+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
31 Март 2020, 13:00

Ҡәтғи саралар юҡҡа ҡабул ителмәй Район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов коронавирусҡа бәйле райондағы хәл буйынса брифинг үткәрҙе

БР Башлығы Указына ярашлы, “Юғары әҙерлек” режимын индереү буйынса 2020 йылдың 23 мартынан коронавирус киҙеүенең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында Ғафури районы хакимиәте ҡарамағында оператив штаб төҙөлдө. Штабҡа район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов етәкселек итә. Был киҫкен инфекцияны иҫкәртеү менән бәйле етәксе район гәзите журналистары менән брифинг уҙғарҙы.

-Әле яңы ғына ил Президенты Владимир Путин телевидение аша Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. Сығыш коронавирусҡа, дөрөҫөрәге, уның ҡурҡыныс эҙемтәләрен иҫкәртеүгә бәйле булды. Шулай итеп, РФ Президенты В.В.Путиндың мөрәжәғәтенә ярашлы, тап ошо сәбәпле илебеҙ өсөн мөһим булған 22 апрелгә билдәләнгән сәйәси сара - Конституция буйынса тауыш биреү көнө күсерелә.
Тағы шуныһы мөһим – был аҙна Рәсәйҙә эшләмәй торған аҙна тип билдәләнде. Ул 28 мартта башланып, 5 апрелгә тиклем дауам итәсәк һәм эш хаҡы тулы кимәлдә һаҡланасаҡ. Был ҡағиҙә медицина һәм дарыухана хеҙмәткәрҙәренә, сауҙа тармағына, дәүләт власы органдарына, тормошто тәьмин иткән хеҙмәттәргә ҡағылмай.
Владимир Путин илгә ниндәй ауыр осор килгәнен билдәләп, халыҡҡа һәм бизнесҡа быға тиклем булмаған ярҙам саралары тураһында ла белдерҙе. Бәләкәй балалары булған, әсәлек капиталынан түләүҙәр алған ғаиләләр өсөн һәр балаға өҫтәмә 5 мең һум аҡса түләнәсәк. 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар өсөн түләүҙәр алдан күҙалланғанса июлдән түгел, ә бер ай алдан башланырға тейеш.
Төрлө социаль түләүҙәр алған кешеләргә уларҙы оҙайтыу өсөн документтар йыйып йөрөргә кәрәкмәйәсәк, улар автоматик рәүештә оҙайтыласаҡ.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан ветерандарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә ярашлы рәүештә 75 һәм 50 мең һум күләмендәге түләүҙәр май байрамдарына тиклем, апрелдә үк башҡарыласаҡ.
Эшкә яраҡһыҙлыҡ осоро (“больничный”) өсөн түләү схемаһы үҙгәрәсәк. Кемдәр эш хаҡынан әҙерәк алған, уларҙыҡы артасаҡ, ул йыл аҙағына тиклем айына бер МРОТ-тан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Ипотека һәм кредит түләгәндәр өсөн дә яҡшы яңылыҡтар бар. Кемдең килеме 30 проценттан кәмей, улар өсөн каникулдар биреү планлаштырыла һәм штраф санкциялары булмаясаҡ.
Эшһеҙлек буйынса пособие 8000 һумдан 12000 һумға тиклем артасаҡ. Бәләкәй һәм урта бизнес өсөн киләһе алты айға һалым буйынса түләүҙәр кисектереләсәк (НДС-тан башҡа). Коронавирустан зыян күргән тармаҡ компанияларына алты айға банкротлыҡ тураһында ғариза биреүгә мораторий иғлан ителә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн страховка түләүҙәре ике тапҡырға кәметелә – 30 проценттан 15 процентҡа тиклем. Владимир Путин белдереүенсә, был сараның әлегә срогы билдәләнмәй.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика биләмәһендә инфекция таралыу хәүефен кәметеү маҡсатында өҫтәмә саралар раҫланы. Улар 26 марттан үҙ көсөнә инде. Сит илдән ҡайтҡандар 14 көнгә үҙаллы изоляцияға китергә, эшкә, йәмәғәт урындарына йөрөмәҫкә тейеш. Ошо уҡ сара 65 йәштән өлкән, эшләмәгән оло йәштәгеләргә лә ҡағыла.
23 марттан 1 апрелгәсә мәктәп каникулы осоронда өҫтәмә белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлеге туҡтатыла. 2 апрелдән белем биреү учреждениелары дистанциялы уҡытыу формаһына күсергә һәм бушлай ашауға хоҡуҡлы балаларға аҙыҡ-түлек йыйылмаһын биреү ойошторолорға тейеш.
Документ шулай уҡ күңел асыу һәм ял учреждениеларының, физик культура һәм спорт объекттарының, шул иҫәптән бассейндарҙың эшмәкәрлеген туҡтатты. Унан тыш, йәмәғәт туҡланыуы урындарында залда 50 һәм унан да күберәк кеше бер юлы булырға тейеш түгел һәм башҡалар.
-Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, районда коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса төҙөлгән штабтың эше нисек бара?
-Төбәк Башлығы Р.Ф.Хәбировтың указына ярашлы, район хакимиәте ҡарар ҡабул итте. Район хакимиәте ҡарамағында коронавирус ауырыуына ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб төҙөлөп, Сәйетбаба, Красноусол, Яңғыҙҡайын зоналары буйынса бүленгән ауыл биләмәләрендә республиканан һәм илдән ситкә сығыусыларҙың йәшәгән урындарына йөрөүсе эшсе төркөмдәр булдырылды. Штаб Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр, социаль, медицина хеҙмәткәрҙәрен, ауыл биләмәләре башлыҡтарын үҙ эсенә ала. Дәүләт, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, биләмә башлыҡтары, Үҙәк ра-
йон дауаханаһы, Район электр селтәре, “ГИП-электро”, “Тепловодоснабжение”, газ хеҙмәте, МЧС инфекцияны иҫкәртеү бу-йынса штаб режимына күсте. Башҡа ҡайһы бер ойошмалар өйҙә генә эшләү системаһын индерҙе.
-Белем биреү учреждениелары эшмәкәрлегенә был киҫкен хәлдең йоғонтоһо нисек?
-Әлеге мәлдә уҡыусыларҙың каникулы бара. Районыбыҙ мәктәптәре 6 апрелдән дистанциялы, йәғни ситтән тороп белем биреү технологияларын ҡулланып, электрон формала уҡытыуға күсә. Уҡыусылар предметтар буйынса эштәрҙе өйҙән электрон көндәлек (дневник) аша аласаҡ. Ә барлыҡ өйгә эштәр һәм уҡыусыларҙың уларға яуаптары электрон журнал аша башҡарыла. Был тәңгәлдә барлыҡ уҡытыусылар ҙа белемен камиллаштырҙы. Районда, әлбиттә, Интернет селтәренә тоташмаған ауылдар ҙа бар. Әлеге мәлдә Түбәнге Ташбүкән, Рус Саскүле, Юрмаш, Ҡаранйылға, Тайыш, Оло Үтәш ауылы мәктәптәренә Интернет уҙғарыу эштәре бара һәм дистанциялы уҡытыу системаһына күскәнсе был эш тамамланасаҡ. Шулай уҡ Интернет селтәре аша уҡый алмағандарға мәктәптәрҙә 1-4-се класс уҡыусылары өсөн 15 баланан артмаған дежур төркөмдәр эшләйәсәк (ата-әсәләрҙең тейешле ҡарарына ярашлы), онлайн уҡытыу ҙа ойоштороласаҡ. Дистанциялы уҡытыуҙа әҙер видеоәңгәмәләр, видеодәрестәр файҙаланырға мөмкин. Беҙҙә дистанцион уҡытыу өҙөклөкһөҙ үтер һәм уҡыусылар һәр бер предмет буйынса база кимәлендә белемгә эйә булыр, тип уйлайым.
-Бөгөн районда хәл-торош нисек?
-Билдәле булыуынса, Европа илдәрендә, бигерәк тә Ҡытайҙа, Италияла, Иран, Испания, Германия, Көньяҡ Кореяла был мәкерле сир көслө, барлығы 196 илде ялмап алған. Ошо һәм башҡа сит илдәрҙә ялда, сәйәхәттә булып ҡайтыусылар, беҙгә килеүсе башҡа кешеләр ҙә бар, әлбиттә. Улар - 23 кеше, барыһы ла иҫәпкә ҡуйылған, шуларҙың 16-һы өйҙәрендә карантинда, даими күҙәтеү аҫтындалар. Сит илдән ҡайтып та, был хаҡта хәбәр итмәгән һәм ауырыуын йәшергән кешеләр енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыла. 65 йәштән өлкәнерәктәргә килгәндә иһә, уларға ла үҙҙәрен һаҡларға кәрәк, өйҙән сығып йөрөмәү хәйерлерәк. Аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ, ярҙам кәрәк булғанда яҡындарына, шулай уҡ районда эшләгән халыҡты социаль хеҙмәтләндереүсе “Изгелек шишмәһе” ойошмаһына 8(34740)2-72-26 телефонына шылтыратып мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Бындай ҡәтғи саралар юҡҡа ғына ҡабул ителмәй. Халыҡтың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуҙан һаҡлау һәм сир таралыуға юл ҡуймау өсөн эшләнә. Беҙ ҙә хәлдең үтә етди булыуын аңларға һәм мөмкин тиклем урамға сығып йөрөүҙән, кешеләр менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуҙан һаҡланырға тейешбеҙ. Иң яҡшыһы - өйҙә генә ултырыу. Урамға сыҡҡанда һаҡланыу сараларын ҡулланыу. Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың һаулығы һеҙҙең ҡулда булыуын онотмағыҙ!
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: