-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Апрель 2020, 16:25

Йыйылмалар таратыуҙа тотҡарлыҡтарға юл ҡуймай...

Үҙаллы изоляция һәм уҡыусыларҙың дистанциялы уҡыуы осоронда граждандарға өҫтәмә социаль ярҙам сиктәрендә республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла, мәктәп уҡыусылары аҙыҡ-түлек йыйылмаһы (ҡоро паек) ала башланы. Ошоға бәйле район мәғариф бүлеге технологы Фаягөл Камил ҡыҙы ЛАТИПОВАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

- Аҙыҡ-түлек йыйылмаларына кемдәрҙең хоҡуғы бар?
- Билдәле булыуынса, 6 апрелдән мәктәп уҡыусылары өйҙән уҡыуға күсте. Ошо көндән алып мәктәп ашханаһында бушлай туҡланыусы, ташламалы (льготалы) категорияға ҡараған уҡыусыларға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы бирелә. Улар аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙәге һәм сәләмәтлек торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар. Районыбыҙҙа тап ошондай льгота менән файҙаланған 1674 уҡыусы аҙыҡ-түлек йыйылмаһын алды ла инде.
Улар дүрт категорияға бүленгән. Беренсе категорияға ишле аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар инеп, улар барлығы - 1298. Бер балаға көндәлек республика бюджетынан 45 һум аҡса бүленә. Йыйылма 225 һум күләменән сығып әҙерләнә, аҙнаһына (5 көнлөк уҡыу аҙнаһы) бер тапҡыр тапшырыла. Икенсе категорияға ингән сәләмәтлек торошо буйынса мөмкинлектәре сикле, инвалид балалар һаны – 367. Көнөнә бер балаға бүленгән 100 һум аҡсаның 90 һумы – республика, 10 һумы район ҡаҙнаһынан һәм аҙнаға йыйылма 500 һумлыҡ аҙыҡ-түлек менән тулыландырыла. Красноусол башҡорт гимназия-интернатында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған категорияға ингән уҡыусылар өсөн район хакимиәте ҡарар сығарҙы. Бындай категорияла 8 бала иҫәпләнеп, шуларҙың 6-һына (интернатта ятып уҡыусылар) - 118 һум, 2-һенә (килеп уҡыусылар) 108 һум иҫәбенән аҙыҡ-түлек йыйылмалары өсөн аҡса район ҡаҙнаһынан бүленә. Ата-әсәһе I-II төркөм инвалиды булған бер бала 54 һумға йыйылма ала.
- Йыйылмалар ниндәй продукттарҙан тора һәм уларҙың теҙмәһен кем раҫлай?
- Аҙыҡ-түлек йыйылмаларындағы ризыҡтар теҙмәһен һәр бер район үҙенсә раҫлай. Беҙ Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты һәм БР Мәғариф министрлығы раҫлаған ризыҡтар теҙмәһен һайланыҡ. Йыйылмаға, башлыса, тиҙ боҙолмай торған, махсус температура режимында һаҡлауҙы талап итмәгән, нигеҙҙә Башҡортостан Республикаһында етештерелгән (90%) ризыҡтар ингән. Был - ярма, макарон изделиелары, һут, сәй, какао, кеҫәл, шәкәр ҡомо, һөт, ит һәм балыҡ консервалары, үҫемлек, һыйыр майы һәм башҡалар. Мәҫәлән, 5 уҡыу көнө өсөн сәләмәтлек торошо буйынса мөмкинлеге сикле, инвалид балаға тәғәйенләнгән төргәктә 2,5 кг ярма, 2 кг макарон, 1 литр һут, 1,8 литр үҫемлек майы һәм башҡалар бар; күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләге балаға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы шундай уҡ, тик күләме генә әҙерәк: ярма - 550 г, макарон – 500 г, һут – 1 литр, үҫемлек майы 900 г һәм башҡалар бар. Йыйылмалағы ризыҡтар теҙмәһе һәр бер мәктәптә бар, ата-әсәләр балаһы уҡыған белем биреү учреждениеһы сайтында таныша ала.
Һәр бер төргәк эсендә тауар ярлыҡтары бар: продукцияның һаҡланыу срогы, етештереү датаһы, составы һәм етештереүсеһе яҙылған белешмәләр. Йыйылмалар өсөн продукттарҙы һатып алғанда стандарттарға тап килеүе тикшерелә. СанПиН талаптары ҡәтғи үтәлә.
- Аҙыҡ-түлек йыйылмаларын әҙерләүгә кем яуаплы?
- Районыбыҙ белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙың туҡланыуы аутсорсингҡа тапшырылып, ҡайнар ашты ике оператор – “Алтын ҡурай” (директоры – Гөлшат Шиһабетдин ҡыҙы Урманшина) һәм “Мельница Качества” (директоры – Светлана Ивановна Фомина) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре ойоштора. Улар БР Социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһында тора. Аҙыҡ-түлек йыйылмаларын әҙерләү ҙә тап ошо ойошмалар яуаплылығында. Улар ҙур әүҙемлек менән тырышып эшләйҙәр, йыйылмаларҙы белем биреү учреждениеларына тотҡарлыҡһыҙ, үҙ ваҡытында килтереп еткереп торалар. Был ойошмалар шулай уҡ хәйриәлелек менән дә шөғөлләнәләр. Йыйылма төргәктәренә етеп килгән байрамдар уңайынан бүләккә бер дана күстәнәс ризығы өҫтәйәсәктәр. Ә йыйылмаларҙы таратыу менән мәктәптәр шөғөлләнә, бында ла яуаплылар тәғәйенләнгән, шулай уҡ класс етәкселәре менән дә бәйләнешкә инеү талап ителә. Район мәғариф бүлеге исеменән айырыуса яуаплы осорҙа оператив эшмәкәрлектәре өсөн туҡланыу операторҙарына һәм мәктәп директорҙарына уҡыусыларға аҙыҡ-түлек йыйылмаларын әҙерләп таратыуҙы ойошҡанлыҡ менән ойоштороуҙары өсөн рәхмәтлебеҙ.
-Фәһемле аңлатмалар өсөн, рәхмәт һеҙгә, Фаягөл Камил ҡыҙы. Айырыуса яуаплы һәм ҡатмарлы осорҙа эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Индира ИШКИНА әңгәмәләште.
Читайте нас: