Ошондай эштәрҙең береһе - Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған “Етегән” байрамы өсөнсө йыл рәттән үткәрелде.
Был эштә ауылдың ағинәйҙәре, “Йәншишмә” төркөмө балалары әүҙем булдылар. “Етегән” байрамы “Алтын тирмә” уйыны менән башланып, икенсе өлөшөндә ағинәйҙәр һәм балалар концерт күрһәтте. Сараға ут күршебеҙ Заречный ауылы ҡатын-ҡыҙҙарын һәм район Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Монасипованы саҡырҙыҡ. Бер йыйылғанда Заречный ауылында Ағинәйҙәр ойошмаһы төҙөлдө һәм уның етәксеһе итеп ауыл старостаһы вазифаһын да башҡарыусы Мәрйәм Әхмәтйәнова һайланды.
“Алтын тирмә” уйынынан күренеүенсә, күп белеүсе йәш быуын үҫеп килә, мәрәйҙәрҙе улар күберәк йыйҙы. Матур байрам сараһынан һуң сәй табыны артында һөйләшеп, ҡара-ҡаршы йырҙар йырлашып, күңелгә дәрттәр өҫтәлеп таралыштыҡ.
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА,
Ватан ауылы Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе.