+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Апрель 2020, 13:05

Ярҙам саралары ҡаралды

8 апрелдә район хакимиәтендә үҙаллы изоляция осоронда ҡулланыусылар баҙары менән эшләү һәм эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеү мәсьәләләренә арналған брифинг уҙҙы. Унда район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары И.А.Небогатова менән Р.Р.Әхмәтов ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ирина Анатольевна Небогатова брифингта ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указдарында ҡулланыусылар баҙары объекттарының эшенә ҡағылышлы бүлегенең төп положениелары менән таныштырҙы.
Атап әйткәндә, республика иҡтисадындағы коронавирус киҙеүе таралыуы шарттарында иҡтисади эшмәкәрлектең айырыуса ныҡ һаҡланылмаған 16 төрөн үҙ эсенә алған тармаҡтар Теҙмәһен уҡып ишеттерҙе. Йәғни бының буйынса бөгөн предприятиелар эшмәкәрлектәрен туҡтатты. Артабан БР Башлығының 2020 йылдың 18 мартындағы (8 апрелдә үҙгәрештәр индерелгән) УГ-134 Указдарына ярашлы, үҙаллы изоляция режимы ҡағылмаған эшмәкәрлек төрҙәре менән таныштырҙы. Ирина Анатольевна шулай уҡ РФ Хөкүмәтенең 2020 йылдың 27 мартындағы 762-р һанлы бойороғо менән раҫланған тәү сиратта ихтыяж тыуҙырған көнкүреш тауарҙарын һатыусы магазиндар үҙ эшен дауам итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
РФ Хөкүмәтенең 2020 27 мартындағы 762-р һанлы бойороғона ярашлы, йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары эшмәкәрлеге, заказ буйынса хеҙмәтләндереүселәрҙән тыш, ваҡытлыса туҡтатылды. И.Небогатова эшмәкәрлектәрен туҡтатмаған ойошмаларҙа санитар-эпидемияға ҡаршы профиликтик саралар комплексы талаптарын ҡәтғи үтәргә кәрәклеген ҡат-ҡат иҫкәртте.
Эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам хаҡында район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ үҫеше мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рәмил Рафаил улы Әхмәтов мәғлүмәт бирҙе. Ул рес-публика һәм федераль кимәлдә ярҙамды ғәмәлгә ашырыу сараларын барланы. Был йүнәлештә муниципаль кимәлдә ниндәй эштәр алып барылыуына ентек-ле туҡталды.
БР Башлығының РГ-119 һанлы бойороғона ярашлы, Ғафури районы муниципаль ра-йонында иҡтисадтың тотороҡло үҫешендә эске факторҙарҙы иҫәпкә алып, шул иҫәптән коронавирус киҙеүе таралыуы менән бәйле, тәү сираттағы сараларҙы раҫлау тураһындағы район хакимиәте ҡарары ҡабул ителде. Муниципаль ярҙам саралары иҫәбендә –эшмәкәрлектең айырым төрҙәренә иҫәпләнгән килемгә берҙәм һалымды хисаплауҙа ҡулланылған К2 коэффициентын корректлауҙың мәғәнәһен 0,005-кә кәметеү һәм 2020 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ Реестрында булған һәм алда билдәләнгән тармаҡтар Теҙмәһенә ярашлы эшмәкәрлек алып барған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының ер һалымын түләүҙә аванс түләүҙәренән азат итеү. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡ субъекттарын – Теҙмәгә ярашлы эшмәкәрлек алып барған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ Реестрында булған муниципаль милек ҡуртымсыларын (арендасылар) аренда түләүҙәренән азат итеү күҙаллана.
Брифингты йомғаҡлап, И.А.Небогатова үҙаллы изоляция осоронда өйгә аҙыҡ-түлек йыйылмалары һәм аш-һыу килтереүҙе ойошторған, күп тапҡыр ҡулланылыусы битлектәр тегеү менән мәшғүл булған эшҡыуарҙарҙың исемдәрен атап үтте. Һәм эшҡыуарҙарға уғата еңел булмаған хәлдә ваҡыт табып, кәрәк-яраҡ менән мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Брифингта ҡатнашыусы-ларҙың алкоголь һатыу, үҙаллы изоляция осоронда пропуск системаһы кеүек һәм башҡа һорауҙарына шундуҡ яуап бирелде.
Һорауҙар булһа, район хакимиәтенең Колл-үҙәгенә “ҡыҙыу бәйләнеш”: 2-16-74, 8-961-038-78-57 телефондарына шылтыратырға мөмкин. Үҙаллы изоляция ваҡытында пропуск системаһы мәсьәләләре буйынса: 2-11-79, 8-967-450-41-30, өлкән йәштәге һәм аҙ хәрәкәтләнгән граждандарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтереп биреү мәсьәләләре борсоһа: 2-12-96, 8-961-358-38-60 телефондарына шылтыратырға була.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: