-2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Апрель 2020, 18:25

Ауылым уңғандары

Хозур тәбиғәтле, йәмле Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан Ибраһим ауылында 30 йыл фермала һауынсы булып эшләгән Шәүрә Миниәхмәт ҡыҙы Вәлиеваның үҙе һәм уның ғаиләһе менән мин күптән таныш.

Ибраһим фермаһында агитатор булғанда, киске һауынға күсмә китапхана менән бара инем. Алдынғы һауынсылар хаҡында "Молния"лар, "Боевой листок"тар сығарам. Мөдир аҙналыҡ эшкә йомғаҡ яһай, күсмә вымпелдар, аҡсалата премия тапшыра. Шәүрә Миниәхмәт ҡыҙы һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды.
Ул Ибраһим ауылында ябай колхозсы Рауза менән Миниәхмәт Әбделмәновтарҙың 6 балалы ишле ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Шәүрә Еҙем-Ҡаранда урта белем алғас, күп уйлап тормай, ошо ауылдағы май заводына эшкә урынлаша. Бер йыл эшләгәс, буласаҡ тормош иптәше әрме сафынан ҡайта, күп тормай, йәштәр өйләнешәләр. “Мин Шәүрәне бер кемгә лә бирмәйем тинем һәм һүҙемдә торҙом”, - ти Камил ағай. Үҫкәндә лә улар күршеләш кенә йәшәгәндәр икән. Шулай итеп, Шәүрә Миниәхмәт ҡыҙының яҙмышы ҡырҡа үҙгәрә. Хәйриямал әбейҙең берҙән-бер малайына килен булып төшөп, ҡәйнә менән 42 йыл бергә йәшәрбеҙ тип күҙ алдына ла килтермәгәндер ул саҡта. 1968 йылда Ибраһим фермаһында һауынсы булып эш башлай. Тәүҙәрәк ауырыраҡ булһа ла, егәрле, аҙ һүҙле Шәүрә эшкә тиҙ төшөнә. Тәжрибәле һауынсылар Таһура Мозафарова, Сайма Насирова, Рәйфә Лоҡманова, Флүрә Баҡыева һәм башҡалар ныҡ ярҙам итә.
- Хәтеремдә, 7-се класты тамамлағас, йәйге каникулда Тойопто йәйләүенә һыйыр һауырға алмашсы итеп алып киттеләр, бәләкәй булғас ҡулдарым арый, бармаҡтарҙың көсө юҡ. Шул ваҡытта ла ошо апайҙар ярҙамы менән өйрәнеп киттем, - тип хәтерләй Шәүрә Миниәхмәт ҡыҙы. Эшкә төшөнгәс, үҙе лә йәштәргә ярҙам итә, тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Шундайҙарҙың береһе – Рима Садиҡова 28 йыл фермала һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Әле лә улар яҡын дуҫтар.
Тырыш, уңған һауынсы Шәүрә Миниәхмәт ҡыҙы, район Советы, КПСС һәм ВЛКСМ райкомдарының бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. 1989 йылда Шәүрә Вәлиеваны район Советына депутат итеп һайлайҙар, ҡулынан килгәнсә ул унда ла әүҙемлек күрһәтә. Эш ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ферманың берҙәм коллективы күп йылдар район күләмендә алдынғылар рәтендә барҙы.
Тормош иптәше Камил Әүхәҙи улы менән 50 йылдан артыҡ татыу ғүмер итәләр. Ул да ошо уҡ фермала мал ҡарай, көтөүен дә көтә, хаҡлы ялға сыҡҡансы 40 йыл эшләй. Армияла хеҙмәт иткәндә “Бөйөк Еңеүҙең 20 йыллығы” миҙалы менән дә бүләкләнгән. Улар биш балаға ғүмер бүләк итеп, һәр береһенә урта белем алырға ярҙамлашып, оло тормош юлына сығарғандар. Балаларҙы ҡарашыуҙа ҡәйнәһенең ярҙамы ҙур була. Улар икеһе лә фермала, йәй көнө йәйләүҙә ятып эшләйҙәр.
- Ҡәйнәм балаларҙы ҡарап, донъяны көтөп торҙо, бик рәхмәтлемен. Ҡөрьән уҡый ине, 92 йәштә һуңғы юлға ла ҡәҙер-хөрмәт менән оҙаттыҡ, - ти Шәүрә.
Балаларының һәр береһе үҙ эшендә тырышып эшләп донъя көтәләр, матур итеп йәшәп яталар. Улар ашнаҡсы, тегенсе, электрик, сварщик һөнәрҙәрен үҙләштергән. Ә Раян Салауат ҡалаһында полицияла эшләй, улар ата-әсәһенә ҡайтып, ярҙам итеп торалар. Шәүрә Миниәхмәт ҡыҙы Камил Әүхәҙи улы менән 11 ейән-ейәнсәргә ҡәҙерле өләсәй һәм олатай булып, уларҙың шатлыҡтарын күреп йәшәй. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан алты мөйөшлө өй һалып, 2010 йылда ҡәйнәһе йортонан яңы өйгә күскәндәр. Иркен, ҙур өйҙә һәр әйбер үҙ урынында, таҙа, яҡты, зауыҡлы биҙәлгән, кәртә-ҡуралары ла төҙөк. Камил Әүхәҙи улы 2014 йылдан ауыл муллаһы булып тора, уның олатаһы ла дини кеше булған икән.
- Миндә йәш саҡтан уҡ дингә тартылыу бар ине, әле намаҙ, Ҡөрьән уҡыйым, йыназаға йөрөйөм, ураҙа тотам, - ти ул.
Ауылыбыҙҙың уңған хеҙмәт ветерандары донъяға һөйөнөп, балаларының шат тауыштарына ҡыуанып әүҙем тормош алып баралар. Март аҙағында Шәүрә Миниәхмәт ҡыҙының оло юбилейы – етенсе тиҫтәне тултырһа, йәйгә Камил Әүхәҙи улына 75 йәш була. Алдағы тормош йылдарында уларға иҫәнлек-һаулыҡ, балаларының, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә барыһына ла терәк-таяныс булып, оҙаҡ йәшәүҙәрен теләп ҡалабыҙ.
Әлфиә ИСҠУЖИНА,
хеҙмәт ветераны.
Еҙем-Ҡаран ауылы.
Читайте нас: