-Район хакимиәте башлығы ҡарары нигеҙендә районда ирекмәндәр штабы ойошторолдо. Уның етәксеһе – мин булһам, шулай уҡ район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте секторы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ансаф Кәримов - яуаплыларҙың береһе. Ирекмән булып күңел талабы буйынса төрлө хеҙмәт кешеләре эшләй, улар һәр бер ауыл биләмәһендә бар. Әлеге мәлдә барлығы 157 ирекмән иҫәпләнә. Улар араһында социаль хеҙмәт, мәктәп, “Мельница Качества”, “Красноусол” шифаханаһы, Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар бар. Ирекмәндәр төркөмө йыйыуыбыҙ хаҡында иғлан итеү менән күптәр беҙҙең менән бәйләнешкә инеп, үҙ теләктәрен белдерҙе. Бөгөнгө көндә ирекмәндәр хәрәкәте менән районыбыҙҙың барлыҡ ауылдары ла солғап алынған, шуға ла әлегә өҫтәп ҡабул итеүгә мохтажлыҡ юҡ. Ирекмәндәр сафына әүҙем, кеше хәленә инә белеүсән, ярҙамсыл, ышаныслы кешеләр тупланды, уларҙы үҙ төбәктәрендә яҡшы беләләр. Һәр береһен тик ыңғай яҡтан баһаларға мөмкин.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, тайпылышһыҙ үтәлергә тейешле талаптарҙан сығып, эшмәкәрлек өсөн мотлаҡ кәрәкле барлыҡ әйберҙәр бар. Заказдарҙы үтәгәндә техника менән файҙаланабыҙ, был йәһәттән шифахана һәм ра-йон хакимиәте водителдәр менән автомобилдәр бүлде. Бынан тыш, шәхси хәүефһеҙлек йәһәтенән һаҡланыу саралары менән дә тәьмин ителгәнбеҙ. Һәр бер ирекмәндең дезинфекция средстволары, битлек, бирсәткә, урамда һәм халыҡ менән эшләү өсөн махсус пропускыһы бар.
Ирекмәндәр менән идара итеү үҙәкләштерелгән. Кемгәлер ирекмәндәр ярҙамы кәрәк булһа, башта штабҡа, махсус “ҡыҙыу бәйләнеш”: 8(34740) 2-12-96, 8-961-358-38-60 телефондары аша шылтыратырға кәрәк. Мөрәжәғәттәр көн һайын 8.00-дән 17.30 сәғәткәсә ҡабул ителә.
Штабта ҡабул ителгән мөрәжәғәттәргә консультация бирелә, шылтыратҡан кешенең телефон номеры яҙып алына һәм артабан штаб күрһәтмәләре ирекмәндәргә тапшырыла, улар үҙ сиратында шундуҡ эшкә тотона. Адресатҡа сығыр алдынан ҡулдар дезинфекция-
лана, битлек һәм бирсәткә кейәләр. Мөрәжәғәт итеүсенең өйөнә килеп, уның заявкаһы буйынса һатып алынасаҡ аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ өсөн аҡса алалар, артабан магазиндан һатып алынған тауарҙарын килтереп бирәләр.
Тағы ла шуныһы иғтибарға лайыҡ, үҙҙәренең таныш ирекмәндәре менән туранан-тура бәйләнешкә инеп, ниндәй ҙә булһа хеҙмәт күрһәтеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, ирекмәндәр араһында “Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә эшләүсе социаль хеҙмәткәрҙәр ярайһы ғына. Улар ауылдарҙа әбей-бабайҙар менән бик яҡшы таныш, шуға ла бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ бер-береһе менән хәбәрләшеп, өйгә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар килтереү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеп тә ҡуялар.
Шуны һәр кемдең иҫенә төшөрөргә кәрәк, ирекмәндәр хеҙмәте иң тәү сиратта өлкән йәштәгеләр һәм төрлө сәбәптәр арҡаһында карантин режимын һаҡлау күрһәтмәһе бирелеп, өйҙән сығып йөрөй алмаған кешеләр өсөн эшләй.
Беҙҙең хеҙмәт пропускылар биреү менән дә шөғөлләнә. Билдәле булыуынса, әлеге мәлдә ил һәм республика юлдарында транспорт сараларында йөрөү сикләнде, әммә үтә лә кәрәк булғанда махсус пропуск алырға мөмкин. Уларҙы рәсмиләштереү буйынса барлыҡ һорауҙар менән штабҡа шылтыратырға була. Пропускыларҙы үҙаллы рәсмиләштереү буйынса махсус сайттарға инеү мөмкинлеге булмағандар, йә булмаһа уны нисек эшләргә икәнен белмәгәндәр ҙә штабҡа мөрәжәғәт итә ала. Өлкәндәрҙең барыһы ла, мәҫәлән, Интернет менән файҙаланмай. Төрлө хәлдәр булырға мөмкин. Күптән түгел генә, мәҫәлән, беҙ Аҡкүл ауылынан ҡапыл ғына икенсе төбәккә операцияға китергә тейеш булған бер ғаиләгә пропуск рәсмиләштерергә ярҙам иттек. Пропускыларҙы рәсмиләштерергә ваҡытыбыҙ етмәгән саҡта беҙгә Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килә. Ғөмүмән, бергә, ойошҡанлыҡ менән һәм оператив эш итәбеҙ.
Мөрәжәғәттәргә килгәндә, иң күп шылтыратыуҙар карантиндың һәм штаб эшләй башлағандың тәүге көндәрендә уғата күп булды. Күптәр донъялағы коронавирус менән бәйле хәл-торош өсөн борсолдо, шуға ла нимә булыуы, алда нимә көтөүе, уларға нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында ҡайғырып һорауҙар яуҙырҙы. Был осраҡта уларға психологик ярҙам күрһәтергә, мәғлүмәт һәм аңлатмалар бирергә тура килде. Кешеләрҙе шулай уҡ ирекмәндәрҙең нисек ярҙам итә алыуы ла ҡыҙыҡһындыра ине, башҡа төрлө һорауҙар ҙа күп булды. Хәҙер иһә мөрәжәғәттәр кәмене, шуға ҡарамаҫтан, төрлө ауылдарҙан штабҡа аҙыҡ-түлек, дарыухананан дарыуҙар килтереү хаҡында мөрәжәғәттәр булып тора. Беҙ уларға ярҙамға ирекмәндәрҙе ебәрәбеҙ.
Был айырыуса яуаплы мәлдә бер-беребеҙгә иғтибарлы һәм ихтирамлы булайыҡ, бер кем дә үҙен яңғыҙ тоймаһын, - тип теләктәрен еткерҙе Эльвира Сабирова.
И.ӘЛИБАЕВА яҙып алды.