Кешеләр хаҡында хәстәрлек күреүҙе үҙ мәнфәғәтенән өҫтөн ҡуйған эшҡыуарҙар, миһырбанлы кешеләр тураһында барыһы ла белергә тейештер.
Шундайҙарҙың береһе – эшҡыуар Елена Александровна Давыдова (Красноусол ауылы, “Энергия” магазины) үҙаллы изоляциялағы кешеләрҙең йорттарына йөрөүсе социаль хеҙмәткәрҙәр, ирекмәндәр, рейдтарға сығыусы дружинасылар өсөн күп тапҡыр ҡулланыла торған 200 битлек килтергән. Изге күңелле, булдыҡлы эшҡыуарға рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә.