Тәү сиратта һәр ағасты ентекләп ҡарап сығырға кәрәк:
1. Ҡарт ағастарҙың олонон шпатель йә тимер щетка менән таҙартып сығығыҙ. Сөнки айырылып торған ҡайыр аҫтында бөжәктәр ҡышлай, унан йомортҡа һала башлай.
2. Емеш биргән ҡыуаҡтарҙың ботаҡтарын һәм бөрөләрен тикшерегеҙ. Уларға эҫе һыу ҡойорға кәрәк.
3. Бөжәктәр ҡышлаған урындарҙы таҙартып сығығыҙ: былтырғы япраҡ, олондарҙағы тишек-тошоҡ, кипкән ботаҡтар – быларҙың барыһы ла уларҙың йомортҡа һала торған ҡыуышы. Иң шәп ысул – яндырыу.
4. Ағас һәм ҡыуаҡтарҙың эскә ҡарай үҫкән, ҡамасаулаған һәм иҫке ботаҡтарын ҡырҡығыҙ. Ҡояш нурҙары һәм ел ботаҡ араһынан еңел үтергә тейеш.
5. Ағастарҙы эзбиз менән аҡлап сығығыҙ. Был ысул, беренсенән, ағастарҙың олонон ҡояш нурҙарынан һаҡлаһа, икенсенән ҡайыр аҫтына бөжәктәрҙең ҡунаҡлауына ирек бирмәйәсәк. Эзбизгә дегет ҡушып ағас олондарын аҡлаһаң да була, дегеттең еҫе бөжәктәргә оҡшамай.
Баҡсаны ҡоротҡостарҙан һаҡлауҙың тағы бер һәйбәт ысулы – дарыу һиптереүҙе дүрт этапта эшләргә була. Тәүгеһен бөрөләр бүрткәс, икенсеһен - япраҡтар асылғас башҡарығыҙ. Өсөнсө этап – ҡыуаҡтар һәм ағастар сәскә атыр алдынан.
Дүртенсеһен - алма баш бармаҡ тырнағы хәтлем, ҡарағат һәм крыжовник борсаҡ хәтлем булғас, дарыу һиптерегеҙ. Ағастарҙы осонан алып, олононоң төбөнә тиклем эшкәртергә кәрәк. Бер ҙур ағасҡа 5 – 6 литр, ҡыуаҡҡа 1 – 1,5 литр дарыу иҙмәһе сарыф ителә. Препараттарға килгәндә иһә ҡоротҡостарҙың күпселегенә ҡаршы көрәшкәнен алыу яҡшы. Ағыу буласаҡ уңышҡа насар тәьҫир итер тип ҡурҡмағыҙ, уларҙың һәр береһенең үҫентеләрҙе һаҡлау ваҡыты сикләнгән.
Һәр ҡыуаҡ, ағасҡа ваҡытында иғтибар биреп, тәрбиәләп тороу мул уңыш алыуға ла ышанысты арттыра. Шуға ла улар матур булып үҫеп, көҙөн мул уңышы менән ҡыуандырһын өсөн алда әйтелгән ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ.
Лилиә НУРЕТДИНОВА,
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса белгесе.