+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 16:00

Мохтаждарға ярҙам йөҙөнән

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй #БеҙБергә акцияһы сиктәрендә “Аҙыҡ-түлек ярҙамы” социаль проекты тормошҡа ашырыла башланы.

Акция яңы коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы арҡаһында хәүеф төркөмөнә ингән, минималь пенсияһына федераль өҫтәмә түләүҙәр алған 65 йәштән өлкән кешеләргә ярҙам йөҙөнән ойошторолған. Проектҡа ярашлы районға 736 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы килтерелгән. Уны өлкәндәргә ирекмәндәр тарата башланы ла инде.
Республикала тағы ла бер проект - “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге. Һеҙҙе ҡайғыртып” хәйриә проекты старт алды. Инициаторҙары булып “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһе секретариаты, республика Башлығы Радий Хәбиров тора. Аҙыҡ-түлек йыйылмаларын аҙ тәьмин ителгән, кемдәрҙеңдер йәнбашынан балаға йәшәү минимумынан түбән килем, шулай уҡ балаға айлыҡ пособие алған күп балалы ғаиләләр аласаҡ.
Проектты төбәктең эре етештереүселәре күтәреп алды. Интер РАО ЕЭС, Башҡортостан сода компанияһы (БСК) һәм Урал тау-металлургия компанияһы (УГМК) төп бағыусылар булып тора. Улар бүлгән аҡсаға 100 мең аҙыҡ-түлек йыйылмалары әҙерләгән.
Йыйылмаға иң кәрәк, урындағы етештереүселәрҙән сифатлы аҙыҡ-түлек, мәҫәлән, Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө, “Башбакалея” ярмалары, Шишмә көнбағыш майы, Өфө һөт консерва комбинатының быҡтырылған ит консервалары һәм башҡалар тупланған.
Тәү сиратта ярҙамды 79 мең аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр аласаҡ. Ҡалған аҙыҡ-түлек йыйылмалары мохтаждарға адреслы ярҙам булараҡ таратылыр тип көтөлә. Ғаризалар төбәк колл-үҙәктең 8-800-201-89-03 телефонына, шулай уҡ “Беҙҙең хәстәрлек” проектының ирекмәндәр штабының “ҡыҙыу линия”ларына ҡабул ителә.
Район халҡы “Ғаилә” район-ара үҙәгенең 8 (34740) 2-73-77 телефонына шылтыратып был проект тураһында тулы мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә.
Ә.РАМАЗАНОВА.
Читайте нас: