+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Апрель 2020, 14:00

Яу юлдары буйлап

Ата-әсәһе вафат булғанда Нәбиуллаға ни бары 13 йәш була. Байҙарға көнлөккә йөрөп көн күрергә тура килә уға, ләкин үҙенең аты һәм һыйыры булыу тураһындағы хыялы һәр ваҡыт күҙ алдында тора. Ниһайәт, революциянан һуң ғына ил иркенләп тынала. Ал-ял белмәй эшләп атлы, маллы булыу бәхетенә өлгәшә.

Ауылдарҙы күмәк хужалыҡҡа күсереү Юлыҡ ауылына ла килеп етә. Колхозға инмәгәндәрҙе эҙәрлекләү башланған осор. Типһә, тимер өҙөрҙәй 45 йәшлек Нәбиулла Шафиҡов 1931 йылдың башында ҡулға алынып, һөргөнгә ебәрелә. Тик 23 йыл михнәт сиккәндән һуң, 1954 йылдың аҙағында ғына ауылына әйләнеп ҡайта.
Атаһын алып киткәндә Хәйруллаға 6 йәш кенә була. Тыныс тормошта йәшәү дәүере лә еңел булмай, сөнки “кулак улы” мөһөрө ҙур кәртә булып ята. Немец илбаҫарҙары илебеҙгә баҫып ингәс тә Хәйрулла хәрби комиссариатҡа барып, фронтҡа ебәреүҙәрен һорай, ләкин ошо яман мөһөр тотҡарлап тора. Ниһайәт, 17 йәше тулған Хәйрулланы 1942 йылдың аҙағында армияға алалар. 6 ай Ҡыуандыҡ станцияһында хәрби әҙерлек алып, кесе сержант званиеһы бирелә һәм Ленинградҡа ебәрелә. Әммә юлда хәрби эшелон бомбаға эләгеп, ҡамауға ҡала. Һаҙлыҡтар аша Волхов фронты буйлап һуғыша-һуғыша ҡамауҙан сыҡҡанда арҡаһын пуля көйҙөрөп үткәнен иҫләп ҡала һәм ялан госпиталендә генә аңына килә. Ә был ваҡытҡа ауылға "батырҙарса һәләк булды" тигән "ҡара ҡағыҙ" ебәрелгән була. Ярославль, Череповец ҡалаларында дауалана. Артабан йәнә һуғыш.
...Белоруссия ере. Польшаға тиклем шул уҡ күренеш. Хәйрулланың йөрәге әрней, тиҙерәк үс алғыһы килә. Люблин ҡалаһына йыраҡ түгел ерҙә, землянкалар ҡаҙып, оборона тоторға ҡушыла. 1943 йыл, эргәлә генә Висла йылғаһы, таң алдынан завод янында канауҙа айырылып ҡалған яугирҙарҙы немецтар аяуһыҙ утҡа тота. Батальон командиры Баранов уларға кемде ярҙамға ебәрергә тип торғанда, ул: “Мин барам”, тип алға атлай. “Һин иҫәнме ни?”, - тип Баранов аптырап ҡала. Сөнки Хәйрулла әле генә бомба төшөп ярылған ерҙән алыҫ булмай, шуға күрә батальон командиры уларҙы иҫән тип уйламаған. Ә Хәйрулла алдан ярылған бомба соҡорона һикереп өлгөрә һәм иҫән ҡала.
1945 йылдың яҙ айы. Берлинды алыу өсөн ҡаты һуғыш бара. Батальон командиры Хәйрулланы, миномет ротаһын табып, немецтар өҫтөнә ут яуҙырырға тигән бойороҡ менән ебәрә. Ерҙең аҫты өҫкә әйләнә. Һәм ошо алышта ҡаты яралана. Үҙен ике тәүлектән һуң ғына, ыңғырашҡан тауышын ишетеп, санитарҙар ер аҫтынан ҡаҙып ала. Бында ла тыуған ауылына икенсе тапҡырға үлеүе тураһында хәбәр килә. Инәһе әтәс ҡысҡырғанда ике тапҡыр ҡорбан салдыра.
Һуғыш бөтөү шатлығын Галле ҡалаһы эргәһендәге урманда саҡта ишетә Хәйрулла. Уға 1949 йылдың апрель айына тиклем Германия ерендә патрулдә хеҙмәт итергә тура килә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Күпме үлем тырнағынан ҡотолоп, ике тапҡыр Висла йылғаһы буйында контузия алған Хәйрулла Нәбиулла улы фронттан ҡайтҡас, “Мағаш” колхозында төрлө эштәрҙә намыҫлы хеҙмәт итте. Юлыҡ ауылында йәшәп, ҡатыны Сара Закир ҡыҙы менән өс ул һәм ун ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ағайыбыҙ намыҫлы ғүмер кисереп, 1993 йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Быйыл туғандар менән йыйылышып шәжәрә байрамы үткәрергә лә күҙаллағайныҡ. Намыҫлы ғүмер кисергән, һуғышҡа Яугилде ауылынан китеп, шунда ҡайтҡан, инәйемдең бер туған энеһе Хәйрулла Шафиҡов ағайымдың батырлыҡтары мәңге беҙҙең нәҫелдең ғорурлығы булып торор.
Барлыҡ Шафиҡовтар исеменән
Нәсимә ХӘКИМОВА.
Яугилде ауылы.

Читайте нас: