+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Март 2020, 10:25

Йыл сағыу ваҡиғаларға бай булды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан был өлкәләге уңыштар, йыл һуҙымында башҡарылған эштәр, алдағы бурыстар хаҡында һөйләүен һорап район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәфис Рәшит улы АҠҠУЖИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ - уға:

-Бөгөн райондың мәҙәниәт өлкәһендә 150 кеше эшләй. Уларҙың барыһы ла үҙ эштәренә ижади ҡарашта булған хеҙмәт эйәләре, рухи байлыҡты, мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индерә. Был турала йыл һуҙымында үткәрелгән мәҙәни саралар, һәүәҫкәр артистарҙың, ижади коллективтарҙың ра-йон, республика кимәлендәге төрлө смотр, конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулауы һөйләй.
Билдәле булыуынса, 2019 йыл иҫтәлекле сараларға бай булды. Иң ҙурҙарынан данлыҡлы Уҡлыҡая тауы янында “Мәргән уҡсы” 4-се төбәк-ара һыбай килеш һәм традицион уҡ атыу фестивален, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы З.Ғ.Мәхмүтов исемендәге башҡорт халыҡ оҙон көйҙәрен башҡарыусыларҙың республика конкурсын, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан тантаналы байрам сараһын, Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисәне, Театр йылына арналған сараларҙы билдәләргә кәрәк. Шулай уҡ Ленинград өлкәһендә уҙған “Башҡорт мәҙәниәте көндәре” байрамында ҡатнашыу былтырғы йылдың сағыу ваҡиғаһы булды.
Былтыр райондың билдәле йырсы-ҡурайсыһы, район мәҙәниәт һарайының “Мағаш” ҡурайсылар халыҡ ансамбле етәксеһе Рәмил Ҡотдосов Өфөлә үткән йырсы һәм сәсәндәр араһында М.Ҡаҙаҡбаев исемендәге төбәк конкурсында Гран-при яуланы, йыраусылар араһындағы төбәк-ара конкурста I Дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Ғ.Сөләймәнов исемендәге республика ҡурай байрамында жюри ағзаһы сифатында ҡатнашты. Рес-публикала үҙешмәкәр ижадты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһы, башҡорт йыр сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙәге ҙур өлөшө өсөн Рес-
публика Халыҡ ижады үҙәгенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Ижади коллективтарҙың уңыштары ла күп булды. Һәр мәҙәни сараның биҙәге – Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң Гәүһәр Байбулдина етәкселегендәге “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле Илеш районында уҙған “Ауаз” башҡорт этник мәҙәниәте асыҡ фестивалендә I дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. “Быҙыбыт” балаларҙың өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе - Илшат Хәбибуллин) Санкт-Петербургта уҙған халыҡ-ара конкурста, “Эксклюзив” балалар өлгөлө хореография коллективы (етәксеһе – Ольга Кирдеева) Сочи ҡалаһында халыҡ-ара ижади бәйгелә, Айгөл Буранова етәкселегендәге балаларҙың “Айгүзәл” халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән “Төлкәҫ” балалар өлгөлө бейеү ансамбле Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй конкурсында, Стәрлебашта төбәк конкурсында I дәрәжә Диплом яуланылар. Башҡа коллективтар ҙа уңыштары менән һөйөндөрә.
Мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһы ижади коллективтарҙың тулы көсөнә эшләүенә нигеҙ булып тора. Ул ҙур матди ҡиммәттәр, ҡатмарлы технологик ҡорамалдар, инженер коммуникациялар менән йыһазландырылған булырға тейеш. 2019 йылда ауыл мәҙәниәт усаҡтарын төҙөкләндереүҙә, матди-техник базаһын нығытыуҙа күләмле генә эштәр башҡарылды. Мәҫәлән, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә түбәндәге ауыл мәҙәниәт йорттарына: Ташлыға башҡорт милли костюмдары, Мораҡҡа оргтехника, ҡорамалдары менән бильярд өҫтәле, мультимедиа аппаратура, ноутбук, Яңғыҙҡайынға яҡтыртыу ҡоролмалары, микрофон, йыһаздар, спорт ҡорамалдары һатып алынды. Яңғыҙҡайын ауылы мәҙәниәт йорто тәҙрәләре, ишектәре, тамаша залының иҙәне, Игенйылға мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы, иҙәне яңыртылды, түшәме йылытылды. Туғай ауыл клубының ишек, тәҙрәләре, Ҡотлоғужа клубының тәҙрәләре, Байымбәт клубы ҡоймалары евроштакетникҡа, Үтәктә клуб ҡыйығы алмаштырылды, түбәләре өлөшләтә йылытылды. Бер нисә мәҙәниәт йортона өлөшләтә косметик ремонт уҙғарылды. Табын, Игенйылға, Ерек, Юлыҡ, Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йорттарына яңы театр креслолары урынлаштырылды. Сәйетбаба ауылы мәҙәниәт йортоноң газ ҡаҙандары яңыртылды.
2019 йылдың мартында район мәҙәниәт һарайының фасады емерелеп төшөү сәбәпле, уның тотош ҡыйығына республика бюджетынан бүленгән аҡсаға капиталь ремонт бара. Район мәҙәниәт бүлеге “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Президент гранттары конкурсында ҡатнашып, Ватан кинематографияһын үҫтереү Федераль Социаль һәм иҡтисади ярҙам фондының 5 млн һум күләмендәге грантын яуланыҡ. Һәм һанлы киноҡоролма һатып алынып, уны район мәҙәниәт һарайында урынлаштырып, кинозал асырға тейеш булһаҡ, капиталь ремонт сәбәпле, уны быйыл май айында монтажлап ҡуйыу планлаштырыла.
2019 йылғы уңыштарҙың береһе - Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты еңеүселәре иҫәбенә инеп, 4 млн 420 мең һумлыҡ финанс ярҙамы алды. Был тәңгәлдә аҡса сәхнә костюмдары тектереүгә, заманса оргтехника, музыкаль аппаратура, яҡтыртыу ҡоролмалары, бильярд өҫтәле, лазерлы гравировка станогы, милли музыка ҡоралдары һатып алыуға тотонолдо.
Шулай уҡ Бурлы моделле китапханаһы менән Ж.Кейекбаевтың Йорт-музейы “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеһы” республика конкурсында 100-әр мең һумлыҡ грант алыуға өлгәште.
Районда 40 ауыл мәҙәниәт йорто һәм клубы, мәҙәниәт һарайы, 25 китапхана, Балалар сәнғәт мәктәбе, Ғафури тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы, Мәжит Ғафуриҙың һәм Жәлил Кейекбаевтың Йорт-музейҙары уңышлы эшләп килә. Мәҙәниәт усаҡтарында халыҡтың тарихына, мәҙәниәтенә, йолаларына ҙур иғтибар биреп эшләгән 200-гә яҡын үҙешмәкәр халыҡ ижады коллективтары һәм төрлө түңәрәктәрҙә 5200-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. Улар хор, бейеү, вокал, фольклор, театр, вокаль-инструменталь йүнәлештә эшләй. Районда 17 коллектив“халыҡ” һәм “өлгөлө” исемдәренә йөрөтә.
Алдағы пландарға килгәндә, беҙҙең алда, тәү сиратта, район мәҙәниәт һарайы ҡыйығына төҙөлөш-монтаж эштәрен тамамлау бурысы тора. Иң мөһимдәренә туҡталып үткәндә, 2020 йылда Сәйетбаба мәҙәниәт йортонда урынлашҡан моделле китапханаға капиталь ремонт, Еҙем-Ҡаран моделле, Ташбүкән ауыл клубында урынлашҡан китапханаға ағымдағы ремонт талап ителә. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Ҡауарҙы ауылында мәҙәниәт йорто төҙөлөшө планлаштырыла.
Быйыл барлыҡ мәҙәни саралар ҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, VI Бөтә
донъя фольклориадаһы сиктәрендә уҙа, августа үтәсәк Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллыҡ юбилейына әҙерлек эштәре бара.
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткекилә, районыбыҙҙа мәҙәни өлкәгә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов һәм уның урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова тарафынан ҙур иғтибар бирелеүе һәм ярҙам күрһәтелеүе эшебеҙгә этәргес көс бирә, яуаплылыҡ өҫтәй. Артабан да халыҡтың мәҙәниәткә, сәнғәткә булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп, ең һыҙғанып эшләрбеҙ, тип уйлайым.
Форсаттан файҙаланып, райондың барлыҡ мәҙәниәт өлкәһендә көс һалған ижади кешеләрҙе, коллегаларҙы, ветерандарҙы һөнәри байрамыбыҙ – Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйем.
Индира ИШКИНА яҙып алды.
Читайте нас: