“Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күп мәктәптәр ябылды, ә беҙҙең Бурлы мәктәбен директор Хәлиулла Хәмиҙулла улы Зәйнуллин яптырмайса алып ҡалды. Улай ғына ла түгел, уҡыу сифатын һис тә төшөрмәйенсә, эшләүен дауам итте. Көндөҙ уҡыныҡ, кистәрен эшкә бара инек, - ти Хәмит абый. - Класта ун дүрт кеше уҡыныҡ, барыбыҙ ҙа унынсы класты тамамлағас, юғары уҡыу йорттарына кереп, белем алдыҡ. Математика фәненә һөйөүҙе лә тап ул уятты".
Хәмит абый үҙе ике институт тамамлай, Имәндәш мәктәбендә математиканан уҡыта, күп тә үтмәй директор булып эшен дауам итә. Ошо йылдарҙа рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наилә Ғариф ҡыҙы менән өйләнешеп, донъя көтә башлайҙар. Бер-бер артлы Рәис һәм Марс улдары тыуа.
1970 йылда Хәмит Ғәбдрәхим улы ғаиләһе менән тыуған ауылы Бурлыға күсеп ҡайта, шунан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә математика уҡытыусыһы булып эшләй. Ғүмеренең 42 йылын балалар уҡытыу һәм тәрбиәләүгә бағышлай Хәмит абыйыбыҙ. Яҡшы эшләй, был турала хөкүмәтебеҙ тарафынан бирелгән грамоталар, Маҡтау хаттары һөйләй.
Хәмит Ғәбдрәхим улы беҙҙең класс етәксеһе булды. Дәрестәр йәнле үтә ине, ул барыбыҙға ла төплө белем бирергә тырышты. Бер ваҡытта ла беҙҙе яратҡан-яратмаған уҡыусыларға айырманы. Төрлө сетерекле хәлдәрҙән еңел сығыу юлдарын күрһәтә белде.
Бер заман шулай “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” конкурсына әҙерләнәбеҙ. Бер иштән күлдәктәр тектерҙек, ауыл буйлап ҡулсатырҙар (зонтик) йыйып йөрөнөк (ул заманда ауылда бик һирәк кешелә генә бар). Команданың исеме “Ләйсән ямғыр”. Көн йоҡламайбыҙ, төн йоҡламайбыҙ. Олимпиадаға әҙерләнәбеҙме ни... Хәмит абый беҙҙең менән.
Конкурс көнө килеп етте. Миңә ҡалһа, матур күлдәктәрҙә, ҡулсатырҙар тотоп, “Ләйсән ямғыр” йырын йырлап килеп сығыуыбыҙ өсөн генә жюри ағзалары беренсе урынды беҙгә бирергә тейеш ине кеүек, бик матур килеп сыҡҡайны шул. Конкурстар башланды, уйын барышында мәрәйҙәребеҙ ҙә күберәк булғайны, үҙебеҙҙе еңеүсе итеп күрә лә башлағайныҡ. Ләкин шул ваҡытта аяҙ көндө йәшен атҡандай булды... Беҙгә – икенсе урын! Жюри ағзалары: “Дуҫлыҡ еңде!” – тиһә лә, бәлки был тиклем ауыр булмаҫ ине... Беҙ ҡотлауҙарҙы көтөп тә тормай, илай-илай йүгереп бүлмәгә кереп киттек. Шул уҡ минутта Хәмит абый килеп керҙе, ата ҡаҙ бәпкәләрен ҡанат аҫтына йыйған төҫлө, беҙҙе ҡосаҡлап: “Ҡыҙҙар! Юҡ өсөн ҡайғырмағыҙ! Һеҙгә еткәне булманы. Быны барыһы ла күрҙе! Һеҙ – еңеүселәр!” - тип беҙҙе тынысландырғаны бөгөнгөләй күҙ алдында. Беҙ, әле үҫеп кенә килгән үҫмер балалар, яҡлаусыбыҙ барлығын, был ғәҙел булмаған тормош даръяһында яңғыҙ түгеллегебеҙҙе аңланыҡ. Бөтә көстө йыйып, үҙебеҙҙе еңеүсе итеп хис итеп, йылмайышып, яңынан залға сыҡтыҡ.
Йылдар уҙғас, бына ошондай тормош дәрестәренең фәһеме ниндәй ҙур булғанын аңлайһың. Хәмит абыйҙың бында роле бик ҙур!
Хәмит Ғәбдрәхим улы тураһында һөйләгәндә, уның хәләл ефете Наилә Ғариф ҡыҙы тураһында ла әйтеп китмәйенсә булмай. Ҡала ҡыҙы булһа ла, Наилә апа ауыл тормошонан ҡурҡып ҡалмай, Хәмит абый менән бергәләшеп, тырышып донъя көтәләр: баҡса үҫтерәләр, мал тоталар, балалары – алтын бағаналарына дөрөҫ тәрбиә бирәләр, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләйҙәр, эшкә өйрәтәләр. Улдары ла, әти-әниҙәре кеүек, бик тырыш, аҡыллы, мәрхәмәтле булып үҫеп етәләр. Бөгөнгө көндә Рәис ағай ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, ҡатыны менән бер ҡыҙ, бер ул үҫтергәндәр, икеһенә лә юғары белем биргәндәр, хәҙерге көндә балалары үҙ юлдарынан баралар. Марс ағай ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, нефтехимия заводында эшләүен дауам итә, балалары ла, әтиҙәре кеүек, нефтселәр. Хәмит абыйҙың улдары-килендәре лә, ейәндәре лә ауылды ташламайҙар, хәл белеп торалар, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәләр.
Хәмит Ғәбдрәхим улы тураһында яҙырға булғас, уның улдары менән элемтәгә керҙем, кәңәшләштем. Марс Хәмит улы бер ғибрәтле хәлде һөйләне.
“Бер заман мәктәп машинаһын уҡыусылар урлаған тигән хәбәр таралды. Ғәйеплене тиҙ табалар. Күп тә үтмәй, ауыл клубында асыҡ суд ултырышы үткәрәләр, егетте ултыртырға булалар. Шул ваҡыт әти, егеттең класс етәксеһе булараҡ, һүҙ ала. “Әгәр бөгөн суд баланы төрмәгә ултыртырға тигән ҡарар сығарһа, минеңсә, был бик ҙур яңылышлыҡ буласаҡ. Ғәйепле кеше үҙ язаһын алырға тейеш, быныһы шикһеҙ. Ултыртып та ҡуйҙыҡ, ти. Кем булып сыға ул унан? Һәйбәт кеше булыпмы? Әллә тағы ла боҙолопмо? Был ҡарар менән беҙ баланың яҙмышын тамам юҡҡа сығармайбыҙмы? Бәлки, башҡа төрлө яза барҙыр?” – ти әтием. Суд әһелдәре кәңәшләшкәндән һуң, егетте төрмәгә ултыртмаҫҡа, тигән ҡарар ҡабул итәләр. Был хәлгә нисә йылдар үтһә лә, әтиемдең был изгелеген уҡыусыһы бер ваҡытта ла онотмай һәм уҡытыусыһының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Был – дөрөҫ тәрбиә биреүҙең бер миҫалы. Шуның өсөн дә беҙ әти-әниебеҙгә мең рәхмәтлебеҙ, улар менән ғорурланабыҙ, үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙы ла шулай тәрбиәләргә тырышабыҙ”, - тип һүҙен йомғаҡланы Марс Хәмит улы.
Быйыл беҙҙең Бурлы урта мәктәбен тамамлауға 35 йыл буласаҡ. Күптән түгел яратҡан уҡытыусыбыҙ, класс етәксебеҙ Хәмит Ғәбдрәхим улы Хисамовтың 90 йәшлек юбилейын үткәрҙек. Күпме хәтирәләр иҫкә алынды, күпме йырҙар йырланды, күпме рәхмәттәр уҡылды... Хәмит абыйыбыҙҙың да, беҙҙең дә күңел булды.
Ҡәҙерле Хәмит Ғәбдрәхим улы! Төплө белем биргәнегеҙ, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләгәнегеҙ, тормош юлында маяҡ булғанығыҙ, ауыр саҡтарҙа юғалып ҡалмаҫҡа, аҡты ҡаранан, ҡараны аҡтан айырырға, иғтибарлы һәм ихтирамлы, кешелекле һәм кеселекле, оло йөрәкле һәм ярҙамсыл булырға өйрәткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Имәндәй ныҡлыҡ, ҡоростай таҙалыҡ ғүмер көҙөгөҙҙөң тағы ла бер биҙәге булһын ине. Алдағы йылдарҙа ла бәхет тигән ғүмер юрғанына төрөнөп йәшәгеҙ.
Гүзәлиә ЗӨБӘЙҘУЛЛИНА.