+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Апрель 2020, 21:45

Талпан осоро етте

Ергә яҙ етеүен, донъяның ҡарҙан әрселеүен кешелек кенә түгел, бар тәбиғәт, йәнлек-ҡоштар ҙа ашҡынып көтә. Әммә нисек кенә булмаһын, шуны ла онотороға ярамай: апрель-май айында талпан әүҙемләшә, шуға күрә ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә уяу булырға, зарарлы бөжәктән һаҡланырға кәрәк.

Талпан үҙ ауырлығынан тиҫтәләрсә тапҡырға күберәк ҡан һурырға һәләтле. Күҙе юҡ, әммә еҫте бик яҡшы тоя: кешене йәки йәнлекте ун метр алыҫлыҡтан һиҙә, һәрмәүестәре ярҙамында хәрәкәт итә. Кешеләргә талпан хәүефле инфекция йөрөтөүсе булараҡ билдәле: йоға ҡалһа, нервы системаһын ҡаҡшатҡан талпан энцефалитының һаулыҡҡа ифрат ҙур зыян килтереүе бар. Талпан энцефалиты сире бик тиҙ үҫешә – бөжәк тешләгәндән һуң 1,5 – 3 аҙна эсендә кеше ауырып та китә. Вирус арҡа мейеһе, перифирия нервылар эшмәкәрлегенә зыян килтерә. Мускулдарҙа тартышыу барлыҡҡа килә, һиҙеү тойғоһо ҡырҡа кәмей, баш ауыртыуы көсәйә, уҡшыта, ауырыуҙың иҫен юғалтыуы йәки ориентирҙы бутауы мөмкин. Йөрәк-ҡан тамырҙары, аш һеңдереү ағзалары зарарлана, тән температураһы бик юғары була. Фалиж һуғыу, үлем осраҡтары ла теркәлгән.
Бөжәктәрҙең барыһы ла зарарлы түгел, әммә быны махсус лабораторияла ғына тикшереп була. Шуға күрә, тәбиғәт ҡосағынан ҡайтҡандан һуң талпан ҡаҙалғанын күрһәгеҙ, уны тиҙерәк тартып сығарырға (үҙегеҙҙең хәлдән килмәй икән, яҡындағы медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ), артабан махсус лабораторияға тапшырырға кәрәк. Талпан зарарһыҙ тип табылһа, көйәләнергә урын юҡ. Әгәр ҙә инде энцефалитлы бөжәк ҡаҙалған икән, кисекмәҫтән дауалана башларға кәрәк. Иң тәьҫирле ысул – иммуноглобулин ҡаҙатыу. Уның ярҙамында организм вирусҡа ҡаршы көрәшә.
Талпан энцефалитын иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы – прививка яһатыу. Уны көҙ-ҡыш миҙгелендә үк эшләтергә кәрәк. Икенсе юл – урман-ҡырҙа ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү: тән тулыһынса ҡапланырлыҡ итеп кейенеү, талпандарҙы ҡурҡытҡан репеллент һибеү, ҡайтҡас, тәнде ентекле тикшереү. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: талпан энцефалитын иҫкәртеү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү дауаланыуҙан күпкә еңелерәк.
Читайте нас: