+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Апрель 2020, 14:20

Өйҙә бейейбеҙ

Бейеү – сәнғәтебеҙҙең илаһи бер төрө. Төрлө көндәлек эш барышы һәм эргә-тирәләге донъянан алған кисерештәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән бейеүҙе оҫта башҡарып, хәрәкәттәр аша йөкмәткеһен тамашасыларға еткерә белеү ҙур оҫталыҡ талап итә. Районыбыҙҙа үҙ бейеүселәребеҙҙең иҫәбе йылдан-йыл артыуы ла шатлыҡлы күренеш. Быны инде ошо йүнәлештә оҫта белгестәр эшләүенең һөҙөмтәһе тиергә була.

Үҙаллы изоляция режимында ла улар Интернет аша тамашасыларын шатландырып тора. Район мәҙәниәт һарайы хореографы Илшат Хәбибуллин етәкселегендә “Өйҙә бейейбеҙ, Ғафури” конкурсы иғлан ителгәс, бейеүгә битараф булмағандар бейеүҙәрен видеоға төшөрөп, хэштег аҫтында Интернетҡа һалып, конкурсҡа ҡушылды.
- Конкурс 10-нан 27 апрелгә тиклем дауам итте, ә 29 апрелдә – Халыҡ-ара Бейеү көнөндә еңеүселәрҙе Интернет аша хәбәр итәсәкбеҙ. Шулай уҡ “Иң шәп ғаилә бейеүе”, “Фольклориадаға бағышланған халыҡ бейеүе”, “Оригиналь бейеү”, “Анти-вирус”, “Спорт бейеүе”, “Иң матур башҡорт бейеүе”, “Заманса бейеү” номинациялары бу-йынса бағыусыларыбыҙ - шәхси эшҡыуарҙар Э.А.Ҡаҙаҡҡолова, Х.В.Ишмырҙин, В.Р.Ғатауллин, Юнысовтарҙың махсус бүләктәрен һәм оҫта башҡарылған башҡорт бейеүе өсөн үҙем әҙерләгән башҡорт алҡаһын тапшырасаҡбыҙ. Бөтәһе 64 бейеү ҡуйылды, иң бәләкәй бейеүсегә 1 йәш булһа, иң олоһона 74 йәш. Конкурста районыбыҙ ауылдарынан ҡатнашырға теләүселәр күп булыуы һөйөндөрҙө, - ти Илшат Хәтим улы.
Эйе, береһенән-береһе сағыуыраҡ бейеүҙәр менән сығыш яһаған Илшат Хәбибуллин үҙе лә тамашасыларының һөйөүен яулаған кеше. Бөгөнгө көндә ул етәкләгән “Быҙыбыт” өлгөлө бейеү ансамбленең төп төркөмендә 12 пар, әҙерлек төркөмөндә 14 пар һәм кескәйҙәрҙә Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 3 “А” класы шөғөлләнеп, улар районыбыҙҙа үткән күп сараларҙа, “Байыҡ” балалар телевизион конкурсында һәм башҡа бик күп ерҙә сығыш яһап, еңеү яулап өлгөргәндәр ҙә инде. Киләсәктә лә яңынан-яңы бейеүҙәр ижад итеп, балаларҙа бейеү осҡоно ҡабыҙып, сәхнәләребеҙҙе биҙәп торороғоҙға ышанабыҙ.
Ә.РАМАЗАНОВА.
Читайте нас: