+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Апрель 2020, 21:40

Йорт төҙөлөшөн теүәлләйәсәктәр

Республикала торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләүселәргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән төрлө прог-раммалар уңышлы тормошҡа ашырыла. Шундайҙарҙың береһе – ауылда төпләнеп, үҙ ҡыйыҡтарын булдырыу теләге менән янған йәш ғаиләләр өсөн – “Ауыл биләмәләрен комплекс-лы үҫтереү” программаһы. Был прог-рамма беҙҙең районда уңышлы эшләп килә. Ул ауылда йәшәүсе аҙ тәьмин ителгән, ғаилә ағзаларының береһе ауыл хужалығы тармағында, йә булмаһа социаль өлкәлә (мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һ.б.) эшләүсе граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Ғәмәлдәге программаға ярашлы, районыбыҙҙа торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратта торған йәш ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырыла килә. Уҙған йомала өс ғаилә дәүләттән ошондай ярҙам алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Сертификаттарҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов үҙенең эш кабинетында тапшырҙы.
Субсидия алыу бәхетенә ирешкән дүрт бала әсәһе Алина Салауат ҡыҙы Әбделмәнова Ибраһим ауыл клубының художество етәксеһе булып эшләй. Ике балалы ғаиләләр башлыҡтары Андрей Викторович Беляев ауыл хужалығы тармағында, йәғни “ШЭ Г.М.Тахтаров” КФХ-һында тракторсы, Красноусолдан Айрат Ришат улы Миңлебаев Балалар ижады үҙәгенең өҫтәлмә белем биреү педагогы. Был ғаиләләрҙең барыһы ла дәүләт ярҙамын йорт төҙөлөшөн теүәлләүгә йүнәлтәсәк.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: