Уның сибәрлегенә, һылыулығына, матур һөйләшеүенә, йылмайыуына шунда таң ҡалып, тәнәфестә класташтарым менән кем уҙарҙан уның янына килеп, эргәһендәрәк баҫып торорға тырыша торғайныҡ. Ул беҙҙе матур яҙырға, өндәрҙе дөрөҫ әйтергә, бөхтә кейенергә өйрәтте. Әле лә һәр саҡ атай-әсәйҙе тыңлап торорға, уларға ярҙам итергә кәңәштәрен биреп, аңлатып тора. Беҙгә бала сағындағы ҡыҙыҡ хәлдәрҙе лә йыш һөйләй.
Гүзәл Әсҡәт ҡыҙы Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән. Әле лә тыуған йортона, һөйөклө әсәһе янына күмәкләшеп йыш ҡайтып йөрөйҙәр. Уның апай-ағайҙары, туғандары күп. Туғаны – Лилиә Әсҡәт ҡыҙы “Әкиәт” балалар баҡсаһына йөрөгәндә яратҡан тәрбиәсем булды. Ә Ләйсән туғанының ҡыҙы Ильвина - яҡын әхирәтем. Уларҙың шундай өлгө алырлыҡ апалары булғанға ла һәр береһе һәйбәт, аҡыллылар.
Уҡытыусыбыҙҙың тағы ла бер һоҡланғыс сифаты – ул матур итеп шиғыр һөйләй. Һәр беребеҙҙең тыуған көндәренә йыл да открыткалар бүләк итә. Төрлө темаға бәләкәй китаптар эшләтә, ҡыҙыҡлы уйындар өйрәтә. Үҙе күп белгәнгә лә, беҙҙең дә "бишкә" генә уҡыуыбыҙҙы теләй. Беҙгә уның менән күңелле, рәхәт. Ул шәп уҡытыусы.
Динара ЛАТИПОВА,
Красноусол башҡорт гимназия-интернатының
3 “А” класы уҡыусыһы.