәләрҙә Сәйетбаба мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре барыһы ла ҡатнашты. Стәрлетамаҡ ҡалаһында районыбыҙҙы лайыҡлы күрһәттек, тамаша аҙағына күҙҙәр йәшләнде, тамашасылар аяҡ өҫтө алҡышланы.
Ғашиҡтар көнөнә бағышлап үткәрелгән “Таптагон” ретро-дискотекаһын халыҡ айырыуса яратып ҡабул итте. Тамашасы булып ҡына түгел, һәр береһе уйындың уртаһында булғанғалыр. Төрлө викториналар, йәш саҡтағы уйындарҙы иҫкә төшөрөп уйнап, йырҙар йырлап, рәхәтләнеп гармунға тыпырҙап бик күңелле, иҫтәлекле үтте. Был тәжрибәне айына бер дауам итеп торорға булдыҡ.
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған концерт тулыһынса тиерлек өр-яңы премьераларҙан торҙо. Нәзәкәтле ҡыҙҙар башҡарыуында Аҡ торналар бейеүе күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарына тейерлек булды. Үҙен бығаса йырсы булараҡ танытҡан З.Ишмырҙин хәҙер бейеүсе булараҡ асыла башланы, “Ветеран”- мәғәнәле, фәһемле бейеүе менән ”Байыҡ” телевизион конкурстың беренсе турынан үтеп тә ҡайтты ағайыбыҙ.
“Сулпан” өлгөлө балалар театры ағзалары әле генә Мәсәлим Күлбаев, Йәмил Әбделмәнов, Тәнзилә Ҡалмырҙина кеүек арҙаҡлы белгестәр алдында сығыш яһап ҡайтты. “Наҙлыгөл” – наҙлы ҡыҙҙар уйнаған спектакль һәйбәт баһа алды. Төп ролде Лилиә Мәүлембирҙина уйнаһа, ҡалған образдарҙы Элина Костина, Сөмбөл Юлбарисова, Азалия Иҙрисова, Аҡйондоҙ Абдуллина, Гөлназ Юлбарисова, Илмира Һөйөндөкова, Элина Йәнмырҙина кәүҙәләндерҙе.
Шәйехзада Бабич, Рәми Ғариповтарҙың, туған телдәр көнөнә бағышланған флешмобтарҙа ла ҡатнашып торабыҙ. Район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә лә һынатманыҡ, М.Абдуллина - дипломант, Г.Байбулдина еңеүсе булды. Гәүһәр Хөрмәтулла ҡыҙының тулыһынса образға кереп, тетрәндерерлек итеп һөйләүенә таң ҡалырлыҡ.
Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторола килгән үҙешмәкәр сәнғәт буйынса 21-се смотр-фестивале быйыл Сәйетбабала үтте. Алты район (Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Көйөргәҙе, Ауырғазы) вәкилдәрен ҡаршы алыу, урынлаштырыу, төбәгебеҙҙең таланттарын һәм ҡунаҡсыллығын күрһәтеү кеүек яуаплы эште лайыҡлы атҡарып сыҡтыҡ.
Шәхсән үҙем өсөн дә, “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле ағзалары өсөн дә, февралдең иң сағыу ваҡиғаһы булып респуб-лика ҡурайсы ҡыҙҙар бәйгеһендә Гран-при яулауым булды. Башҡа ҡатнашыусыларҙың музыка буйынса махсус уҡыу йорттары тамамлағандарын, ҡурай буйынса уҡытып йөрөүҙәрен белеп, еңелсә шөрләп алһам да, барыһы ла яҡшы тамамланды. Остазым Илһам Байбулдинға һәм башҡа коллегаларыма көс-дәрт биреп тороуҙарына рәхмәт.
Яҙ ҙа тик яҡшы ваҡиғалар менән башланып тора. “Башҡортостан ҡыҙы” республика ҡатын-ҡыҙҙар журналы инициативаһы менән ойошторолған “Беләҙегем-йөҙөгөм” конкурсында 3-сө урын яулауым, ҡыҙым Ҡарлуғас Йәрмиева иһә “Зәргәр биҙәүес” номинацияһында бүләкләнеүе һәм Мостай Кәрим исемендәге залда уҙған күркәм тантанала ҡатнашып ҡайтыу күңелде үҫтерҙе.
Иң йәмле байрам - 8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө Сәйетбаба мәҙәниәт йортонда ҙур концерт менән билдәләнде. Ике сәғәт барған тамашала 40-ҡа яҡын һәүәҫкәр әртис ҡатнашты. Махсус ошо көнгә әҙерләнгән яңы концерт номерҙары халыҡ күптән яратып өлгөргән, көтөп алғандары менән аралаш барҙы. Мәҫәлән, өс бер туған апалы-һеңлеләр Рисәлә Мәүлетҡолова, Рима Зәйнуллина, Разифа Ишембәтовалар башҡарыуында “Өс таған” бейеүе үҙенсәлекле яңғыраш алды, көслө алҡыштарға лайыҡ булды.
“Йырсы ауыл” республика конкурсына “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле этник характерҙағы йырҙар тәҡдим иткәйне, милли музыка ҡоралдары оҙатыуындағы сығыш оригиналлеге менән айырылып тора. Ансамблдең ир-егеттәре Красноусол башҡорт гимназияһында балалар менән осрашып, был ҡоралдар менән таныштырып ҡайтты.
Яҙыусы Кәбир Аҡбашевтың Ҡәҙер һәм хәтер кисәһе лә Сәйетбаба мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Кисәлә шәхестең туғандары, яҡындары, коллегалары, класташтары ҡатнашты. Һәр береһе уның тураһындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны, спектаклдәренән өҙөктәр ҡуйылды.
Яҙғы өмәләрҙән дә ситтә ҡалмайбыҙ, фольклориадаға әҙерлек тә ҡыҙыу бара, өс милләттең кейемен, бейеүен, атрибутикаһын мауығып өйрәнәбеҙ, эшләйбеҙ. Һәр һөҙөмтә - ул көндәлек эштең күрһәткесе. Конкурстарҙа еңеү булһынмы, концерт программаһы ҡуйыумы, спектакль әҙерләүме - даими һәм системалы эшләмәйенсә атҡарып булмай торған эш. Быны яҡшы аңлайбыҙ һәм мәҙәни яҙға ҙур пландар менән аяҡ баҫтыҡ.
Рәйлә САБИТОВА.
Сәйетбаба ауылы.
Читайте нас: