+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Апрель 2020, 20:25

Аҡбуҙаттай осоп

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 5 “А”класында уҡып йөрөүсе Илшат Илдар улы Ҡотов 6 йәштән бейей башлаған. Иң тәүҙә район мәҙәниәт һарайында Ольга Кирдеева, уҡырға төшкәс Илшат Хәбибуллин етәкселегендә бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә.

Хәҙер инде бейеү серенә төшөнгән, етәксеһенең күҙ терәп торған ышаныслы бейеүсеһе тиергә лә була. Илшаттың Лилиә Баһауетдинова менән башҡарған “Эх, кенә!” дуэт бейеүе район сәхнәһендә генә түгел, республика һәм унан ситтә лә призлы урындарға лайыҡ булған. 2017 йылда “Байыҡ”ҡа “Аҡбуҙат” бейеүен алып сығып, лауреат исеме алған. Ошо бейеү менән рес-публиканан ситтә лә күптәрҙе хайран ҡалдырған Аҡбуҙаттай осоп, аяғы ергә теймәй бейеүсе егет. 2019 йылда “Невалағы әкиәт” Бөтә Рәсәй конкурсында “Быҙыбыт” ансамбле менән I урын яулайҙар, шунда Илшаттың талантын күреп, Мәскәү хореография академияһына уҡырға саҡыралар. Уның бейеү өсөн алған Маҡтау ҡағыҙҙарының, миҙал, кубоктарының иҫәбе- һаны юҡ. Әле ул яратҡан гимназияһында тырышып белем ала, карантин ваҡытында өйҙә лә шөғөлләнеүен ташламай, буш ваҡытында өҙә баҫып бейеп тә ала. Афарин, Илшат!
Әлфиә Вәлиева.
Читайте нас: