+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Апрель 2020, 16:40

Аталы-уллы һуғышта ҡатнашалар

Атайым Бәхтегәрәй Бәхтейәр улы Ибраһимов 1925 йылда Имәндәш ауылында тыуған. Ул олатайым Бәхтейәр Ибраһим улы (1896 йылғы) менән өләсәйем Ғәфүрә Хәйрулла ҡыҙының (1901 йылғы, сығышы менән Һабай ауы-лынан, Басировтар нәҫеленән) ишле – 9 балалы ғаиләһендә иң тәүге булып донъяға килә.

Бәләкәйҙән сос, отҡор улын, уҡыу йәшенә еткәс, олатайым күрше Ҡарағай башланғыс урыҫ мәктәбенә уҡырға бирә. Уның киләсәге хаҡында уйлап, бәләкәйҙән һалынған төплө белем нигеҙе киләсәктә ҙур роль уйнаясағын күҙаллап, улына ҙур өмөттәр бағлап, тап ошондай ҡарарға килгән дә.
Бәхтейәр олатайым Беренсе донъя, Граждандар, фин һәм II Бөтә донъя һуғыштарында ҡатнашып, күп тапҡырҙар яралана.
1943 йылда олатайым ҡаты яраланып, ауылға ҡайтарыла һәм йәрәхәттәре уңалғас, ошо уҡ йылдың февралендә улы Бәхтегәрәй менән бергә һуғышҡа саҡыралар. Әммә олатайыма ошо китеүенән кире әйләнеп ҡайтырға насип булмай, яу яланында ғүмере өҙөлә. “Хәтер” китабында уның Орлов өлкәһенең Новая ауылы янында ерләнгәнлеге хаҡында мәғлүмәт бар. Беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ, илебеҙ тыныс тормошта, имен йәшәһен өсөн, дүрт һуғышта ҡатнашып, 47 йәшендә генә батырҙарса һәләк булған Бәхтейәр олатайым менән ғорурланмау мөмкин түгел.
Ә атайым – 17 йәшлек Бәхтегәрәйҙе хәрби десант разведкаһы часында бер йылға яҡын уҡыталар, һуғышҡа ингәс, күп тапҡыр разведкала ҡатнашырға тура килә. 1944 йылдың аҙағында сираттағы разведка ваҡытында һуғыштың иң ҡаты урынына эләгеп, ауыр яраланған атайым оҙаҡ ваҡыт госпиталдә дауалана.
Сәләмәтлеге ҡаҡшап, разведкаға яраҡһыҙ, тигән ҡарарҙан һуң, ул хеҙмәтен 1946 йылға тиклем штабта хәрби писарь булып дауам итә. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны атайымдың наградалары бихисап ине. Шуларҙың араһында иң юғарыһы – Ҡыҙыл Йондоҙ ордены. Ул уны ҡәҙерләп һәр ваҡыт күкрәгендә йөрөттө.
Атайым һуғыштан һуң, тыуған яҡтарына иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡас, колхозда өлкән бухгалтер булып эшләй. Был һөнәргә район үҙәгендә ҡыҫҡа ваҡытлы курстарҙа өйрәнгән. Ул үҙ колхозында ғына эшләп ҡалмаған, хатта күрше-тирә хужалыҡ бухгалтерияларына ла отчеттар төҙөүҙә ярҙам иткән. Атайым бик уҡымышлы кеше ине. Уның өҫтәлендә гәзит-журналдар, архив документтарының адрестары өйөм-өйөм ятыр ине. Өйөбөҙҙән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәне, уға ауылдаштары ғына түгел, күрше ауылдарҙан, хатта күрше райондарҙан пенсия юллау, хеҙмәт стаждары тулмау, ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү һәм башҡа мәсьәләләрҙә ярҙам һорап килеүселәр күп була торғайны. Һуғыштан һуңғы осорҙа юристарҙың әҙ булыуы, төрлө һорауҙарға ыңғай яуап алыуы киҫкен булғандыр, шуға ла атайыма мөрәжәғәт итәләр ине. Ул бер ваҡытта ла баш тартманы. Ошо ярҙамдары өсөн уны шаяртып “дипломһыҙ адвокат” тигән изге исем менән йөрөттөләр.
Һуңғы йылдарҙа ул Сәйетбаба сельпоһы ревизия комиссияһы рәйесе, Имәндәш ауыл биләмәһенең һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары ойошмаһы рәйесе булып, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем йәнтөйәгенә лайыҡлы хеҙмәт итте. 1990 йылда вафат булды.
Марат ИБРАҺИМОВ,
хеҙмәт ветераны.
Имәндәш ауылы.
Читайте нас: