Урында республика Тикшереү комитетының Стәрлетамаҡ район-ара бүлеге эшләй. Хәбәр итеүҙәренсә, 22 апрелдә малай ата-әсәһе менән ошо уҡ ауылда йәшәүсе олатаһына барғанда улар күрмәгәндә өйҙән тышҡа сыға һәм күҙ асып йомған арала ғәйеп була, бөгөнгәсә уның ҡайҙалығы билдәһеҙ. Баланы эҙләп тә, таба алмағас, ата-әсәгә хоҡуҡ һаҡсыларына хәбәр итеүҙән башҡа сара ҡалмай. “Лиза-Алерт. Башҡортостан” эҙләү-ҡотҡарыусылар отрядында билдәләүҙәренсә, малай һөйләшмәй, шуныһы менән эҙләүҙе ҡатмарлаштыра. Шулай уҡ урманда һаҙлыҡлы урындарҙың, бәләкәй йырғанаҡтарҙың күплеге, ҡырағай йәнлектәрҙең булыуы ла ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
Бөгөнгө көндә ваҡиға урынында Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тәүтикшереүселәр һәм тәүтикшереүсе-криминалистар эшләй. Район хакимиәте ҡарамағында был ғәҙәттән тыш хәл буйынса район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов рәйеслегендә комиссия төҙөлдө. Баланы эҙләүҙә районыбыҙҙан барлыҡ ауыл биләмәләре, район мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, ауыл кешеләре, Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенән “Лиза-Алерт”, Магнитогорскиҙан “Легион-Спас”, Стәрлетамаҡтан “Отклик” эҙләү-ҡотҡарыу, “Поиск детей – Уфа” балаларҙы эҙләү отрядтарынан, ирекмән-картографтарҙан торған 150-ләп кеше ҡатнаша. Башта тулыһынса ауыл, уның тирә-яғы, ташландыҡ биналар ҡарап-тикшереп сығылған. Артабан төркөмдәр урмандарҙы, һыу ятҡылыҡтарын һәм башҡа урындарҙы ентекләп үтеп сыға. Квадракоптерҙар, кәмәләр, автобустар, барлығы 32 берәмек техника, шулай уҡ эҙәрлекләүсе эт тә йәлеп ителгән. Ауылдағы Ҡондорошло йылғаһын, түбәнге ағымын водолаздар тикшереп-эҙләп сыҡҡан. Эҙләү зонаһы ла киңәйә бара.
Был ғәҙәттән тыш сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла малайҙың табылырына өмөтләнеп эш итә. Иҫән-имен табырға яҙһын!
И.ӘЛИБАЕВА.