+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Апрель 2020, 16:05

Хәйерле сәғәттә, игенсе!

Районда тәүгеләрҙән булып уҙған йомала “ШЭ Г.М.Тахтаров” һәм “Урожай” ЯСЙ-е крәҫтиән хужалыҡтары механизаторҙары баҫыуға сыҡты. Улар дым ҡаплатыуға тотондо.

Хужалыҡтарҙың тәүгеһендә был эш менән алты, икенсеһендә биш механизатор мәшғүл. Тракторсылар Максим Павлов, Денис Мурин, Радик Хажимөхәмәтов, Владимир Шестаков, Нияз Хәкимов, Александр Минеев 300 гектар майҙанда эштәрҙе теүәлләгән дә инде. “Урожай” хужалығында иһә баҫыуҙарҙы тырматыуға механизаторҙар Ғәли Исмәғилев (“К-700”), Рөфҡәт Ҡорбанғолов, Сафуат Яхин (икеһе лә “Т-150” тракторында), Урал Йәғәфәров, Винер Ғиззәтуллин (икеһе лә “МТЗ”-ла) йәлеп ителгән. Улар 2000 гектар тәшкил иткән баҫыуҙың 400 гектарын тырматып сыҡҡан.
“Урожай” ЯСЙ-е КХ-һында эштәр айырыуса ойошҡанлыҡ менән башланып китте. Хужалыҡ агрономы Раил Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, быйыл уларға 4000 гектар майҙанда (“Колос” хужалығы менән бергә) яҙғы баҫыу эштәрен атҡарып сығыу бурысы тора. Бөгөн дым ҡаплатыу менән бер рәттән хужалыҡта сәсеүгә орлоҡ ағыулауға ла тотонғандар. 350 тонна орлоҡ ағыуланырға тейеш булһа, яртылаш эштәр тамамланған. Иртә яҙғы культураларҙы, йәғни 600 гектар майҙанды биләгән ужым культураларын өҫтәлмә туҡландырыуға ла бөгөн тотонмаҡсылар.
“ШЭ Г.М.Тахтаров” крәҫтиән хужалығында 200 гектар майҙанды биләгән ужым культураларын өҫтәлмә туҡландырыу бурысы тора.
Ҡыҫҡаһы, йылдағыса, был ике хужалыҡта ла мул уңыш үҫтереп алыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалалар. Бының өсөн барлыҡ шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә бар. Башланған эшегеҙ хәйерле сәғәткә тура килһен, баҫыу эшсәндәре!
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: