+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Апрель 2020, 16:05

Байрам кәйефендә үтте

25 апрелдә Ер шарында йәшәүсе башҡорт халҡы өйҙә килеш туған телендә онлайн-диктант яҙҙы. Быйыл акция тәүгә онлайн режимда үткәрелде. Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телендә тәбрикләне.

Башҡортостан Респуб-ликаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2020”-лә ҡатнашыу өсөн 91350 кеше теркәлгән.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, тотош донъяла диктантты 305 600 кеше яҙған. Унда Рәсәйҙең 18 төбәгенән, барлығы 39214 милләттәшебеҙ, Төркиә, АҠШ, Швейцария, Испания, Ҡытай, Великобритания, Португалия кеүек һәм башҡа сит илдәрҙә, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Төркмәнстан Республикаларында (барлығы 24 илдә) йәшәгән 3395 яҡташыбыҙ ҡатнашҡан.
Беҙҙең район да был үтә лә мөһим сараға ҙур теләк менән ҡушылды. Район мәғариф бүлегенән алынған мәғлүмәткә ярашлы, районыбыҙҙа диктантты барлығы 2 меңгә яҡын кеше яҙған. Бигерәк тә уҡытыусылар әүҙемлек күрһәткән. Барыһын да туған телгә һөйөү, үҙ милләтең менән ғорурланыу тойғоһо берләштерҙе. Ял көнө булыуынан файҙаланып, шулай уҡ үҙаллы изоляция мәлендә диктантты ғаиләләре менән яҙыусылар күп булды. Диктант тексы тура эфирҙа өс кимәлдә яҙыусылар өсөн айырым уҡылды.
Туған телде башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн Нур Ғәлимовтың “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай” хикәйәһенән өҙөктө билдәле музыкант Заһир Зәйнетдинов (Zainetdin) уҡыны.
Туған телдә һәйбәт белгән ҡатнашыусылар өсөн диктант тексын Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, “Хәбәрҙәр” телепрограммаһын алып барыусы Флүрә Мурзина уҡыны. Ул Әхтәм Ихсандың “Саҡма тояҡ аттарҙа” документаль повесынан өҙөк тәҡдим итте.
Яҙыусы-сатирик, шағир, публицист, тәржемәсе Марсель Сәлимов башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙырға теләгәндәр өсөн “Ул халҡына мәңгелек дан китерде” тексын уҡыны.
Башҡорт теленән диктант 2015 йылдан Башҡорт дәүләт университетында үткәрелеп килде. 2019 йылда, был сараның юбилей йылында, башҡорт теленән диктант Халыҡ-ара статус алды. Диктант – башҡортса хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, теләге булғандарҙың барыһы өсөн тәғәйенләнгән, йыл һайын үткәрелгән ирекле, түләүһеҙ белем биреү акцияһы.
Халыҡ-ара онлайн-диктант ҙур масштаблы һәм күркәм байрам кәйефендә үтте.
Сараны ойоштороусылар “Халыҡ-ара диктант-2020”-лә ҡатнашыусыларҙың һәммәһенең дә шәхси кабинетына йәки электрон почта аша электрон сертификаттар һаласаҡ.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: