+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Апрель 2020, 17:40

Бар шөғөлдәр ҙә яҡшы

Республика уҡыусылары кисәге көн ситтән тороп уҡый башланы. Ошо осорҙа 1-се класс уҡыусылары өсөн “БСТ”, “Рәсәй-Башҡортостан-24”, “Вся Уфа” һәм “ЮТВ” телеканалдары аша көн һайын теледәрестәр күрһәтелә. Күнекмәләр әҙәби уҡыу, рус теле, математика, тирә-яҡ донъя, һынлы сәнғәт, технология һәм музыка буйынса ойошторола. Улар көн һайын әлеге каналдарҙа билдәле шәхес үткәргән онлайн-дәрестән һуң башлана.

Элиза Ҡасимова (һүрәттә) Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 1-се класында белем ала. Уҡытыусыһы Илира Иҙрисова яҙғы каникул осоронда төрлө күнекмәләр, мәсьәләләр ебәреп торған. Кисә улар бөтә республика уҡыусылары менән бергә дистанциялы уҡыуҙы башлап ебәрҙе.
Ата-әсәгә эшкә барырға тура килгәндә, йәки Интернет селтәрендә өҙөклөктәр тыуған осраҡта бындай теледәрестәр һис шикһеҙ ярҙам итәсәк. Интернеттан һуңынан ҡарарға ла мөмкин, сөнки өйҙә ултырған балаларға белем арттырыу өсөн барлыҡ шөғөлдәр ҙә яҡшы.
Читайте нас: