Ойоштороу планы районды иҫәп һәм иҫәп алыу участкаларына бүлеүҙе үҙ эсенә ала. Иҫәп участкалары тораҡ пункттарҙы һәм унда даими йәшәгән халыҡтың иҫәбенән һәм бер иҫәп алыусыға билдәләнгән нагрузка нормаларынан сығып, төрлө тораҡ пункттарҙы индереү юлы менән булдырыла. Халыҡтың яҡынса һаны 31374 кеше, бер иҫәп алыусыға 550 кеше тура килә тигән мәғлүмәттәрҙән сығып эш ителәсәк. Беҙҙең районда 57 иҫәп участкаһы булырға тейеш. Тимәк, йәниҫәп алыуға шунса уҡ иҫәп алыусыны йәлеп итергә кәрәк буласаҡ. Һәр бер иҫәп алыу участкаһы (артабан – ПУ) 6, 7 иҫәп участкаһынан тора. 1-се иҫәп алыу участкаһына Сәйетбаба һәм Имәндәш ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар индерелде. Иҫәп алыу участкаһы Сәйетбабала урынлашасаҡ. 2-се ПУ-ға Еҙем-Ҡаран һәм Ҡауарҙы ауыл биләмәләре ауылдары инде. Иҫәп алыу участкаһы Еҙем-Ҡаранда урынлаша. 3-сө ПУ-ға Бурлы һәм Табын ауыл биләмәләренә ҡараған ауылдар инде. Иҫәп алыу участкаһы Табында буласаҡ. 4-се ПУ-ға Табын (Родина ауылы) һәм Красноусол ауыл биләмәһе ауылдары индерелде. Иҫәп алыу участкаһы Красноусолда урынлаша. 5-се ПУ-ға Аҡкүл һәм Бельский ауыл биләмәләре ауылдары индерелеп, участкаһы Аҡкүлдә буласаҡ. 6-сы ПУ-ға Мораҡ, Буруновка, Яңғыҙҡайын, Үтәк ауыл биләмәләре ауылдары индерелеп, участкаһы Яңғыҙҡайында урынлашасаҡ. 7-се ПУ-ға Ташбүкән, Толпар, Ташлы ауыл биләмәләре ауылдары һәм өлөшләтә Красноусол ауыл биләмәһе индерелеп, участкаһы Красноусолда буласаҡ. 8-се һәм 9-сы ПУ-ға Красноусол индерелде. Участкалар ҙа бында урынлашасаҡ. Һәр бер иҫәп алыу участкаһы стационар участка ла булып тора. Унда килеп иҫәп алыуҙы үтергә теләүселәр өсөн стационар иҫәп алыусы буласаҡ. Был маҡсатта йәнә өҫтәлмә 9 иҫәп алыусы ҡабул ителәсәк. Барлыҡ йәниҫәп алыусылар ҙа 1-нән 31 октябргәсә эшләйәсәк. Иҫәп алыусыларҙың эшен координациялау өсөн һәр бер иҫәп алыу участкаһына контролерҙар (9 кеше) ҡабул итеү күҙаллана. Улар 3 сентябрҙән 31 октябргәсә ҡабул ителәсәк.
Гүзәл ФӘТҠУЛЛИНА.