-Зөфәр Мәғәсүм улы, юлдарҙы ремонтлау эштәрен ҡасан башланығыҙ?
- Беҙ нигеҙҙә ҡыш өҫтөнән, йәғни 28 февралдән идаралыҡ ҡарамағындағы дөйөм ҡулланылыштағы төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы ремонтларға тотондоҡ. Юлдарҙа хасил булған соҡорҙар һәм юл өҫлөгөндәге башҡа ҡытыршылыҡтар махсус “һалҡын асфальт” менән ямалды. Барлығы “Башкиравтодор” АЙ-енең “Ремстройдормаш” заводынан ҡайтарылған 120 тонна материал файҙаланылды. Ә күптән түгел көндәрҙең йылыға тартыуы юлдарҙы эҫе асфальт менән ремонтлауға күсеүгә мөмкинлектәр асты. Уны иһә 70 тонна самаһында күршеләребеҙ – Ҡырмыҫҡалы һәм Стәрлетамаҡ райондарынан алдыҡ.
Тиҙҙән үҙебеҙҙең асфальт-бетон заводын эшләтеп ебәрергә әҙерләйбеҙ, унда инде үҙебеҙ өсөн дә, шул иҫәптән район коммуналсыларына һәм заказ бу-йынса ла производство асфальты етештереү мөмкин буласаҡ.
-Ошо осорҙағы эшмәкәрлегегеҙ хаҡында ентекләп һөйләп үтһәгеҙсе?
- Әлбиттә, әлеге мәлдә бар иғтибар яҙғы ташҡынға йүнәлтелде. ДРСУ техникаһы ла, коллектив та быға тулыһынса әҙер, үҙ ваҡытында әҙерләнергә тырыштыҡ. Әлегә ҡар һыуҙарының эҙемтәләре бигүк һиҙелмәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, урыны-урыны менән ҡар һыуҙарының юл участкаларына зыян килтереүен билдәләп үтергә кәрәк. Бына көслө ағымлы ҡар һыуҙары Яңғыҙҡайын-Мораҡ-Йөрәктау (Мораҡ ауылы янында) автомобиль юлы участкаһын йыуып, соҡор-саҡырҙар хасил иткән, шулай уҡ юл аша аҡҡан һыуҙар автомобилселәргә лә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Әле был урындағы эҙемтәләрҙе бөтөрөү өҫтөндә эшләйбеҙ, ҡар һыуҙары юл өҫлөгөнә зыян килтермәй ағып сыҡһын өсөн һыу үткәргес торба һалыу менән мәшғүлбеҙ.
Дөйөм алғанда, ташҡын осорона ҙур әҙерлек эштәре алып барылды. Районыбыҙҙағы юлдар өҫлөгөнә зыян килтермәйенсә төрлө урында дөйөм алты километрҙан ашыу арауыҡта ҡар һыуҙары ағыу өсөн 390-дан ашыу һыу үткәргес торбалар урынлаштырылып, улар сүп-сарҙан, ҡар, боҙҙан таҙартылды.
Бынан тыш, күперҙәр айырыуса ҙур иғтибар талап итә, беҙҙең ҡарамаҡта улар – 48. Ташҡын осоронда уларҙың эшләүе бик мөһим. Ҡайһы бер күперҙәрҙән сығып йөрөү хәүефле булыуын иҫәпкә алып, беҙгә унан йөрөүҙе ваҡытлыса сикләп торорға ла тура килә. Бында Табын ауылы янындағы Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпер хаҡында һүҙ бара. Шулай уҡ Дмитриевка ауылы янындағы күпер бик насар хәлдә.
Ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, ташҡын менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлгә беҙ тулыһынса әҙербеҙ.
- Күптәр өсөн көнүҙәк булған ремонт темаһына ҡабаттан әйләнеп ҡайтайыҡ әле? Беҙҙә ҡайһы юлдар йәки уларҙың участкалары өҫтөн-лөклө?
- Иң тәү сиратта иғтибарҙы беҙҙең ҡарамаҡта булған муниципаль-ара һәм
төбәк юлдарына бирергә тырышабыҙ. Аварияларҙы иҫкәр-теү, йәғни юлдарҙың соҡор-саҡырлы урындарында транспорттың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән эштәрҙе тап ошондай участкаларҙан башлайбыҙ. Беҙҙең өсөн иң төп һәм әһәмиәтле булып Талбазы – Красноусол, Стәрлетамаҡ – Красноусол һәм Архангел – Красноусол йүнәлештәрендәге автомобиль юлдары тора.
Беҙгә ауыл биләмәләре хакимиәттәренән ауыл һәм урам юлдарын ремонтлау буйынса заказдар килә башланы. Беҙ, әлбиттә, уларға ярҙамға барырға һәр ваҡыт әҙербеҙ, башта өҫтөнлөк менән файҙаланған юлдарҙағы эштәрҙе теүәлләргә тейешбеҙ.
Әле юлдарҙа соҡорҙарҙы ямау эштәренең әүҙемләшкән мәле. Юлдарҙы ҡарау, атап әйткәндә, юл ситтәрен сүп үләндәренән таҙартыу, төрлө юл элементтарын буяу һәм башҡа эштәр хаҡында һүҙ йөрөтөү әлегә иртәрәк. Был эштәргә лә әҙерлек әүҙем бара. Ошо һәм башҡа миҙгелле эшкә эшселәр ҡабул иттек. Һауа шарттары мөмкинлек биргәндә, яҡынса бер аҙнанан улар буяу эштәренә тотонасаҡ.
- Юлдарҙың соҡорло урындарын “ямау” процесында берәй яңылыҡ юҡмы?
- Хәҙерге заманса технологиялар заманында беҙҙең эш тә заманса ҡулайламалар менән тығыҙ бәйле булып, объекттарҙы - шул уҡ соҡорҙарҙы, мәҫәлән, цифрлауҙы күҙ уңында тота. Был, әлбиттә, эшкә бер аҙ тотҡарлыҡ яһай-яһауын, әммә талаптар шулай. Юл өҫлөгөндәге соҡорҙарҙы бер нисә тапҡыр, ремонт башланғанға тиклем, ремонт барғанда һәм йүнәтеп бөткәс фотоға төшөрөү талап ителә. Был мәғлүмәттәр спутник карталарында теркәлә.
Тап юлдарҙы цифрлаштырыуҙан беҙ ремонт кампанияһын башланыҡ та инде. Әле райондың дөйөм ҡулланылыштағы юлдары буйынса әҙерлек кимәленең “цифрлы картинаһы” яҡынса 60-65 процент тәшкил итә. Был йәһәттән беҙ башҡа райондарҙың ДРСУ-лары менән бер кимәлдә торабыҙ.
- Һәр ҡайҙағыса индерелгән карантин шарттарына бәйле, эшмәкәрлек алып барыу һеҙҙең өсөн үтә лә хәүефле...
- Хәүефле булһа ла, эшләргә, юлдарҙы тәртиптә тоторға кәрәк бит. Әммә беҙ ғәмәлдәге талаптарға ярашлы хәүефһеҙлек сараларын һаҡлайбыҙ, бригадалар хәүеф хаҡында иҫкәртелде, дезинфекция һәм башҡа кәрәкле саралар менән тәьмин ителде. Предприятие базаһында ла кешеләргә ҡурҡыныс янамаһын өсөн барлыҡ шарттар ҙа үтәлә. Эштәре туранан-тура юлдағы эшмәкәрлек менән бәйле булмаған хеҙмәткәрҙәребеҙҙең бер өлөшө отпускыға ебәрелде. Карантинға етди ҡараштабыҙ.
-Фәһемле әңгәмә өсөн рәхмәт, Зөфәр Мәғәсүм улы, эштәрегеҙ уң булһын, предприятиеғыҙ һәм бөтөн районыбыҙ хаҡына барлыҡ бурыстарығыҙҙы башҡарыуҙа уңыштар һеҙгә.
И.ӘЛИБАЕВА.