+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Апрель 2020, 12:30

Гиппократ антына тоғролар

Ҡарағай фельдшер-акушерлыҡ пункты ете йыл элек мәктәп бинаһының бер яҡ өлөшөнә урынлаштырылған. Унда фельдшер Розалия Зөлфәр ҡыҙы Зәйнешева, акушерка Мәүсилә Ғилметдин ҡыҙы Ибәтуллина, теш врачы Илдар Жәннәт улы Мәхмүтов ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында тырышлыҡ күрһәтә. Уларҙың һәр береһе үҙҙәренә мөрәжәғәт итеүселәрҙе айырым кабинеттарҙа ҡабул итә.

Фельдшер менән акушерканың хеҙмәте айырыуса ҙур ихтирамға лайыҡ, сөнки эштәре ауыр ҙа, яуаплы ла, ҡатмарлы ла.
Медицина хеҙмәткәрҙәре Р.Зәйнешева менән М.Ибәтуллина икеһе лә Юрмаш ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, тәүгеһе – Салауат, икенсеһе Белорет медицина училищеһына уҡырға юлланып, шәфҡәт туташы һәм акушерка һөнәрен алғас, кире тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайталар. Розалия Зөлфәр ҡыҙы хеҙмәт юлын тыуған ауылында башлап, артабан Ҡарағай ФАП-ында дауам итә. Башта бигүк уңайлы шарттарҙа эшләмәһә лә, хәҙер фельдшер-акушерлыҡ пунктын мәктәпкә күсергәс, йылы, яҡты, күркәм бинала, уңайлы шарттарҙа кинәнеп эшләйҙәр. Шәфҡәт туташтары Ҡарағай, Мораҙ, Некрасовка, Яңы Тайыш, Яңы Ҡауарҙы ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Араларында өлкән йәштәгеләр ҙә бик күп. Уларҙың ҡан баҫымын даими үлсәп торорға кәрәк, табип ҡушыуы буйынса укол,
система ҡуйыу, дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм башҡалар. Ҡайһы берҙәренең өйҙәренә йөрөргә лә тура килә. Сабыйҙарға, шулай уҡ яңы тыуғандарына ла үҙ ваҡытында прививка яһарға, уларҙы һәр саҡ күҙәтеү аҫтында тоторға кәрәк. Был тәңгәлдә уға Сәйетбаба участка дауаханаһынан педиатр Рәсимә Рахманғолова ярҙамға килә. Мәктәп балаларының һаулығы ла фельдшер күҙәтеүендә булырға тейеш. Һис ҡасан ваҡыт менән иҫәпләшмәй, ял көндәреме ул, төшкө аш мәлеме, төнмө ул – ризаһыҙлыҡ белдермәй, ауырыуҙар, медицина ярҙамына мохтаждар янына ашыға Розалия Зөлфәр ҡыҙы. Медпунктҡа килеүселәргә йылы һүҙен, яҡты йөҙөн йәлләмәй шәфҡәт туташы, шуға ла кешегә бер йылы һүҙ етә, тигәндәй, сирләп килгән кешеләрҙең хәле еңеләйеп, күңелдәре күтәрелеп ҡайтып китәләр. Күпме кешенең һаулығын яҡшыртҡан, күпмеһенең ғүмерен һаҡлап ҡалған ул. Аҙна һайын дүшәмбе, шишәмбе көндәрендә биохимик анализ алыу ҙа ауыл фельдшеры иңендә.
Р.Зәйнешева өс ҡыҙы Лилиә, Алһыу, Зөлфиәгә хәстәрлекле инәй, ике ейәнсәр, бер ейәнгә яратҡан әсәй, тормош иптәшенә ышаныслы ҡатын, уңған хужабикә лә.
Был төбәк халҡының сәләмәтлеге һағында 32 йыл уяу торған Розалия Зөлфәр ҡыҙы ла, 38 йыл хеҙмәт стажлы Мәүсилә Ғилметдин ҡыҙы ла һайлаған һөнәрҙәренә, Гиппократ антына тоғро ҡалып, һаулыҡ һағына намыҫлы хеҙмәт итәләр.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: