+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Апрель 2020, 16:05

Һин халҡыңды һөйөп йәшәгәнгә Халыҡ һине данлы ир тине

Юлыҡта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бөтә ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнап, шуның 20 йылында мәктәптең алмаштырғыһыҙ директоры булған Сәмиғулла Әхмәҙулла улын олоһо ла, кесеһе лә исем-шәрифе менән атамайынса, ололоҡлап "Ишмырҙин ағай" тип йөрөттө һәм бөгөн дә шулай тип иҫкә алалар. Был ауыл халҡының уға булған ихтирамынан, хөрмәт итеүенән килә. Юлыҡтарҙың, бергә эшләгән хеҙмәттәштәренең, уҡыусыларының хәтерендә ул ысын уҡытыусы, талапсан етәксе, һәйбәт кеше һәм әүҙем йәмәғәтсе булараҡ һеңеп ҡалды.

Сәйетбаба урта мәктәбенең 10-сы класында уҡып йөрөгән Сәмиғулла Ишмырҙин сығарылыш имтихандарын алдан (экстерн рәүештә) тапшырып, ҡулына аттестат ала һәм 1943 йылдың февралендә,18 йәше тулғанын да көтмәйенсә, үҙе теләп армия сафына алына. Башта ул Ҡаҙаҡ ССР-ының Аҡтүбә ҡалаһындағы 2-се Бердичев исемендәге хәрби пехота училищеһы курсанты була. Бында биш ай самаһы уҡығас, уларҙы Һауа десанты ғәскәренә күсереп, 7-се һауа десанты бригадаһы составында Внуково аэродромы эргәһендә әҙерлек үтәләр. Ростов ҡалаһын азат итеү өсөн барған ҡаты алышта йәш яугир тәүге сирҡаныс ала. “Артабан беҙ Ростовта дошман тылына парашют менән десант төшөрөү күнекмәләре үтә башланыҡ. Десант ғәскәрҙәре СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре Юғары баш командующийы Сталин резервында булды һәм ҡайҙа кәрәк, шунда ебәрелде”,- тип яҙа ул үҙенең хәтирә-яҙмаларында.
Яугир хәтирәләре
Сәмиғулла Әхмәҙулла улының 1982 йылда яҙылған хәтирәләрендә уның илебеҙ азатлығы өсөн барған аяуһыҙ һуғыштағы һәр көнө тиерлек тәфсирләнгән. “1944 йылдың аҙағында Венгрияны дошмандан азат итеүҙә ҡатнаштыҡ. Был йүнәлештәге һуғыштың иң асырғанышлыһы, иң ҡанлыһы Венгрияның баш ҡалаһы Будапештты алғанда булды. 10 көн буйына барған ҡаты бәрелештәрҙән һуң ғына алдыҡ ул ҡаланы. 1945 йылдың 13 февралендә Мәскәү Будапештты азат итеүҙә ҡатнашҡан ғәскәрҙәр хөрмәтенә салют бирҙе.
Дошман сигенеп, Балатон күле эргәһендә оборона биләп, ҡаршылыҡ күрһәтеүгә ныҡлы әҙерләнде. Март урталарында һөжүмгә күстек. Ҡан ҡойғос алыш оҙаҡҡа һуҙылды. Секешвехервар ҡалаһы ике мәртәбә ҡулдан-ҡулға күсте, тик өсөнсөһөндә генә беҙ, күп юғатыуҙар кисереп, ҡаланы немецтарҙан таҙарта алдыҡ. Будапештты алыуҙа ҡатнашҡан күп кенә иптәштәребеҙ хәрби наградаларға лайыҡ булды. Миңә “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы бирелде.
Венгрияны азат иткәндән һуң Австрия ерендә һөжүм башланыҡ. Бер-бер артлы ҡалаларҙы, ауылдарҙы азат итә барып, апрель баштарында Вена сигенә барып еттек. Һигеҙ көн буйына бер туҡтауһыҙ һөжүм итеп, 13 апрелдә Венаны алыуға өлгәштек.
3-сө Украина фронтына маршал Толбухин етәкселек итте. Венаны алғандан һуң да беҙ һөжүмде туҡтатманыҡ, алға барыуҙы дауам иттек. Беҙгә, һигеҙ кешенән торған разведка отрядына, Австрияның баш ҡалаһынан ары барып, дошмандың тылына инеп, ғәскәренең ҡайҙа табан хәрәкәт итеүен асыҡлау һәм “тел” алып ҡайтыу бурысы йөкмәтелгәйне. Дошман Венаға табан сигенәме, әллә уратып беҙҙе ҡамап алырға һәм юҡ итергә йыйынамы, тигән һорауға ла яуап табырға кәрәк ине.
Беҙҙең разведка отряды (мин отрядтың командиры инем) был бурысты теүәл үтәп кенә ҡалманы, хатта дошман офицерын ҡулға төшөрөп, разведка штабына алып барып тапшырҙы. Шул көндөң кисендә үк разведка штабындағы майор барыбыҙға ла рәхмәт белдерҙе һәм өҫтәп: "Һеҙ бик кәрәкле “тел” алып килдегеҙ, бөтәгеҙ ҙә наградаға лайыҡһығыҙ!” – тине. Шуның иртәгәһенә, 1945 йылдың 17 апрелендә мин ҡаты яраландым...”- тип яҙған яугир.
Күп ҡан юғалтыуҙан аңын юғалтҡан Сәмиғулла Ишмырҙинды һуғыш яланынан яуҙаш дуҫы, Туймазы районы егете Миңнебай Тазетдинов плащ-палаткаға һалып, 3 саҡрым самаһы ерҙән һөйрәп сығарып, санчасҡа тапшыра. Үлем менән йәшәү араһында көрәш ауыр була, хәрби хирургтар ҡулдарынан килгәндең бөтәһен дә эшләй. Тик өс тәүлектән һуң ғына Сәмиғулла Әхмәҙулла улы аңына килә. Венгрия, Австриялағы госпиталдәрҙә дауалана, һуңынан уны Һарытау ҡалаһына оҙаталар, бында ла бик күп операциялар кисерә. Тере ҡалыуы менән Миңнебайға мәңге бурыслы икәнлеген аңлап, үҙ-үҙенә “һуғыш тамамланғас, уны мотлаҡ эҙләп табасаҡмын”, тип һүҙ бирә яугир. Бик күп йылдар һуҙымында радио, телевидение, республика гәзиттәре аша яуҙаш дуҫын эҙләй.Тик 40 йыл үткәс, 1985 йылда ғына Татарстанда йәшәгән Миңнебай Тазетдиновты таба һәм ғүмеренең аҙағынаса уның менән хатлашып, бер-береһенә ҡунаҡҡа барышып йәшәйҙәр.
Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Сәмиғулла Әхмәҙулла улы Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, "Хәрби хеҙмәттәре өсөн", “1941-1945 йылдарҙа Германияны еңгән өсөн”, “Будапештты азат иткән өсөн”, “Венаны азат иткән өсөн”, “Жуков миҙалы” һәм юбилей (Бөйөк Еңеүгә - 20, 30, 40, 50 йыл) миҙалдары менән наградланған.
Яугирҙың күкрәген биҙәгән “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены хаҡында айырым әйтеп китергә кәрәк: ул ветеранды 1998 йылдың мартында, һуғыш бөтөүгә 53 йыл үткәс кенә “эҙләп таба”. Был юғары хәрби наградаға ул Австрияны дошмандан азат итеү өсөн барған бәрелештәрҙәге батырлығы өсөн күрһәтелеп, 1945 йылда уҡ Юғары баш командующий
И. Сталиндың бойороғо менән раҫланған була. Ҡаты яраланып госпиталгә эләгеүе сәбәпле орден ваҡытында тапшырылмай ҡала һәм архивҡа ебәрелә. Һуғыш тамамланыуға ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткәс кенә орден үҙенең эйәһен таба.
Юлыҡ – ғүмерлеккә
тамыр йәйгән төбәк...
Госпиталдә бик оҙаҡ дауаланғандан һуң, 1946 йылдың ноябрендә генә тыуған ауылына ҡултыҡ таяҡтарында ҡайтҡан яугирҙың тик ятҡыһы килмәй. Һарытауҙа эвакогоспиталдә дауаланған арала ул бухгалтерҙар әҙерләү курсын үткән була һәм тыныс тормошта шул белеме ярап ҡала. Яралары ныҡлап уңалмаһа ла, Сәйетбаба урта мәктәбенә баш бухгалтер итеп саҡырғас, баш тартмай. Урта белеме, таҫыллығы ла булғас, эшкә тиҙ өйрәнә, мәктәп тормошона ылыға, дәрестәрҙе күҙәтә, уҡытыусы һөнәренә ҡыҙыҡһыныу уяна. Район мәғариф бүлеге лә уны күҙ уңында тота һәм 1950 йылдың сентябрендә, Сәмиғулла Әхмәҙулла улын Юлыҡ ете йыллыҡ (1957 йылдан – һигеҙ йыллыҡ) мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр.
Яңы урында кешеләргә ылығып, ерегеп китеүе йәш уҡытыусыға ҡыйын булмай, халыҡ менән тиҙүк уртаҡ тел таба ул. Ең һыҙғанып эшкә тотона һәм тап ошонда үҙенең бәхетен - Мәрхәбә исемле ҡыҙҙы осрата. Ғаилә ҡороп, иңгә-иң терәп, донъя көтә башлайҙар. Сәмиғулла Әхмәҙулла улы мәктәп, йәмәғәт эштәрендә янып эшләп йөрөһә, Мәрхәбә апай ғаилә усағын йәмләп, балалар, мал-тыуарын ҡарап, ышаныслы тыл була. Бынан тыш күрше ауылдарҙан килеп, мәктәп интернатында йәшәп-уҡыған балаларҙы үҙенең тәмле аштары менән һыйларға ла өлгөрә.
Яратҡан эшен табыуына ныҡлы ышанған Сәмиғулла Ишмырҙин ситтән тороп Стәрлетамаҡ Уҡытыусылар инс-титутын, һуңынан Башҡорт дәүләт университетының тәбиғи фәндәр факультетын тамамлай. 1957–1961 йылдарҙа директор урынбаҫары, ә инде 1962-1982 йылдарҙа мәктәп директоры була, артабан уҡыусыларға биологиянан белем бирә.
Ветерандың намыҫ эше
Ауылдың йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй ул. 1956 йылдан Коммунистар партияһы ағзаһы булараҡ, һәр эштә алғы сафта барыу, ил, халыҡ яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойоу уның өсөн намыҫ эше була. Мәғариф өлкәһендә, йәмәғәтселектә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн ул КПСС-тың Ғафури район комитеты һәм район Советының бихисап Маҡтау грамоталары, Рәсәй Федерацияһы һәм республика кимәлендә “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһе менән буләкләнә. Юлыҡтар оло ышаныс күрһәтеп, Сәмиғулла Әхмәҙулла улын һигеҙ саҡырылыш рәттән ауыл Советы депутаты итеп һайлай.
Хаҡлы ялға сыҡҡас иһә оҙаҡ йылдар Юлыҡ ауылы ветерандар советын етәкләй, лайыҡлы кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлау тәңгәлендә әүҙем эш башҡара. Ваҡытты бушҡа уҙғарырға яратмаған ветеран ауылдың тарихын өйрәнә, шәжәрәләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары альбомын, һуғыштан ҡайтҡан ветерандар тураһында Хәтер дәфтәре төҙөй.
Белемле, алдынғы уҡытыусы үҙен өлгөлө ғаилә башлығы, яҡшы атай итеп тә таныта. Мәрхәбә апай менән һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтереп, уларға юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормошҡа сығаралар. Ишмырҙиндарҙың биш балаһы, атаһының юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай, икәүһе медицина юлынан китһә, иң бәләкәсе Әлиә – иҡтисадсы. Балаларының һәр береһе матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерҙе, йәмғеһе ун ете ейән-ейәнсәр. Ейәндәре араһында иң олоһо булып, олатай наҙын, уның тәрбиәһен татып үҫкән Рөстәм Ишмөхәмәтов бөгөн респуб-ликала билдәле сәйәсмән, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, социология фәндәре кандидаты. Нур ейәне - Мәскәүҙә "Модульбанк"тың директоры. Тимербулат иһә, олатаһына оҡшап шахмат уйнарға ярата, уҡыусы балалар араһында Башҡортостан чемпионы, Башҡортостан кубогының бер нисә тапҡыр еңеүсеһе.
- Эшһөйәр һәм ғәҙел кеше, талапсан етәксе, өлгөлө ғаилә башлығы булған Сәмиғулла Әхмәҙулла улын иҫкә алғанда күңелдә тик рәхмәтле тойғолар уяна. Ул ысын мәғәнәһендә остазыбыҙ булды, һәр эште үҙ ваҡытында башҡарырға, балаларға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булырға өйрәтте. Талапсан директорыбыҙ ярҙамында мәктәбебеҙ һәр саҡ алда барҙы, эшебеҙ һөҙөмтәле булды. Беҙ “Ишмырҙин абый” мәктәбендә уҡыған-уҡытҡан уҡытыусы әле, тип ғорурланып та алабыҙ, - ти төрлө йылдарҙа Юлыҡ урта мәктәбендә уҡытҡан уҡытыусы-ветерандар. Элекке уҡыусыһы ғына түгел, бик күп йылдар элек уның ҡул аҫтында хеҙмәт юлымды башлаған мин дә шундай фекерҙәмен.
Быйыл Сәмиғулла Әхмәҙулла улына 95 йәш тулған булыр ине. Ошо айҡанлы уның балалары, ейән-ейәнсәрҙәре данлы һәм шанлы тормош юлы үткән атай-олатайҙары иҫтәлегенә арнап “Ғүмер балҡышы” тип исемләнгән китап нәшер итте. Бынан тыш март аҙағында Юлыҡ урта мәктәбендә үҙе лә шахмат уйнарға яратҡан ветеран иҫтәлегенә район мәктәптәре уҡыусылары араһында шахмат турниры һәм ауыл мәҙәниәт йортонда Хәтер кисәһе үтергә тейеш ине. Билдәле сәбәптәр арҡаһында был сара һуңғараҡ күсерелде. Донъялар имен булып, бөгөнгө хәүеф таралғас, Ишмырҙин абыйҙың вариҫтары ниәттәрен бойомға ашырып, ауылдаштары менән яугир уҡытыусыны хөрмәтләп иҫкә аласаҡ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА,
РФ һәм БР Журналистар
союзы ағзаһы.
Читайте нас: