-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Апрель 2020, 14:20

Махсус режимда эшләйҙәр

Яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау маҡсатында халыҡҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүсе дәүләт учреждениеларының күпселеге эш графигын үҙгәртеп махсус режимға күсте.

Ғафури районындағы Пенсия фонды идаралығы начальнигы Наталия Михайловна Григорьева әйтеүенсә, 30 марттан Пенсия фондының клиенттар менән эшләү хеҙмәте граждандарға хеҙмәттәрҙе ситтән тороп күрһәтеп булмаған осраҡта алдан яҙылыу буйынса ҡабул итә ине. Ләкин көн һайын булған үҙгәрештәргә бәйле, хеҙмәттәр күрһәтеү тәртибе лә үҙгәрә. Карантин һәм үҙаллы изоляция режимын боҙмаҫ өсөн идаралыҡҡа килергә кәрәкмәй, тейешле хеҙмәттәрҙе ситтән тороп йәки Пенсия фонды сайты һәм дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү порталы аша алырға мөмкин. Һорауҙарға 8(34740) 2-72-55 телефоны аша консультациялар бирелә. Шулай уҡ Пенсия идаралығының контакт үҙәгенең 8(34740)2-21-69 телефонына шылтыратып та мәғлүмәт алырға була.
Пенсия фонды сайты аша пенсионерҙарға, шулай уҡ пенсия юллаусыларға йәки төрлө социаль түләүҙәргә хоҡуғы булғандарға электрон хеҙмәттәр күрһәтелә. Унда һәр кем үҙенең пенсия коэффициентын һәм хеҙмәт стажын белә ала. Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинет йәки дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙең берҙәм порталында пенсия билдәләүгә, әсәлек капиталын алыуға һәм уны ҡулланыуға, пенсия тупланмаһынан ашығыс йәки бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәргә ғариза яҙырға мөмкин.
Шулай итеп хаҡлы ялдағыларға, төрлө льготалар менән ҡулланыусыларға, пенсия юллаусыларға те-йешле хеҙмәттәрҙе өйҙәренән сыҡмай ғына алырға була. Н.Григорьева билдәләүенсә, апрель айы өсөн пенсиялар ваҡытынан алда таратыла. Һуғыш ветерандары пенсиялары менән бергә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына 75 мең һәм 50 мең һум һәм 10 мең һум күләмендәге йыллыҡ түләүҙәрҙе лә аласаҡ.
Хаҡлы ялдағылар өсөн тағы ла бер һәйбәт яңылыҡ – 1 апрелдән социаль пенсиялар 6,1 процентҡа индексациялана. Был инвалид булараҡ һәм ҡараусыһын юғалтып социаль пенсия алыусыларға ла ҡағыла. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышын-да ҡатнашыусыларҙың, “Ҡамауҙағы Ленинградта йәшәүсегә” билдәһе менән наградланыусыларҙың, призыв буйынса хәрби хеҙмәт үткән хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзаларының, радиация һәм техноген афәттәрҙә зыян күргән граждандар һәм уларҙың ғаилә ағзаларының пенсиялары ла индексациялана.
Ғафури районындағы Пенсия идаралығы карантин осорондағы бар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп, граждандарға пенсия түләүҙәрендә өҙөклөктәр булмаһын өсөн эшмәкәрлеген махсус режимда дауам итә.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.
Читайте нас: