+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Апрель 2020, 11:55

Башланып китте уҡыуҙар... тик өй шарттарында, ата-әсәләр күҙәтеүе аҫтында

Билдәле булыуынса, коронавирус киҙеүе таралыуға юл ҡуймау маҡсатында, яҙғы каникул тамамланғас, 6 апрелдән районыбыҙ тарихында бығаса булмағанса, мәктәптәрҙә дистанциялы (ситтән тороп - өйҙән) уҡытыу тәртибе индерелде.

Республика уҡыусылары өсөн 4-се уҡыу сиреге Төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында онлайн-дәрестән башланды. Уның иртәнге 10-да башланған сығышы үҙәк телеканалдар аша күрһәтелде. Артабан – ҙур булмаған тәнәфестән һуң, икенсе дәрес һәм уҡыу ҡәҙимге тәртипкә күсте: уҡыусыларҙың иғтибарын уҡытыусылар дәрестәргә йүнәлтте, уның бер генә айырмаһы – ул да булһа уҡытыу өй шарттарында үтә.
Районыбыҙ уҡыусыларының яңыса - өйҙә уҡыу тәртибенә күсеүҙә ауырлыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар тыумаһын өсөн район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге тарафынан алдан күп кенә ойоштороу мәсьәләләре хәл ителеп, ентекле әҙерлек эштәре алып барылған. 3 апрелдә ситтән тороп уҡыу тәртибенә күсеү
буйынса район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.З.Байдәүләтова һәм мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ғ.Солтанморатов ҡатнашлығында видеоконференция форматында брифинг уҙҙы. Улар дистанциялы уҡытыу хаҡында ентекле аңлатма бирҙеләр, шулай уҡ ата-әсәләр, уҡытыусылар, мәктәп етәкселеге үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды.
- Беҙ был һәр кем өсөн еңел булмаған, айырыуса ҡатмарлы эш алымына тарихта тәүгеһенән тотонабыҙ. Районыбыҙ бөгөнгө көнгә ситтән тороп уҡытыуға күсеүгә тулыһынса әҙер, - тине Гүзәл Байдәүләтова.
- 6 апрелдән һәр ҡайҙағыса, беҙҙең районда ла 4-се уҡыу сиреге дистанция-лы форматта, йәғни электрон уҡытыу аша һәм дистанциялы технологияларҙы ҡулланып, башлана, - тине Рауил
Солтанморатов. Һәм был форматта эшләү тәртибе хаҡында һөйләне.
- Дистанциялы уҡытыу нисек ойоштороласаҡ?
- Уҡытыуҙы уңышлы ойоштороу өсөн ата-әсәләргә мотлаҡ балаһының дистанциялы уҡыуҙың форматын класс етәксеһе менән хәл итергә, класс етәксеһе ебәргән дәрестәр һәм “тәнәфес” теҙмәһен (расписание) алдан өйрәнергә кәрәк. Дәрестәр теҙмәһе мәктәп сайтында урынлаштырыласаҡ. Республиканың дистанциялы уҡыуҙы башлаған барлыҡ уҡыусылары өсөн берҙәм расписание төҙөлгән.
Дәрестәр иртәнге 10.00 сәғәттә башланып, 30 минут дауам итә, тәнәфес оҙонлоғо - 15 минут, икенсе дәрестән һуң 30 минутлыҡ оҙон тәнәфес – был бала өсөн төшкө аш ваҡыты.
Дистанциялы уҡытыуҙың тағы ла бер мөһим моменты - ата-әсәләрҙең класс етәксеһе, фән уҡытыусылары менән һәр төрлө уңайлы ысулдар ярҙамында даими бәйләнештә булыуы мотлаҡ.
Ситтән тороп уҡытыу онлайн-дәрестәр, электрон кейс һәм ҡағыҙ кейс ысулдары буйынса уҙасаҡ, - тине Рауил Ғәбдрәшит улы.
Беренсе ысул - онлайн-дәрестәр форматы (“Скайп” аша) өйҙә бөтөн шарттар, йәғни юғары тиҙлекле Интернеты, Интернет селтәренә тоташҡан компьютерҙары булған балалар өсөн ойошторола. Беҙҙең ра-йонда был алым менән күпселек - 3326 бала уҡыясаҡ, 372 педагог белем бирәсәк. Онлайн-дәрестәрҙе уҡытыусы мәктәптән йәки өйҙән уҙғара ала.
Икенсе ысул - электрон кейс форматындағы дәрестәр юғары тиҙлекле Интернеты, шулай уҡ компьютеры булмаған, әммә мобиль ҡулайламалар – телефон, планшет һәм башҡаһы булған уҡыусылар өсөн тәғәйенләнә. Электрон кейс электрон почта саралары йәки мессенджерҙа тапшырыла. Районда 535 уҡыусы электрон кейс форматында уҡыясаҡ. Уларға 83 уҡытыусы электрон кейсты файҙаланып, дәрестәр уҙғарасаҡ.
Өсөнсө ысул - ҡағыҙ кейс форматы. Ул Интернет селтәре һәм электрон ҡулайламалар булмаған ауылдар һәм мәктәптәр уҡыусылары өсөн ойошторола. Был осраҡта дәрестәр компьютер һәм Интернет файҙаланмайынса уҙғарыла. Уҡыу материалдары ҡағыҙ форматта таратып бирелә. Бала эштәрҙе башҡарғас, шул уҡ ысул менән йыйып алына. Бәйләнеш телефон ярҙамында башҡарыла. Был юл менән 408 уҡыусы белем аласаҡ.
Балаһын ҡағыҙ кейс форматында уҡытырға теләк белдергән ата-әсәләр класс етәкселәре менән кейсты һәм башҡарылған өйгә эштәрҙе, уҡыу материалдарын һәм мәғлүмәттәрҙе тапшырыу урынын, ваҡытын алдан уҡ билдәләп ҡуйырға тейештәр.
Яңы темалар тупланған материалдарҙан, өйгә эштәрҙән торған ҡағыҙ кейстарҙы тапшырыу һәм әҙерләнгән өйгә эштәрҙе йыйып алыу өсөн һәр белем биреү учреждениеһы буйынса дежур уҡытыусылар билдәләнәсәк. Материалдарҙы мәктәп автобустарында дүшәмбе, шаршамбы, йома көндәрендә таратып сығасаҡтар.
Мәғариф бүлеге начальнигы шуға иғтибарҙы йүнәлтте: уҡыу материалдары һәм мәғлүмәттәр менән алмашыу уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың ата-әсәләре яуаплылығында. Карантин осоронда уҡыу материалдарын таратыусыға ла, ҡабул итеп алыусыға ла барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре - битлек режимы һәм бер-береңдән 1,5 метр арауыҡ ҡәтғи һаҡланырға тейеш.
Һәр бер баланың уҡыуын мәктәптәрҙәге махсус электрон журнал ярҙамында тулыһынса контролдә тотоу мөмкин буласаҡ, тип билдәләне Р.Солтанморатов.
Ситтән тороп уҡытыу осоронда ата-әсәләр иңенә ҙур яуаплылыҡ һалына. “Һеҙ беҙҙең уҡытыусыларҙың күҙе”, тип билдәләне сығыш яһаусы. Ә өйҙә уҡыуға күсеүҙә иң ҙур ярҙамсылар булып класс етәкселәре тора.
Рауил Ғәбдрәшит улы видеобрифингта ҡатнашыусылар биргән ҡайһы бер мөһим һорауҙарға ла яуап бирҙе.
- Әгәр ҙә ғаиләлә бер нисә бала, бер компьютер, ә дәрестәр бер үк ваҡытта үтә икән, был осраҡта ни эшләргә?
- Класс етәксеһе дәрестәргә индивидуаль расписание төҙөй. Бер бала компьютер ярҙамында онлайн уҡығанда, икенсеһе - электрон йәки ҡағыҙ кейс алымын файҙаланырға мөмкин. Артабан балалар ысулдарҙы алмаштыра.
- Дистанциялы уҡытыуға күсеү менән бәйле, мәктәптә туҡланыуҙа льгота менән файҙаланған уҡыусылар менән эштәр нисек тора?
- Был осраҡта балаға аҙыҡ-түлек йыйылмаһынан “ҡоро паек” тейеш. Ата-әсәгә был аҙыҡ-түлек йыйылмаһын (биш уҡыу көнөнә бер йыйылма иҫәбенән) алыу көнөн, ваҡытын һәм урынын класс етәксеһенән белешергә һәм йыйылманы шәхесте раҫлаусы документ менән килеп алырға кәрәк.
Дистанциялы уҡытыу осоро һәр кемгә, балаларға ла, ата-әсәләргә лә компьютер алдында тәртип һаҡлауҙы һәм уның менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәүҙе талап итә. Баланың Интернетҡа тоташтырылған ҡулайламаларына ата-әсә контроле программаһын Мәғарифты үҫтереү институты сайтынан алып урынлаштырырға мөмкин.
Брифингты йомғаҡлап, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова ата-әсәләргә был ҡатмарлы хәлде аңлап ҡабул итергә, уҡыусыларға һәм балаларға яңыса уҡыу осорон һәйбәт башлап ебәреп, был формала уҡыуҙарына һәм ҡыйынлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, уҡыуҙы һүлпәнәйтмәҫкә, уңыштарға өлгәшергә кәрәклеген билдәләне. Быларҙың барыһы ла балаларҙың һәм барлыҡ район кешеләренең сәләмәтлеге һәм именлеге хаҡына эшләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: