+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
11 Апрель 2020, 12:40

Берҙәмлектә көсөбөҙ!

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, “Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономлы коммерциялы булмаған ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре үҙаллы изоляцияла булған райондаштарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып барып, көн һайын хәлдәрен белешеп тора.

Был аҙнала улар тағы ла бер изге эш башҡарҙы. Республикала киң билдәле “Изгелек” Мәрхәмәтлек фондының яңы проекты – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Хәйер” мәрхәмәтлек марафонында ҡатнашты.
Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Розалия Рахманғолова әйтеүенсә, был проект сиктәрендә адреслы ярҙам ҡартлыҡ буйынса минималь пенсия алған, ҡараусыһыҙ ҡалған оло йәштәге инвалидтарға күрһәтелә. Уларға оҙаҡ ваҡыт һаҡлана торған аҙыҡ-түлек (консервалар, макарон изделиелары, ярма һ.б.) таратыла.
- Апрелдә аҙыҡ-түлек йыйылмаларын районда 53 кеше алды. Был эште һис шикһеҙ дауам итәсәкбеҙ, - тип асыҡлыҡ индерҙе Розалия Фәрит ҡыҙы. - Проектты тормошҡа ашырыуҙа социаль хеҙмәткәрҙәргә ирекмәндәр ярҙамға килде. Аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән “Изгелек”, “Урал” мәрхәмәтлек фондтарына, Өфө ҡалаһынан алып ҡайтыуҙа ярҙам ҡулы һуҙған, тәмле ризыҡтар бешереп биргән “Мельница” ЯСЙ-һе директоры Светлана Фоминаға, предприятиеның водителе Радик Ғөбәйҙуллинға, шәхси эшҡыуар А.М.Есмагамбетовҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Улар ярҙамында үҙаллы изоляциялағы граждандарға бик тә кәрәкле ярҙамды ваҡытында күрһәтә алдыҡ.
Әлеге көндә яңғыҙ йәшәгән ветерандарға иғтибар һәм ярҙам күрһәтеү бик мөһим. Уларға ошо ярҙамды күрһәтергә әҙер изге күңелле кешеләрҙең булыуы һөйөндөрә.
Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр районда төҙөлгән оператив штабтың колл-үҙәгенә 8(34740)2-12-96, 8-961-358-38-60 телефондарына шылтырата ала.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.
Читайте нас: