+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Апрель 2020, 19:00

Ҡаһарман яугир

Бөйөк Ватан һуғышының башынан алып аҙағына тиклем оҙон яу юлы үткән, утты-һыуҙы кискән ҡаһарман яугирҙарҙың береһе Ғәни Кейекбаев тураһында һүҙем.

Ул 1915 йылда Юлыҡ ауылында Мөхәммәтвәли исемле крәҫтиән ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Ғәни бәләкәйҙән үҙенең сослоғо, йылғырлығы менән башҡа тиҫтерҙәренән айы-
рылып тора. Белем алыуға ла ынтылышы көслө була. Ғәни ауылда асылған мәҙрәсә-мәктәптең тәүге уҡыусыларының береһе. Уҡыуға отҡор үҫмер башланғыс белем менән генә туҡталып ҡалмай, күрше ауылда ете йыллыҡ мәктәпте лә тамамлай. Район мәғариф бүлеге 1935 йылда егетте Ташбүкән башланғыс мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрә. Уға бында йәш шағир Яҡуп Ҡолмой менән бергә эшләргә тура килә.
1936 йылда Ғәни Хәҙисә исемле ҡыҙға өйләнә. Уларҙың Зәки һәм Ким исемле улдары тыуа. Йәштәргә бергә оҙаҡ йәшәргә насип булмай, 1940 йылдың мартында Ғәниҙе Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Хәҙисә иһә Кимға 2 йәш тә тулмаҫ борон, ҡаты сиргә юлығып, мәрхүм булып ҡала. Балаларҙы Ташбүкән өләсәһе Нәғимә инәй ҡарап үҫтерә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Ғәни Кейекбаевтың хәрби тормошонда ла ҡырҡа боролош була. Часть командованиеһы ете, ун класс белемле бер төркөм егеттәрҙе йыйып, тиҙләтелгән программа буйынса элемтә офицерҙары әҙерләү өсөн, Иваново хәрби училищеһына уҡырға оҙата. Училищены уңышлы тамамлаған Ғәни Кейекбаев 1942 йылдың мартында 342-се уҡсылар полкы составында Ленинград йүнәлешендә һуғыш алып барған Төньяҡ-көнбайыш фронты ҡарамағына ебәрелә.
Был ваҡытта Ленинград, Волхов һәм Төньяҡ-көнбайыш фронтының уң ҡанаты ғәскәрҙәре Ленинград блокадаһын өҙөү өсөн ҡанлы һуғыштар алып бара. Төньяҡ-көнбайыш фронты ғәскәрҙәре Демянский районы эргәһендә немецтарҙың 6 дивизияһын ҡамауға ала. Әммә дошман, ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтеп, ҡамауҙы өҙөүгә өлгәшә. Һуғыштар бында 1943 йылдың яҙына тиклем дауам итә. Ғәни өсөн дә тәүге сирҡаныс була был һуғыштар. Ленинград блокадаһын өҙөү өсөн барған һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1942 йылдың ноябрендә офицер Ғәни Кейекбаев үҙенең тәүге һуғышсан наградаһы – “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Ошо уҡ йылда ул партия сафына инә.
1943 йылдың июнендә составында 342-се полк булған 136-сы уҡсы дивизия Көнбайыш фронт ҡарамағына күсерелә. Был фронт ғәскәрҙәре Курск дуғаһы өсөн барған һуғыштарҙа Брянск фронтының уң ҡанатын көс менән тәьмин итә.
Ғәни Кейекбаев 342-се полктың 3-сө батальоны парторгы итеп тәғәйенләнә. Артабан ул Харьков, Киев ҡалаларын, Көнбайыш Украинаны дошмандан азат итеү һуғыштарында ҡатнаша, һалдаттар һәм подразделение командирҙары араһында ҙур сәйәси-аңлатыу эше алып бара, үҙенең шәхси сифаттары менән дә өлгө күрһәтә.
1944 йылдың июль урталарынан 1-се Украина фронтының командующийы итеп маршал И.С.Конев тәғәйенләнә. Билдәле Львов-Сандомир операцияһы башлана. Беҙҙең ғәскәрҙәр Көнбайыш Буг йылғаһын кисеп, Польша биләмәһенә аяҡ баҫа. Фронттың һул ҡанаты ғәскәрҙәре 23 июлдә, Сан йылғаһын аша сығып, Сандомир ҡалаһы районында мөһим плацдарм яулап ала. Бында тотош август айында ҡанлы һуғыштар бара. Плацдармдан беҙҙең көстәрҙе алып ташлау өсөн дошман әленән-әле яңы көстәр йәлеп итә. Хәл саманан тыш ауыр һәм ҡатмарлы була, әммә плацдарм совет ғәскәрҙәре ҡулында ҡала һәм киңәйтелә. Август аҙағына Львов-Сандомир операцияһы тамамлана. Сандомир операцияһы барышындағы һуғыштарҙа күрһәткән ойоштороу һәләте һәм шәхси батырлығы өсөн политрук Ғәни Кейекбаев 1944 йылдың ноябрендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.
Ғәни Кейекбаев өсөн һуңғы һуғыштар Берлин операцияһы менән бәйле. Берлин операцияһы өс фронт ғәскәрҙәре – 1-се Белоруссия (командующийы Г.К.Жуков), 2-се Белоруссия (командующийы К.К.Рокоссовский) һәм 1-се Украина (командующийы И.С.Конев) тарафынан бойомға ашырыла. Берлин өсөн барған һуғыш бик ауыр һәм ҡан ҡойғос була. Өлкән лейтенант Ғ.Кейекбаев һуғышҡан 70-се армия башта 1-се Белоруссия фронты ғәскәрҙәре составында һуғышһа, һуңынан операция барышында 2-се Белоруссия фронтының һул ҡанатына күсерелә һәм Одер йылғаһын кисеп, 2 майҙа Эльба тамағындағы Висмар ҡалаһы эргәһендә союздаш ғәскәрҙәр менән осраша. Шуның менән Кейекбаев өсөн дүрт йылға яҡын һуҙылған оҙайлы, ҡанлы һуғышҡа нөктә ҡуйыла.
Командование Одерҙы кисеүҙә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн өлкән лейтенант Ғәни Кейекбаевты йәнә яңы хәрби наградаға тәҡдим итә. Яугирҙың күрһәткән батырлығы хаҡында ошолайыраҡ тасуир ителә: “Одер йылғаһын кисеү өсөн һуғыштар башланғас, иптәш Кейекбаев үҙ өлгөһөндә һуғышсыларҙы һәм командирҙарҙы яңы батырлыҡтарға әйҙәне. Шуның менән командованиеның һуғышсан приказын ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итте. Иптәш Кейекбаев 2-се дәрәжә “Ватан һуғышы” ордены менән наградланыуға лайыҡлы”.
6 май, 1945 йыл. 70-се армия командующийының приказы менән 1945 йылдың 21-се майында өлкән лейтенант Ғ.Кейекбаев сираттағы юғары наградаға эйә була.
Ярты Европаны һуғыш юлдары менән йәйәүләп үткән батыр яугир Ғәни Кейекбаев 1945 йылда ғына тыуған ауылына аяҡ баҫа. Үҙгәргән ауыл: туҙған, етемһерәп ҡалған. Ул, ял да итеп тормай, яңы асылған ете йыллыҡ мәктәптә балалар уҡытыуға тотона. Бер үк ваҡытта “Үҙән” колхозында парторг вазифаһын да башҡара. Ошо уҡ мәктәптә тәүҙә директор, һуңынан уҡытыусы булып эшләгән элекке класташы Мөнирә Ҡоломбәтоваға (Вәлиулла сәсәндең ҡыҙы) өйләнә. Уларҙың дүрт ул, бер ҡыҙ балалары тыуа. 1958 йылға тиклем Юлыҡта эшләйҙәр. Шунан Баймаҡ районының Иҫке Һәйет мәктәбенә барып төпләнәләр. Бында хаҡлы ялға тиклем эшләйҙәр ҙә, Архангел районы үҙәгенә күсенәләр. Архангелдә Ғ.Кейекбаев бер нисә йыл янғын һүндереү часына етәкселек итә. Һуңғы йылдарын Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткәрә. Йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ҡаһарман яугир, Юлыҡ ауылының тәүге уҡытыусыһы Ғәни Мөхәммәтвәли улы Кейекбаев 1991 йылдың апрелендә 76 йәшендә донъя ҡуя һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында ерләнә.
Хәсән ҠОТОВ.
Ҡурғашлы ауылы.
Читайте нас: