Атайым Миһран Ғимран улы 1917 йылда Аҡташ ауылында донъяға килә. Егет ҡорона еткәс, армия сафына алына. Хеҙмәтен тултырып, тыуған ауылына 1-2 көнгә генә ҡайта ала. Шул ваҡытта финдәр менән һуғыш башлана. Йәш һалдат ошо һуғышта яраланып, госпиталдә ята. Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағына тиклем сержант Ҡәнзәфәров Ленинград фронтында 139-сы артиллерия полкында орудие командиры булып дошманға ҡаршы батырҙарса көрәшә. Ленинград блокадаһының әсе һынауҙарын үтә. Ҡаланы азат итеүҙә ҡатнаша. 1943 йылда “Ленинградты обороналаған өсөн” миҙалы тапшыралар. 1945 йылдың 16 мартында, һуғыш бөтөүгә 2 ай ҡалғас, ҡаһарман яугирҙың хәрби юлы өҙөлә. Ул ҡаты яралана, бер аяғын киҫәләр. Әммә һуғыш яралары ла, ғүмере буйы тәнендә йөрөгән тимер ярсығы ла атайымдың көслө рухын һындыра алмай.
1947 йылда Таш-Аҫты ауылы ҡыҙына, әсәйем Зөләйха Зәйнешеваға өйләнә. Йәш ғаилә тырышып донъя көтә. Яңы йорт һалып керәләр, ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Атайым, бер аяҡлы булһа ла, оҙаҡ йылдар сауҙа тармағында эшләне. Тырыш, намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Атай-әсәйем 9 балаға ғүмер биреп, үҙҙәре кеүек эшһөйәр, изгелекле, намыҫлы кешеләр итеп тәрбиәләнеләр.
Тик атайыма балаларының изгелеген, шатлыҡтарын күрергә яҙманы. Һуғыш яралары уны беҙҙең аранан иртә алып китте. Шуныһы ҡыҙғаныс, һуғыштағы батырлыҡтары өсөн ике наградаһы оҙаҡ “аҙашып” йөрөп, ул вафат булғандан һуң ғына эҙләп тапты. Әммә хәрби комиссариат ниңәлер миҙалдарҙың танытмаһын ғына тапшырҙы.
Инәйем Зөләйха Шәрифулла ҡыҙының да тормош юлы бик фәһемле. Һуғыш башланғанда уға 15 йәш кенә була. Үҫмер, йәшлек йылдары ошо осорға тура килгән ҡыҙҙар, малайҙар кеүек, яҙмыштың әсеһен-сөсөһөн күп татырға тура килә. Үгеҙ, һыйыр егеп ер һөрөү, ураҡ менән иген урыу, ҡарлы-боҙло Еҙем йылғаһын кисеп, ауыр-ауыр ашлыҡ тултырылған тоҡтарҙы ташыу, һалдаттарға ойоҡ-бирсәткә бәйләү һәм башҡа күп эштәр быуыны ла нығынып бөтмәгән үҫмер ҡыҙ иңенә төшә. Инәйем тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн миҙалдар менән бүләкләнгән. Тыныс тормошта ла яҙмыш ҡаты һынауҙар әҙерләгән. Инәйемә имәндәй 4 улының ваҡытһыҙ вафатын кисерергә тура килде. Бала ҡайғыһынан да ауыр ҡайғы юҡ, тип юҡҡа әйтмәгәндәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атай-инәйемә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын күрергә насип булманы. Әммә улар тураһындағы хәтирәләр, изгелектәре һәр саҡ иҫтә. Киләсәк быуын Еңеүҙең ниндәй юғалтыуҙар, ауырлыҡтар аша килгәнен, аяҙ күк йөҙө өсөн кемгә бурыслы икәнен онотмаһын ине.
Зәйтүнә ХӘБИБУЛЛИНА.
Красноусол ауылы.