-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Март 2020, 11:45

Янғын хәүефһеҙлеге һәм яҙғы ташҡын - иғтибар үҙәгендә

Күптән түгел район хакимиәтенең ултырыштар залында Башҡор-тостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Морат Задин һәм рәйес ярҙамсыһы Тимур Шакиров ҡатнашлығында янғын хәүефһеҙлеген һәм яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреүҙе тәьмин итеү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте. Сарала шулай уҡ 74-се янғын часы начальнигы Вадим Отмахов, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы урынбаҫары – Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Динар Ғәлимов алып барҙы.

Морат Хәлидар улы сарала ҡатнашыусыларҙы республикала авария-ҡотҡарыу эштәре барышы, ғәҙәттән тыш хәлдәр, янғындар менән бәйле хәл-торош менән таныштырҙы, торлаҡҡа автоматик янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын урынлаштырыу, уның күпме кешене һаҡлап ҡалыуы хаҡында миҫалдар аша бәйән итте. Ҡорамалдар менән айырым категория граждандарҙы ғына түгел, ә тулыһынса халыҡты (100%) тәьмин итеүгә өлгәшергә кәрәклеге билдәләнде. Был тәңгәлдә Стәрлебаш районы ыңғай яҡтан баһаланды. Беҙҙең районда былтыр иң күп янғындар Красноусол һәм Аҡкүл ауыл биләмәләрендә теркәлгән.
2020 йылғы яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ уҙғарыу мәсьәләләренә туҡталып, беҙҙә ташҡын хәүефе янаған Ағиҙел йылғаһы буйында ултырған Табын, Кузьма-Александровка, Яңы Ҡарамыш, Туғай, Еҙем йылғаһы ярында урынлашҡан Имәндәш, Таш-Аҫты, Тайыш, Юрмаш, Аҡташ ауылдары республика реестрына индерелеүен билдәләп үтте. Шулай уҡ йылғаларға яҡын урынлашҡан башҡа тораҡ пункттар ҙа һыу баҫыу йәһәтенән иң ҙур хәүефкә эйә, бығаса бер тапҡыр ҙа ташмаған йылғалар ҙа яҙын үҙен икенсе яҡтан күрһәтеүе ихтимал. Шуға күрә ундай ерҙәрҙә йәшәүселәрҙән һәр ваҡыт уяулыҡ талап ителә. Халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыу, төрлө памяткалар таратыуға, кеше күп булған урындарға йәбештереүгә ҙур иғтибар бирергә кәрәклеге билдәләнде.
Артабан Динар Ғәлимов һүҙ алып, 2019 йылда районда янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен бәйән итте.
Кәңәшмәнән һуң, Дәүләт комитеты вәкилдәре шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте. Осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы булды. Ҡабул итеүгә килеүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: