+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 18:05

Өлкәндәрҙе хәстәрләп

Яңы шарттарҙа йәшәү социаль хеҙмәткәрҙәргә лә яңы бурыстар ҡуя.

“Изгелек шишмәһе” автономлы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәре Гөлсәсәк Ҡотова үҙ-үҙен хеҙмәтләндерә алмаған оло йәштәге 11 кешене ҡарай. Улар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, яңғыҙ йәшәгән аҙ мобилле өлкәндәр ҙә бар. Гөлсәсәк Фәрүәз ҡыҙы оло йәштәгеләр урамға сығып йөрөмәһен өсөн аҙыҡ-түлек, тәүге ихтыяждағы әйберҙәр һатып алып, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе атҡарып, өйҙәренә дарыуҙар килтереп бирә.
Шулай уҡ ул мобиль бригада менән берлектә эпидемиологик күрһәткестәре буйынса үҙаллы изоляциялағы кешеләрҙең йорттарына барып, уларҙың режимды үтәүҙәре, аҙыҡ-түлеккә, дарыуҙарға мохтажлыҡтары тураһында белешә. Әлеге ҡатмарлы осорҙа өлкәндәргә айырыуса иғтибарлы булырға, яҡшы мөнәсәбәт, йылы һүҙебеҙ менән күңелдәрен күтәрергә, ҡулыбыҙҙан килгән ярҙамды күрһәтергә тырышабыҙ, ти Гөлсәсәк Ҡотова.
Ауыр ваҡытта башҡаларға йөрәк йылыһын мул өләшкән социаль хеҙмәткәр Башҡортостан Юлдаш каналында барған “Батырҙар дәүере” тапшырыуының геройы ла.
Илдә һәм республикалағы эпидемиологик хәлгә бәйле шарттарҙа Башҡортостанда 1900 социаль хеҙмәткәр мобиль бригадалар составында халыҡ араһында үҙаллы изоляцияла булыуҙың мөһимлеге тураһында аңлатыу эштәре алып бара, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, кәрәк-яраҡ менән ярҙам итә.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.
Читайте нас: