Бәйгенең икенсе өлөшө 11 мартта Башҡорт дәүләт университетының “Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтахана – башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү үҙәге”ндә үтте. “Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Мостафа ҡыҙы Кәримова, Башҡорт дәүләт университеты башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының Фән эштәре буйынса декан урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Айнур Оскар улы Хужахмәтов, райондашыбыҙ, шағир, драматург, журналист Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Нәзир улы Әбүзәров саҡырылған ҡунаҡтарҙы – бәйге еңеүселәрен тәбрикләп, уларға изге теләктәрен еткерҙе.
Республика кимәлендә үткән был мәртәбәле ижади бәйгенең быйылғы еңеүсеһе – дәртләндереү призына лайыҡ булыусы – Йөҙимән мәктәбе уҡыусыһы Нәркәс Вәлиева булды. Уға һәм башҡа еңеүселәрҙең барыһына ла “Аманат” журналы редакцияһы һәм Мостай Кәрим исемендәге фондтың Маҡтау билдәләре, иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды.
“Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр конкурстары да-уам итә. Быйыл ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала.
Зөбәржәт ЯҠУПОВА,
“Аманат” журналының әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөхәррире.