+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Март 2020, 12:00

Битлекте ҡайҙан алырға?

Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле республикала, шул иҫәптән районда ла һаҡланыу сараларына ҡытлыҡ тыуҙы. Тәү сиратта был медицина битлектәренә ҡағылды.

Район дарыуханаларына битлектәр килтерелеүгә ҡарамаҫтан, улар тиҙ арала һатылып бөтөп тора. Был хәлде контролгә алып, район хакимиәте бер ни тиклем проблеманың киҫкенлеген кәметеү юлын тапты. Район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Анатольевна Небогатова әйтеүенсә, районда тегеү оҫтаханалары булған эшҡыуарҙар менән осрашып һөйләшкәндән һуң, Татьяна Петровская (“Ника” ательеһы, “Марат” көнкүреш йорто), Наилә Хисмәтуллина (“Ҡорғандар донъяһы”, Ленин урамындағы “Пятерочка” магазины бинаһында), Людмила Демидова (“Ҡорғандар салоны”, Ленин урамы,7) битлектәр тегә башланы. Битлектәр марля, трикотаж, кизе-мамыҡ туҡымаларҙан көнөнә 300 дана тегелә. Туҡымалар эшҡыуар Марина Виноградованан ташламалы хаҡҡа һатып алынған. Бер битлектең хаҡы – 30 һум. Уларҙы район үҙәгендәге “Башфармация” селтәренә ҡараған 36-сы һанлы аптекала һәм үрҙә аталған ательеларҙа һатып алырға мөмкин. Үҙебеҙҙә етештерелгән битлектәрҙең өҫтөнлөгө шунда – уларҙы күп тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Бер нисә сәғәт кейеп йөрөгәндән һуң уны йыуырға, аҙаҡ эҫе үтек менән үтекләгәндән һуң яңынан ҡулланырға була.
Халыҡ араһында яңы вирустың таралыуын иҫкәртеү, һаҡланыу сараларына районда ҡытлыҡ булмаһын өсөн район хакимиәте барыһын да эшләй. Шул уҡ ваҡытта һәр беребеҙ үҙ сәләмәтлеген ҡайғыртып, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгәндә генә сирҙең таралыуына юл ҡуймаҫҡа була.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.
Читайте нас: