+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Апрель 2020, 11:00

Ил ҡушҡанды үтәнеләр

Йылдың-йылы 26 апрелдә бар донъя радиация аварияларында һәм һәләкәттәрендә һәләк булғандарҙы иҫкә ала. Ошо уңайҙан районыбыҙҙың “Чернобылселәр Союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ирина Висиевна Дмитриева мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

-1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһының 4-се блогында шартлау яңғырай. Реактор тулыһынса зыян күрә. Һөҙөмтәлә, тирә-яҡ мөхиткә уғата ҙур күләмдә радиактив матдәләр йәшен тиҙлегендә таралып, күп кенә яҡын-тирә биләмәләрҙе зарарлап, йәшәү өсөн яраҡһыҙға әүерелдерә. Чернобыль АЭС-ындағы был авария атом энергетикаһы тарихында иң ҙурҙарҙан һанала.
Ундағы шартлауҙан бер кеше – Валерий Ходемчук һәләк була. Владимир Шашенок тигән кеше иһә алынған йәрәхәттәрҙән иртәгәһенә вафат була. Әммә радиацияның әйләнә-тирә мөхитте зарарлауы һөҙөмтәһендә станция хеҙмәткәрҙәре һәм ҡотҡарыу командалары ағзалары нурланыу сиренә дусар була. Авариянан һуңғы бер нисә ай эсендә 28 кеше уның ҡорбаны булды. Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 600 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Вафат булыусыларҙың дөйөм һаны ВОЗ мәғлүмәттәре буйынса 4 меңгә яҡын тәшкил итә. Шулай уҡ Чернобыль һәләкәте кешеләрҙең ҡалҡан биҙендә яман шеш барлыҡҡа килеү осраҡтарын арттырыуға сәбәпсе булырға мөмкин.
Беҙҙең райондан да 20-нән ашыу кеше Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. Бөгөнгө көндә “Ғафури районы Чернобылселәр Союзы” йәмәғәт ойошмаһында 24 ағза булып, шуларҙың 13-ө авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар һәм 11-е вафат булған чернобылселәрҙең тол ҡатындары. Барыһы ла пенсионерҙар, дәүләттән социаль ярҙам сараларын алалар.
Чернобылселәрҙе иҫкә алыу көнөндә барыһына ла именлек, тыныслыҡ һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйем. Һеҙҙең ғаиләләрегеҙгә башҡаса бер ниндәй ҙә ҡайғылар ҡағылмаһын.
Үҙемдең исемдән һеҙҙең барығыҙҙан да ғәфү үтенәм, сөнки коронавирус менән бәйле карантин ваҡытында беҙ йыйыла алмайбыҙ. Барыһы ла үтер һәм барыһы ла яҡшы булыр, бары тик әлегә өйҙә ҡалығыҙ.
Индира ИШКИНА яҙып алды.
Читайте нас: