+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Апрель 2020, 19:05

Талантлы һәм илһөйәр шағир

Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда яҡташыбыҙ, билдәле шағир-драматург Кәбир Аҡбашев иҫтәлегенә бағышланған Ҡәҙер һәм Хәтер кисәһе үтте.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәйлә Сабитова, Ғафури районы мәҙәниәт бүлеге мөдире Рәфис Аҡҡужин, башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге баш белгесе Рәзим Мәүлетҡолов шағирҙың тормош юлына байҡау яһаны.
Кәбир Аҡбашев 1932 йылдың 10 мартында Яңы Заһит ауылында донъяға килә. Уға 9 йәш булғанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Барлыҡ һуғыш йылы балалары кеүек үк, аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла кисереп үҫә ул.
Кәбир Мөхәмәтшәриф улының тормош юлы – йәштәр өсөн тырышлыҡ өлгөһө ул. 10 йыл буйы Сәйетбаба урта мәктәбенә Биҙәүләттән йәйәү йөрөп белем алыу, район гәзите редакцияһында эшләү, Совет армияһында хеҙмәт итеү, уҡытыусылар институтын тамамлау, Стәрлетамаҡ ҡала радио коммитетын һәм Яҙыусылар берлеген етәкләү, әле лә сәхнәнән төшмәгән тиҫтәләрсә пьессалар, драмалар, халыҡ һөйөп башҡарған һәм тыңлаған популяр булып киткән йырҙар яҙыу – барыһы ла уның тормош һәм ижад юлы.
Талантлы һәм илһөйәр шағир, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Кәбир Аҡбашевтың күп йыллыҡ хеҙмәт һәм ижади эшмәкәрлеге «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем, Жәлил Кейекбаев һәм Ғәли Ибраһимов исемендәге әҙәби премиялар менән лайыҡлы баһаланған.
Сара барышында Сәйетбаба ауыл мәктәбе уҡыусылары Кәбир Аҡбашевтың шиғырҙарын һөйләне. Китапхана хеҙмәткәре Илһөйәр Мортазина яҙыусының ижадын сағылдырған презентация әҙерләп күрһәтте һәм китаптарынан күргәҙмә ойошторҙо.
Тыуған ауылы Биҙәүләт (Яңы Заһит) кешеләренең әсе яҙмышы, уларҙың кисерештәре, һөйөү-ғазаптары, уның ғәзиз тупрағына мөхәббәте, әрнеү һәм йөрәк яраларына мәҙхиә йырланған “Һуңғы хаттар” повесы буйынса Сәйетбаба урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Сөмбөл Юлбарыҫова эҙләнеү эше яҙып, тамашасылар хөкөмөнә еткерҙе.
Хәтер кисәһенә Кәбир ағайҙың бер туған ҡустыһы Йәғәфәр Мөхәмәтшәриф улы ҡыҙы Гүзәл менән, бер туған Хәмиҙә апаһының ҡыҙы Әлфиә Рәшит ҡыҙы Насирова һәм туғаны Марат Ғәбдрәхим улы Садиҡов килделәр, улар ауыл халҡына, урындағы етәкселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Класташы Зәйтүнә Шәмситова бергә уҡыған ваҡыттарын хәтерләп иҫкә алды.
Кәбир Аҡбашев ижад иткән комедиянан өҙөктө сәхнәләштереп күрһәтеү кисәгә йәм өҫтәне.“Аҡбейек” халыҡ театры артистары Асфат Юлбарисов, Илнар Ишемйәров, Рәсилә Ишморатова бик килештереп уйнаны.
Кәбир ағайҙың илленән ашыу шиғырҙарына композиторҙар тарафынан көйҙәр ижад ителгән. Күренекле композиторҙар Роза Сәхәүетдинова, Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Рәмил Ғимрани һәм башҡалар бер тыңлауҙа уҡ күңелгә инеп ҡалырҙай йырҙар яҙған. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Ғимрани уның шиғырҙарына яҙған йырҙарын йырланы. Ҡәҙер һәм Хәтер кисәһе хәтирәләр, Рәмил Ҡотдосовтың ҡурай моңдары, Зәкир Ишмырҙиндың моңло йыры, Сәйетбаба ағинәйҙәре башҡарыуында мөнәжәт менән үрелеп барҙы.
Кеше ғүмеренең оҙонлоғо үтелгән юлдарҙың, йәшәлгән йылдарҙың күплеге менән түгел, бәлки шул йылдар һуҙымында башҡарған эштәрҙең күләме, асылы һәм әһәмиәте менән билдәләнә. Тап ошоноң менән Кәбир ағай Аҡбашев халыҡ йөрәгендә мәңгелек урын алды.
Иҫ киткес кеше, күренекле драматург, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре – Кәбир Мөхәммәтшәриф улы Аҡбашев тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Рәүилә ЙӘНТҮРИНА,
Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң
художество етәксеһе.
Читайте нас: