Район мәғариф бүлеге ошо йоланы тотоп, шулай уҡ тәбиғәтебеҙгә йәм биреүсе, матурлыҡ өҫтәүсе ҡанатлы дуҫтарыбыҙға һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында районыбыҙҙың бөтә мәктәптәре һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар баҡсалары араһында “Ҡоштарға оя” тип аталған конкурс иғлан иткәйне. Балалар атай-әсәйҙәре ярҙамы менән бай фантазия-ларын ҡушып, ижади һәләттәрен һалып эшкә тотондо. Һәм район буйынса һәр береһе үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торған 168 сыйырсыҡ ояһы эшләгәндәр. Улар араһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналғаны ла, сәғәт, мандолина, бура рәүешлеләре лә бар ине, ҡәҙимгеләре лә матур итеп эшләнгән.
Йома көнө ошо конкурсҡа йомғаҡ яһалып, мәктәптәрҙән килгән был эшкә яуаплы кешеләр ярҙамы менән ҡош оялары “Йәшлек” паркына һәм Калмыков урамына, башҡа урамдарға, шулай уҡ ҡайһы бер мәктәптәр үҙ ихаталарына элеп ҡуйҙылар ҙа инде. Әлбиттә, ҡоштар иң тәүҙә үҙҙәренә хәүефһеҙ йылы өй төҙөгән дуҫтарына рәхмәт әйтеп, моңло йырҙарын һуҙасаҡ. Оялар ҙа ҡоштарҙы үҙебеҙгә саҡырып, тирә-йүнебеҙҙе матур эштәр менән йәмләп торасаҡ бит. Әйткәндәй, 1 апрелдә Халыҡ-ара ҡоштар көнө билдәләнә.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.