Иң оло улы Ниғәмәтулла 1914 йылғы, мәктәптә уҡытҡан, өйләнгән була, ҡатыны ла уҡытыусы була. Ниғәмәтулла ағай Камышлинский хәрби училищеһына уҡырға ебәрелеп, уны лейтенант званиеһында тамамлап, командир булып һуғышҡа керә. Ул Сталинградты азат итеүҙә ҡатнаша. Офицер булараҡ атаһына аҡса ебәреп торған. Ләкин 1942 йылда бик ҡаты алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була. “Ҡара ҡағыҙ” килгәс тә, атаһына аҡса килеүҙән туҡтамай. Пенсияһына ҡушып: “Быныһы улым ебәргән аҡса”, - тип һанап ултыра ла: “Аҡсаһы кәрәкмәй, эй, үҙе генә ҡайтып керһә ни була”, - тип һыҡтап илай торған ине.
1918 йылғы икенсе улы Ғимаҙетдин да һуғыш башланыуҙың тәүге көндәрендә үк яуға китә, рядовой һалдат булған. Ул да тәүҙәрәк өсмөйөшлө хаттары менән ата-әсәһен шатландырып тора. Әммә 1941 йылдың декабрендә һәләк була.
Шулай итеп, бер-бер артлы ике “ҡара ҡағыҙ” килә ғаиләгә. Күп илауҙан әсәләре Һәҙиә Шәрәфи ҡыҙы бөтөнләйгә һуҡырая. Хәбибулла Вафа улы иһә өйҙәге балалары менән колхозда эшләп, бесән сабып, аты менән ауыл халҡына тоҙ ташып, мал тотоп йәшәргә тырыша. 2 улы, 3 ҡыҙы бер-бер артлы төрлө техникум, училищеларҙа уҡып, кеше булып, ата-әсәһенә ҡарт көндәрендә терәк булып йәшәнеләр.
Һуғышта ҡатнашып ҡорбан булған бер туған Ниғәмәтулла һәм Ғимаҙетдин Бәшировтарҙың исемдәре обелискыла мәңгеләштерелгән.
Ғәлиә БӘШИРОВА,
хеҙмәт ветераны.
Үтәк ауылы.